Баҡыр үҙәк
Баҡыр үҙәк— Башҡортостан территорияһында бронза быуат археология ҡомартҡыһы.
Урынлашҡан ере
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бронза быуат дәүерендә Башҡортостан Республикаһы территорияһы интенсив баҡыр иретеү урыны булған. Археологик һәм геологик эҙләнеүҙәр был территорияла Рәсәйҙең тарихи мираҫы булып киткән баҡыр рудниктары ҡалдыҡтарын асыҡлағандар.
Бронза быуатта сульфидлы мәғдәндәрҙең окисланыу продукттары табыштың төп объекттары була, улар икенсел еҙ карбонаты, малахит һәм азурит менән күрһәтелә. Бындай рудалар менән горизонттар ҡеүәтлелеге грунт һыуҙар кимәленә тиклем 5-15 метр тәшкил итә һәм карьерҙарҙың тәрәнлеген билдәләй.
Баҡыр үҙәк Әбйәлил районы Әлмөхәммәт ауылынан көньяҡ-көнсығышта ята. Баҡыр үҙәк ятҡылығының беренсел рудалары — халькопирит-сфалерит-пирит, әммә мәғдән булған ҡалынлыҡта эзбизташ бар, шуға күрә окисланыу зонаһында бик күп еҙ карбонаттары була.
Ҡаҙыныу эштәре тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баҡыр үҙәкте 1928 йылда геолог А. Х. Иванов тапты һәм тикшерҙе, 1940 йылда — Ф. И. Ковалев, 1948 йылда — А. И. Демчук, 1967 йылда — СССР Археология институты археологик экспедицияһы (етәксеһе Е. Н. Черных) тикшерҙеләр.
Ҡомартҡы баҡыр руднигынан ғибәрәт. Асыҡ котловандың үлсәмдәре 55×35 м, тәрәнлеге 3 м. Бында баҡыр ҡойолмалары һәм шлак табылған. Сама менән Баҡыр үҙәк энеолит дәүерендә эшкәртелә башлаған. Боронғо карьерҙың контурҙары, буш тоҡом һәм металлургия шлактары өйөмө урындары күренә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Черных Е. Н. Древнейшая металлургия Урала и Поволжья. М., 1970.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Исмәғилев Р.Б, Аҡбутина Ә.Н. Баҡыр үҙәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Портал Археология России 2017 йыл 20 февраль архивланған. (рус.)
- Зайков В. В., Зданович Г. Б., Юминов A.M., Бушмакин А. Ф. МЕДНЫЕ РУДНИКИ БРОНЗОВОГО ВЕКА В ЗАУРАЛЬСКОЙ СТЕПИ 2013 йыл 29 октябрь архивланған. (рус.)