Исхаҡова Ләйлә Хәбибулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Исхаҡова Ләйлә Хәбибулла ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia (1991–1993).svg РСФСР
Тыуған көнө 16 март 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Өфө
Вафат булыу көнө 29 март 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Һамар өлкәһе, Городской округ Тольятти[d], Тольятти
Һөнәр төрө Сәнғәт
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
«Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Исхаҡова Ләйлә Хәбибулла ҡыҙы - (16 март 1927 — 29 март 2005) - хор дирижёры. РСФСР‑ҙың (1978) һәм БАССР‑ҙың (1969) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Биографияһынан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1927 йылдың 16 мартында Өфө ҡалаһында донъяға килгән.

1950 йылда Башҡортостан музыка училищеһын ( О.М.Райцын класы), 1958 йылда Мәскәү консерваторияһын (К.Б.Птица класы) тамамлаған.

1944—1946 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы хоры йырсыһы.

19501953 йылдарҙа ҡатын‑ҡыҙҙар хоры дирижёры.

1958 йылдан алып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры хормейстеры.

19601984 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш хормейстеры.

Бер үк ваҡытта 1965 йылдан башлап Өфө сәнғәт училищеһында, 19681982 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта.

1969 йылда Л. Исхаҡова етәкселек иткән ижади коллективтар Ленинградта БАССР көндәрендә ҡатнаша, СССР буйлап гастролдәрҙә була.

Опера һәм балет театрында Л. Исхаҡова ҡатнашлығында ватан һәм сит ил композиторҙары ижадынан 50‑нән ашыу спектакль, шулар араһынан Дж.Верди, Дж.Пуччини; Ю.С.Мейтус, Н.А.Римский‑Корсаков, В.А.Успенский, П.И.Чайковский; З.Ғ.Исмәғилев, Р.Ә.Мортазин, Х.Ф.Әхмәтов һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре ҡуйыла.

Исхаҡова Ләйлә Хәбибулла ҡыҙы 2005 йылдың 29 мартында Тольятти ҡалаһында вафат була [1]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • БАССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1969)
  • РСФСР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре(1978)
  • "Хеҙмәт ветераны" миҙалы (1982) [2]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Исхаҡова Ләйлә Хәбибулла ҡыҙы [1].
  2. Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 16.11.1982 “О награждении медалью “Ветеран труда“ [2]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Исхаҡова Ләйлә Хәбибулла ҡыҙы [3]
  • Список заслуженных деятелей искусств РСФСР [4]
  • Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 16.11.1982 “О награждении медалью “Ветеран труда“ [5]