Эстәлеккә күсергә

Башилов Пётр Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башилов Пётр Петрович
Башилов Пётр Петрович
Флаг
Флаг
Эстляндия губернаһы губернаторы
21 ғинуар 1906 йыл — 13 июль 1907 йыл
Алдан килеүсе: Лопухин Алексей Александрович (1864)
Дауамсы: Коростовец Измаил Владимирович
Флаг
Флаг
Новгород губернаһы губернаторы
13 июль 1907 йыл — 28 февраль 1911 йыл
Алдан килеүсе: Медем Оттон Людвигович
Дауамсы: Лопухин Виктор Александрович
Флаг
Флаг
Өфө губернаһы губернаторы
28 февраль 1911 йыл — 1917 йыл
Алдан килеүсе: Ключарёв Александр Степанович
Дауамсы: вазифа бөтөрөлгән
 
Тыуған: 16 март 1857({{padleft:1857|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Санкт-Петербург ҡалаһы
Үлгән: 12 сентябрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (62 йәш)
Иркутск ҡалаһы
Белеме: Император хоҡуҡ белеме училищеһы

Башилов Пётр Петрович (16 март 1857 йыл12 сентябрь 1919 йыл) — Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, Эстляндия, Новгород губернаһы һәм 1911—1917 йылдарҙа Өфө губернаһы губернаторы, тайный советник.

Пётр Петро́вич Баши́лов 1857 йылдың 16 мартында Православие динендә. Мәскәү губернаһы дворяндары нәҫеленән. Атаһы, Башилов Пётр Александрович, генерал-от-артиллерии (Рәсәйҙә һәм ҡайһы бер сит илдәрҙә хәрби дәрәжә һәм чин). Олатаһы, генерал Башилов Александр Александрович, сенатор.

4 йәшендә уҡырға өйрәнә, ә 13 йәшендә инде ата-әсәһенең бик ҙур китапханаһының рус, француз һәм инглиз телдәрендәге бөтә китаптарын уҡып сыға.

1878 йылда Император хоҡуҡ белеме училищеһын тамамлағас, Санкт-Петербург прокуроры янында суд палатаһына суд вазифаларына кандидат итеп тәғәйенләнә. Хәрби бурысын Рәсәйҙең 30-сы артиллерия бригадаһында ирекле хәрби хеҙмәткәр булып башҡара. Был бригада Сан-Стефано (Константинополь) ҡалаһындағы 4-се армия корпусына инә. Аҙаҡ Рәсәй империяһының 1-се артиллерия лейб гвардия бригадаһының 4-се батареяһына күсә. Граждан хеҙмәтенә әйләнеп ҡайтҡас бер аҙыраҡ Петербург суд палатаһы прокуроры камераһында эшләп ала. Тиҙҙән ул Рәсәй империяһының юстиция министрлығы департаментының I енәйәт эштәре бүлегенә ебәрелә. Ул унда 1890 йылға тиклем хеҙмәт итә. Радом ҡалаһында округ суды прокуроры урынбаҫары (товарищ) итеп тәғәйенләнә (Товарищ прокурора — прокурор ярҙамсыһы йәки урынбаҫары вазифаһы мәғәнәһендә, 1917 йылда был вазифа бөтөрөлгән). Бер йылдан һуң Рязань ҡалаһы округ судына шул уҡ вазифаға күсерелә. 1894 йылда Петербург ҡалаһына ҡайтарыла һәм Санкт-Петербург округ судына прокурор урынбаҫары (товарищ) итеп тәғәйенләнә. Бик күп шаулы процестарҙа ғәйепләүсе булып сығыш яһай.

1896 йылда Финанс министрлығына ведомстволар буйынса хеҙмәткә күсә һәм Эстляндия ҡаҙна палатаһына идара итеүсе булып эш башлай. 1904 йылда Курляндия губернаһына шул уҡ вазифаға күсерелә һәм мөхбир (действительный) статский советник итеп үрләтелә. 1905 йылдың декабрендә яңы ғына Прибалтика генерал-губернаторы итеп ваҡытлыса тәғәйенләнгән Соллогуб Василий Устинович Башиловты Ригаға саҡыртып ала. Соллогуб Башиловтан үҙенә канцелярия ойоштороп биреүен һорай. Канцелярия ойоштороп биргәндән һуң Петр Петровичте 1906 йылдың 21 ғинуарында Эстляндия губернаһына губернатор итеп тәғәйенләйҙәр. Был мәлдә Эстляндия губернаһында революцион тәртипһеҙлектәр таралған була. Ул губернатор вазифаһында эш башлағас та, ваҡытлыса генерал-губернатор булып торған Саранчов Евграф Семёновичтың әүҙем ярҙамы менән революция ҡалдыҡтарын юҡ итә. Губернаны тынысландырыуҙы ул революцион-аграр сыуалыштар бигерәк тә көслө булған урындарҙы йөрөп сығыуҙан башлай. Ул улыҫтарға барғас та, йыйылған халыҡҡа агитаторҙарҙы һәм революцион пропаганданы фашлап телмәр тота. Аҙаҡ бөтә ваҡлыҡтарына тиклем улыҫ идаралығы эшенә ревизия яһай, ялыуҙар һәм үтенес яҙыуҙары ҡабул итә. Ошо рәүешле ул губернаның 132 улыҫының 109 улыҫында булып сыға. Губернала ер мөнәсәбәттәрен ғәҙел итеп нормаға килтереү өсөн ер төҙөү буйынса комисиялар булдырыу тураһында юллап йөрөп ҡарай, ләкин урындағы ер биләүселәрҙең ҡаршылыҡ күрһәтеүе арҡаһында был эш уңышһыҙ тамамлана. 1907 йылда Башиловты Новгородҡа губернатор итеп итеп ебәрергә булғас, эстон халҡы уға хушлашыу хөрмәтенә художестволы итеп эшләнгән адрес (XVIII—XIX быуаттар термины, политик мәғәнәлә билдәле һандағы халыҡтың ғаризаһы, ғәҙәттә, хөкүмәт башлығына килешеү йәки килешмәүен белдереп конституцион органдар (парламент, ландтаг, палата) тарафынан бирелгән) бүләк итә.

19071911 йылдарҙа Новгород губернаһында губернатор, 1911—1917 йылдарҙа Өфө губернаһында губернатор. 1913 йылдың 6 декабрендә йәшерен советник итеп ҡуйыла. Февраль революцияһынан һуң хеҙмәттән бушатыла.

Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы ваҡытында рус армияһының Көнсығыш фронтында (Себерҙәге аҡ хәрәкәт) ҡатнаша. 1918 йылдың 16 сентябрендә Ваҡытлы Себер хөкүмәте Эске эштәр министрлығында дөйөм эштәр департаменты директоры итеп тәғәйенләнә. 8 октябрҙән ваҡытлыса эске эштәр министрының урынбаҫары (товарищ министра) вазифаларын үтәй. 28 декабрҙә Һамар-Өфө крайы Баш начальнигы генерал-майор Вишневский Евгений Кондратьевичтың ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. Ләкин инде 1919 йылдың 17 ғинуарынан адмирал Колчак хөкүмәтенә Эске эштәр министрлығында дөйөм эштәр департаменты директоры итеп ҡайтарыла. 1919 йылдың 11 июлендә эске эштәр министрлығында махсус йомоштар буйынса IV класс чиновнигы итеп тәғәйенләнә. Башилов 1919 йылдың 12 сентябрендә инспекция үткәргән ваҡытында үлеп ҡала.

Хеҙмәтенән азат ваҡытында сит илдәр буйлап күп сәйәхәт иткән, тәржемәләр яһаған. Испан теленән бер-нисә тарихи романды тәржемә иткән. Француз теленән ул тәржемәләгән новеллалар «День женщины в разные исторические эпохи» (Новгород, 1908) исеме аҫтында йыйынтыҡ рәүешендә баҫылып сыға.

  • 2-се дәрәжә Изге Станислав ордены (Рәсәй империяһы) (1896 год)
  • 2-се дәрәжә Изге Анна ордены (1900 год)
  • 3-сө дәрәжә Изге Владимир ордены (1905 год)
  • 1-се дәрәжә Изге Станислав ордены (1908 год)
  • Список чинам ведомства Министерства юстиции. 1894. Ч. 2. — СПб., 1894. — С. 103.
  • Список лиц, служащих по ведомству Министерства внутренних дел. Исправлен по 15 января 1909 года. — СПб., 1909. — С. 399.
  • Список гражданским чинам IV класса на 1907 год. — СПб., 1907. — С. 1714.
  • Список гражданским чинам III класса на 1914 год. — Пг., 1914. — С. 680.
  • Современники. Альбом биографий. Том второй — Санкт-Петербург, 1910. — С. 28.
  • Н. Л. Пашенный Императорское Училище Правоведения и Правоведы в годы мира, войны и смуты. — Мадрид, 1967.
  • Проблемы обеспечения прав человека в деятельности органов внутренних дел: материалы Международной научно-практической конференции. — Кемерово, 2006. — С. 84.
  • История белой Сибири: материалы VII международной научной конференции. — Кемерово, 2009. — С. 70.