Эстәлеккә күсергә

Караптар эшләү

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Караптар эшләү
Рәсем
Изображается на IOP 1952 Episode 107[d]
Код МСОК 4 3011
 Караптар эшләү Викимилектә
«Бремен» на верфи.

Караптар төҙөү (Су́дострое́ние, кора́блестрое́ние) — караптар төҙөүсе ауыр сәнәғәт өлкәһе (машиностроение)[1]. Караптарҙы махсус предприятиеларҙа төҙөйҙәр, уларҙың русса атамаһы — верфь (голланд теленән Werf).

Караптар төҙөүҙә эшләгән бер кеше уға бәйле иҡтисад өлкәләрендә тағы 4-5 кешегә эш урыны булдыра.

Illustration of some shipbuilding methods in England, 1858

Кешеләрҙең коллектив эшмәкәрлеге өлкәһе булараҡ, карап төҙөү бик боронғо заманда барлыҡҡа килгән. Уның барлыҡҡа килеүе ҙур күләмле караптар төҙөү ихтыяжы тыуыуына бәйле. Караптар төҙөү Боронғо Мысыр, Боронғо Греция, Финикия, Боронғо Ҡытай кеүек илдәрҙә бик ныҡ үҫешә. Урта быуаттарҙа караптар Византияла, Урта диңгеҙ буйындағы һәм Төньяҡ Европа, Боронғо Русь кеүек илдәрҙә күпләп етештерелә.

Корпус деревянного корабля
(рис. из «Военной энциклопедии»)

VII быуаттан башлап көнсығыш славяндарҙа төҙөү схемаһы әкренләп үҙгәрә : ҡабыҡ, йәки тире менән көпләнгән каркаслы (үрелгән) карап эшләүҙән (боронғо караптан) бер ағастан эшләнгән һәм ситтәре бейегәйтелгән имән, йәки йүкәнән соҡоп эшләнгәнгә (набойная ладья), шунан таҡтанан ҡоршап эшләнгән карап эшләүгә күсәләр. VIII быуатта уҡ стапелдәрҙән килле, клинкерлы (обшивка внахлест), алғы һәм артҡы яғы бер тигеҙ осло клинкер — ситтәре бер-береһенең өҫтөнә сығарып беркетелгән таҡта менән көпләнгән караптар һыуға төшөрөлгөн, шулай уҡ тура ситле һәм бер— береһенә ситтәре тейеп торған таҡта көплө йәйпәк, алды осло һәм арты тупаҡ итеп киҫелгәндәре булған, бәлки тигеҙ итеп киҫелгән өлөшлөләре лә булғандыр.

П. Е. Сорокин мәғлүмәттәре буйынса: «в зависимости от способа соединения досок, обшивки между собой или с однодревной основой, можно выделить несколько вариантов соединения: А — внакрой с железными заклепками, А1 — внакрой сшитые с помощью вицы; Б — встык с планкой, прижимающей конопатку, закрепленной деревянными клинышками, Б1 — встык с аналогичным уплотнением, закрепленным железными скобочками»[2][3].

Рәсәйҙең ҡайһы бер райондарында («Гнёздово», «Ильинский погост», «Плакун» һәм башҡа археологик ҡаҙыныу урындарында) славяндарҙың X быуатта мәйеттәрҙе мәжүси йола буйынса кәмәләрҙә яндырған урындарында караптарҙың ҡорос сигәләре (заклепка) табыла[4].

Одер йылғаһы тамағында IX быуаттың беренсе яртыһына ҡараған елкәнле таҡта караптың, X быуатта сигәләр ҡулланып төҙөлгән «Святовит» карабының ҡалдыҡтары табыла[5].

XV—XVI быуаттарҙа Португалия һәм Испанияла, һуңыраҡ — Англия, Нидерландтарҙа, Францияла һәм ҡайһы бер башҡа илдәрҙә күпләп караптар төҙөй башлайҙар, бының өсөн кәрәкле сүбәкте — елкәндәр һәм башҡа караптағы кәрәк-яраҡ өсөн Рәсәйҙә һәм Бөйөк Литва кенәзлегендә һатып алғандар.

XVII быуатта Польша илсеһе С. Немоевский Рәсәйҙә күргәндәрен ҡағыҙға теркәп бара: «Беҙҙең баркаларға ҡарағанда ҙурыраҡ, йылан кеүек итеп төҙөлгән караптар бар. Улар араһында буйға 70 аҙым һәм арҡырыға биш сажин ҙурлыҡтағылары, тәрәнлеге биш локоть (ике метр ярым тирәһе) булғаны осрай… Был караптарҙы улар тимер ҡаҙаҡһыҙ эшләй: улар ағас сөйҙәр менән беркеп эшләнгән һәм мүк менән тығылған; вағыраҡ караптарҙы шыйыҡ артыш (можжевельник) сыбыҡтар менән көпләй һәм, бер нимә менән дә һыҙлыҡламайҙар (не конопатят), өҫтөн дегет ҡушылған ыҫмала менән генә буяйҙар. Ләкин улар һыу үткәрмәй».

Петр Петрей поляк илсеһенең һүҙен йөпләй: «Москвитяндар үҙҙәре төҙөгән төрлө караптар ҡуллана: улар бик ныҡ түгел, сөнки тимер ҡаҙаҡтар менән беркетелмәйҙәр, ә ағас сөйҙәр менән һәм шундай уҡ йәш ағастарҙың ҡайырыһынан эшләнгән бауҙар менән нығытылалар. Москвитяндар уны тире кеүек итеп, таҫмаларға бүлә, улар менән таҡталарҙы бер-береһенә беркетә; шулай итеп үҙҙәренә йөҙөп йөрөр өсөн караптар эшләй. Ошондай караптарҙа бер мачта менән бер елкән генә була: шуға ул ел әҙ генә ҡаршыға, йәки ситтән иҫһә, йөрөй алмай».

Караптар төҙөүҙең башы тип тәүтормош кешеләренең айырым бүрәнәләрҙе бергә бәйләп һал төҙөй башлауын атайҙар. Төрлө ҡоралдар булдырылыу менән кешеләр оҫтара төшә, улар бер ағасты соҡоп, йәки йәнлек тиреләре менән көпләнгән пирогалар һәм каяктар төҙөргә өйрәнә. Был һыуҙа йөҙөү ҡоролмалары әкренләп ҙурая бара, караптарҙың бөгөнгө көндәге айырылғыһыҙ билдәһе булған ҙур күләм һыйҙырышлы корпусы булдырыла (водоизмещающий корпус).

Баштараҡ ҙур күләм һыйҙырышлы корпустар бик ныҡ ҙур итеп төҙөлмәй, ләкин уларҙа хәҙерге караптарҙың бөтә элементы ла эшләнә — буйға һуҙылған ҡатылыҡ ҡырҙары (ҡабырғалары) — киль һәм стрингерҙарҙан торған көс каркасы, шулай уҡ — шпангоуттар (металл караптарҙа полособульбтар ҡулланыла). Каркас көпләнә, конструкцияның төп материалы ағас була. Башта карапың ҙурлығы төҙөүселәрҙең ҡулында булған ағас- таҡта оҙонлоғона бәйле була. Ваҡыт үтеү менән кешеләр айырым деталдәрҙе сөй һәм ырмау (шип и паз) эшләп, елем һәм ҡаҙаҡтар менән беркетергә, шпангоуттарҙы (арҡыры ҡабырға) ҡәрәкле формаға индереп, бөгөргә өйрәнә. Шулай итеп, тәүге диңгеҙ караптары барлыҡҡа килә, уларҙы диңгеҙ тулҡындарынан һаҡлар өсөн палуба эшләнә башлай. Палубаны тотоп тороусы конструкциялар — бимстар, пиллерстар һәм кництар карап корпусын тағы ла нығыта төшә. Һуңыраҡ, индустриаль дәүергә тиклем үк әле, караптарҙың ағас корпустары конструкцияһы әллә ни үҙгәрешһеҙ ҡала, ә караптар бик ныҡ ҙурая, палубалар һаны арта, яңы ағас төрҙәре һәм сорттары ҡулланыла, уны һыуҙан һәм ағас ҡорттарынан һаҡлау ысулдары уйлап табыла башлай. Караптарҙың һыу ярыусы тышҡы формаһы даими яҡшыртыла, быға караптың тиҙлеге, диңгеҙҙә йөрөй һәм ауыр йөк ташырый алыуы бәйле икәнен карап төҙөүселәр яҡшы аңлай.

Караптар төҙөү технологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Секция корабельного корпуса на Meyer Werft

Караптар төҙөү ысулдары фән һәм техника үҫеү менән яҡшыра бара. Башта бөтә караптар ҙа ағастан яһала. Тәүге тимер барка 1789 йылда, ә тәүге тимер диңгеҙ карабы — 1843 йылда төҙөлә.

1930 йылдарға тиклем карап төҙөгәндә бер ысул- верфтә деталдәрҙән карап төҙөү ысулын ҡулланғандар. Башта деталдәр сигәләр менән беркетелгән (заклёпка). Шунан электр менән иретеп йәбештереү ҡулланыла башлай. Был караптарҙы секцияларҙан төҙөү ысулын булдыра, караптың корпусы алдан әҙерләнгән секцияларҙан йыйыла. Карапта булырға тейешле бүлмә-бүлкәттәр төҙөлөү менән монтаж һәм башҡа эштәр башҡарыла башлай. Был карап төҙөүҙе тиҙләтә.

Шунан блоклы ысул — төҙөлөш урынында тик блоктарҙың монтаж ялғауын йыйыу һәм сварка, ә блоктарҙың үҙҙәрен йыйыу һәм уларҙы механизмдар һәм төрлө ҡоролмалар менән тултырауҙы төҙөлөштән ситтә башҡаралар[6].

Карапты төҙөй башлау (закладка).

Карап төҙөү производство процесы түбәндәге этаптарҙан тора: стапелгә тиклем (заготовительного и блочного), стапелдәге, төҙөп бөтөрөү һәм тапшырыу.

Стапелгә тиклемге этапта ме­талды эшкәртеү, кәрәкле деталдәрҙе әҙерләү, йыйыу, секция һәм блоктарҙы иретеп йәбештереп, йыйыу.

Стапелдәге этапта караптың корпусын секция һәм блоктарҙан йыялар, һыу үткәрмәүен, бүлектәрҙең изоляцияһын, трубопроводтарҙы һәм механизмдарҙы монтажлау.

Төҙөп бөтөрөү этабында карапты һыуға төшөрәләр һәм һыу өҫтәндә ҡалған төҙөү эштәрен башҡаралар, ауыр ҡоролмаларҙы ҡуялар, кор­пуста изоляция эштәре башҡарыла. Был этап карап системаларын һәм механизмдарҙы эшләтеп, тикшереп ҡарауҙан тора.

Тапшырыу этабында карапты тикшереп ҡарау комплексы башҡарыла: ярға яҡын килеп туҡтау, йөрөшө, ревизия, һыуҙа йөҙҙөрөп тикшереп ҡарау (швартовые, ходовые, ревизия, контрольный выход)[7].

Хәҙерге карап төҙөү сәнәғәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Burmeister & Wain (инг.)баш. Дания караптар төҙөү компанияһы (B&W, нигеҙ һалыусылар исемдәренән, Карл Кристиан Бурмеистер (дан.)баш. һәм Уильям Уэйн (дан.)баш.) 1950-се йылдарға тиклем донъялағы иң ҙур карап төҙөүсе компания була (1997 йылда банкрот,ҡарағыҙ: Залы B&W).

Европа етештереүселәре 1960-йылдан башлап, әкренләп үҙ урынын Япония компанияларына бирә.

Япония 1960 йылдар аҙағынан 1990 йылдар аҙағынаса донъяла беренселекте тота, тик Көньяҡ Корея һәм Ҡытай унан алға сыға, сөнки был илдәрҙә эш хаҡы түбән, дәүләт көслө ярҙам итә һәм урындағы валюта арзаныраҡ.

2015 йылда иң күп караптар төҙөүсе ил — Ҡытай Халыҡ Республикаһы. Карап төҙөүҙең үҙҡиммәте түбән булыу сәбәпле, үҙ верфтәрендә ул караптар төҙөүҙе арттыра һәм Донъя иҡтисади көрсөк ваҡытында (2008—2010) уҙып китә, Ҡытай бәләкәй һәм урта ҙурлыҡтағы конейнеровоздар төҙөүгә тендерҙарҙы ота[8].

Көньяҡ Кореяның Hyundai Heavy Industries, Samsung Heavy Industries һәм Daewoo Shipbuilding & Marine Engineering караптар төҙөү компаниялары донъяла карап төҙөүҙә иң төп урынды биләй.

Донъялағы иң ҙур Ульсан верфе Hyundai Heavy Industries милке.
Караптар яллап йөк ташыу (фрахт) әҙәйә, шуға яңы караптар төҙөүгә ихтыяж да кәмей. Бының эҙемтәһе— заказдар кәмей һәм производство ҡеүәттәре тик тора, Көньяҡ Корея карап төҙөүселәренең финанс хәле ауырайҙы. Баҙарҙың күп кенә өлөшө уларҙың конкуренттары булған Ҡытай карап төҙөүселәренә күсте[9].

2010 йылда Рәсәйҙә 168 карап төҙөүсе предприятие, шуларҙың 86 — дәүләттеке була. Рәсәйҙә иң ҙур карап төҙөү үҙәктәре Санкт-Петербург, Северодвинск, Түбәнге Новгород ҡалаларында, Калининград өлкәһендә урынлашҡан. Донъялағы иң ҙур һыу аҫты карабы һәм боҙватҡыс Рәсәй верфтәрендә уйланып, төҙөлгән.

Рәсәй хөкүмәтенең ҡарары менән (30.05. 2017 й., № 659) профессиональ байрам — Караптар төҙөүселәр көнө итеп 29 июнь иғлан ителгән. 1667 йылда ошо көндә батша Алексей Михайлович «Орёл» тигән тәүге рус фрегатын төҙөргә указ сығара[10].

  1. Судостроение // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Судостроительная традиция северо-западной Руси в Средневековье
  3. судостроение в Юго-Восточной Руси
  4. Археологические свидетельства об отношениях между Норвегией и Древней Руси в эпоху викингов: возможности и ограничения археологического изучения
  5. Владислав Филиповяк ЭКСПЕДИЦИЯ В ТРИНАДЦАТЫЙ ВЕК 2018 йыл 9 апрель архивланған.
  6. Д. Г. Федотов. ТЕОРИЯ И УСТРОЙСТВО КОРАБЛЯ 2018 йыл 12 июль архивланған.
  7. Этапы постройки судна 2018 йыл 26 июнь архивланған.
  8. Largest shipbuilding nations based on gross tonnage 2015 | Ranking. Statista. Дата обращения: 27 ноябрь 2016.
  9. Subscribe to read. www.ft.com. Дата обращения: 27 ноябрь 2016.
  10. Постановление Правительства России от 30 мая 2017 года № 659 об установлении профессионального праздника — День кораблестроителя (судостроителя)