Эстәлеккә күсергә

Бикҡолов Шакир Сәлим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шакир Бикҡолов
Исеме:

Бикҡолов Шакир Сәлим улы

Тыуған көнө:

15 ғинуар 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районы Хәлил ауылы

Вафат булған көнө:

18 май 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (51 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир

Жанр:

Шиғриәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

Башҡорт

Бикҡолов Шакир Сәлим улы (15 ғинуар 1932 йыл — 18 май 1983 йыл) — шағир. 1968 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Шакир Сәлим улы Биҡҡолов 1932 йылдың 15 ғинуарында БАССР‑ҙың Әбйәлил районы Хәлил ауылында тыуған.

К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын (1955), М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1975) тамамлаған. 1957 йыл Шишмә районының Түбәнге Хәжәт мәктәбе директоры, 1958—73 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең өлкән мөхәррире, 1975 йылдан алып БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты мөхәррире. Уның шиғырҙарында тыуған ергә, йәштәрҙең патриотлығына дан йырлана. Балалар өсөн «Ҡыҙыл ҡар яуғас» (1974) шиғырҙар йыйынтығы авторы. С. Я. Маршак, С. В. Михалков, К. И. Чуковский һ. б. әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итә.

Уның тыуған ауылында мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, урамға уның исеме бирелгән.

  • «Әсә күңеле» (1960)
  • «Ерем яҡтыһы» (1965)
  • «Тамырҙарым» (1970)
  • «Ҡыҙыл ҡар яуғас» (1974)
  • «Япраҡтар шауы» (1980)
  • Һиңә әйтер һүҙем: шиғырҙар һәм поэма. Өфө, 1981
  • Волнам навстречу: стихи. Уфа, 1972
  • Разноцветный ветер: стихи. М., 1978

Бикҡолов Шакир Сәлим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.