Норд Лев Егорович
Норд Лев Егорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 14 (26) август 1847 |
Тыуған урыны | Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 31 ғинуар (12 февраль) 1894 (46 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Ерләнгән урыны | Әстрәхән |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | генерал-майор[d] |
Командалыҡ иткән | Эскадрон[d] |
Һуғыш/алыш | Рус-төрөк һуғышы (1877—1878) |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Норд Лев Егорович Викимилектә |
Норд Лев Егорович (26 август 1847 йыл — 31 ғинуар 1894 йыл) — Рәсәй империяһының хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. Генерал-майор (1885), 1877—1878 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында ҡатнашыусы. 1885 йылдан Әстерхан вице-губернаторы, 1888 йылдан Таврия вице-губернаторы, 1889—1894 йылдарҙа Өфө губернаторы. Изге Владимир, Изге Анна, Изге Станислав ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лев Егорович Норд 1847 йылдың 26 авгусында Санкт-Петербург губернаһында тыуған[1][2].
Аристократ ғаиләһенән; ҡайһы бер авторҙарҙың фекере буйынса — «инглиз дворяндарынан»[3][1][2]. Атаһы — Норд Егор Августович, отставкалағы штабс-ротмистр, алпауыт, «Беззаботная» усадьба хужаһы[3][4][5]; Лондонда камергер Жеребцов Александр Алексеевич менән никахта торған һарай яны-авантюристкаһы Ольга Александровнаның никахтан тыш тыуған улы була (ҡыҙ фамилияһы Зубова) [3][6][7][8]. Жеребцованың үҙенең раҫлауы буйынса, Егорҙың атаһы Бөйөк Британияның буласаҡ короле Георг IVпринц Уэльский була; икенсе версия буйынса Рәсәйҙәге Британияның элекке илсеһе лорд Уитворт Чарльз була[9][10][11][12]. 1844 йылда Егор Августович Норд генерал-майор кенәз Николай Григорьевич Щербатовтың ҡыҙы Наталья Николаевнаға өйләнә[13][3][14][5]. Левтан тыш, уларҙың тағы ике балаһы була — Егор (1845—1880) һәм Виктор (1846—1894)[14][3].
Лев Норд йорт белеме ала[15][16]. 1865 йылдың 15 октябрендә Рус император армияһының лейб гвардия Гусар полкына хәрби хеҙмәткә унтер-офицер булып инә[17]. 17 июль 1867 йылдың тәүге офицер дәрәжәһен — корнетты ала[18][15]. 1871 йылдың 28 мартына поручик дәрәжәһенә тиклем күтәрелә[15][19]. 1873 йылдың 17 апрелендә штабс-ротмистр дәрәжәһен ала[15][19]. 1876 йылдың 4 апрелендә ротмистрға тиклем күтәрелә[15][19].
Рус-төрөк һуғышы һәм Ғали йәнәптәре Почетлы конвойы Гвардия отряды ойошторолғандан һуң 1877 йылдың майында етәкслеге аҫтында был отрядтың йыйылма ярым эскадронын ала, уның менән хәрби урындарға императорҙы оҙатып йөрөй[20]. 1877 йылдың 20 июнендә Норд үҙенең ярым эскадроны менән генерал-лейтенант Гурко отряды составында герцог Евгений Лейхтенбергтың йыйылма драгун бригадаһына ебәрелә[21]. 1877 йылдың 25 июнендә Тырновоны алғанда батырлыҡ күрһәтә, бының өсөн 4 дәрәжә Изге Владимир ордены, ҡылыс һәм бант менән бүләкләнә (13 июлдә баш командующий бөйөк кенәз Николай Николаевич Старшийҙан шәхсән ала)[22][23], һәм Кесе Балканды аша сыҡҡанда һәм, шул иҫәптән, д. 4 июлдә Уфлан янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн ҡылыс менән 2-се дәрәжә Изге Станислав ордены менән бүләкләнә[24][25]. 20 июлдә ярым эскадроны менән Баш йортҡа ҡайта[26] һәм 1877 йылдың 30 авгусында императорҙың флигель-адъютанты дәрәжәһенә күтәрелә[27].
1877 йылдың 5 октябрендә Почетлы конвой Гвардия отрядынан кире үҙенең лейб-гвардия Гусар полкына ебәрелә, унда командалығы аҫтына эскадронды ала[17][28]. Артабан армияның Әдирнәгә хәрәкәтендә полктың барлыҡ алыштарында ҡатнаша. 1877 йылдың 19 декабрендә Ташкисено аҫтында һуғышта һәм Балкан аша күскәндә батырлыҡ күрһәтә, бының өсөн ҡылыс менән 2-се дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә[28]. 1878 йылдың 30 авгусында полковник дәрәжәһенә тиклем күтәрелә[15][19], ә 1888 йылдың 30 авгусында генерал-майор дәрәжәһен ала[18][15]. Дүрт йылда туғыҙ ай эскадрон командиры була, бер йыл — лейб-гвардия Гусар полкының дивизион командиры була[19].
1885 йылдың 19 декабргә Әстерхандың вице-губернаторы итеп тәғәйенләнә[29][1][2]. 1888 йылдың 12 сентябрендә Таврия вице-губернаторы вице-губернаторы вазифаһына күсерелә[29][1]. 1889 йылдың 10 мартында Өфө губернаторы итеп тәғәйенләнә[29][1].
Эске эштәр министрлығында бер нисә тапҡыр Өфө губернаһының административ-территориаль реформалары тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә, ул тормошҡа ашырылмай[30][1]. Шулай уҡ Урал һәм Себер тимер юлдарын берләштереү проектын тәҡдим итә[31]. Өфө губернаһы күскенселәренә ярҙам күрһәтеүҙе талап итә, башҡорт ерҙәрен шәхси кешеләргә түбән хаҡҡа һатыуҙы тыя[31][2]. Вазифаһы буйынса губерна полицияһын буйһоноуында тотоп, крәҫтиәндәр яғынан буйһонмау, шул иҫәптән ҡаҙна заводтары тарафынан урман киҫеүгә ҡамасаулау өсөн саралар ҡабул итә[32]. Ҡала эштәре буйынса губерна присутствиеһы рәйесе вазифаһын биләп[33], һайлау законы положениеларын индереү һәм тормошҡа ашырыуҙа, шулай уҡ һалым һалыуҙы камиллаштырыуҙа ҡатнаша[34]. Шулай ук һуҡырҙар тураһында императрица Мария Александровнаның Өфө бүлеге попечителлеге рәйесе була[35].
Лев Егорович Норд 1894 йылдың 19 ғинуарында Мәскәүҙә 46 йәшендә вафат була[36]. Әстерханда Духосошественный зыяратында ерләнә[36]. Шул уҡ йылдың 17 февралендә Өфө губернаторы итеп Логвинов Николай тәғәйенләнә[37].
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дине буйынса — православие[38][39]. Өйләнмәгән[38][39].
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәйҙеке
- Өсөнсө дәрәжә Изге Станислав ордены (1871 йыл)[38].
- Өсөнсө дәрәжә Изге Анна ордены (1874 йыл)[39].
- Ҡылыстар һәм бант менән дүртенсе дәрәжә Изге Владимир ордены (1877 йыл)[40].
- Ҡылыстар менән икенсе дәрәжә Изге Станислав ордены (1877 йыл)[41].
- Ҡылыстар менән икенсе дәрәжә Изге Анна ордены (1879 йыл)[40].
- Ғали йәнәптәре хуплауы (1883 йыл)[39].
- Өсөнсө дәрәжә Изге Владимир ордены (1884 йыл)[40].
- Ғали йәнәптәре хуплауы (1885 йыл)[38].
- Ғали йәнәптәре рәхмәте (1885 йыл)[39].
- Беренсе дәрәжә Изге Станислав ордены (1891 йыл)[42].
- Сит илдәрҙеке
- «Дунай аша күсеү өсөн» тәреһе (Румыния, 1878 йыл)[19].
- Өсөнсө дәрәжә Ҡыҙыл Бөркөт ордены (Пруссия, 1878 йыл)[18].
- Офицер дәрәжәһендәге Таковский тәреһе ордены (Сербия, 1879 йыл)[43].
- «Батырлыҡ өсөн» алтын миҙалы (Сербия, 1879 йыл)[18].
Мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Норд революционер О. Э. Веймарҙың тормошо тураһында В.Г. Фролов һәм уның ҡатыны Е.И.Фролованың «Вечная кара» романында кәүҙәләнә, 2002 йылда «Нева» журналында баҫылып сыға[44].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Кантимирова, 2016
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Р. И. Кантимирова. Норд Лев Егорович . Башкирская энциклопедия. Дата обращения: 6 декабрь 2019. Архивировано 5 декабрь 2019 года. 2019 йыл 5 декабрь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Мурашова, Мыслина, 1999
- ↑ Мурашова, 2005
- ↑ 5,0 5,1 Зубов, 2007
- ↑ Соколовская, 2000
- ↑ Мурашова, Мыслина, 2003
- ↑ Полк. А. Рябинин. Из прошлого Елисаветградских гусар. — Журнал «Военная быль». — Париж : Издание Обще-кадетского объединения под редакцией А. А. Геринга, 1963, август. — № 59. — С. 41—43. — 48 с.
- ↑ Мурашова, Мыслина, 1999, с. 16
- ↑ Губастов, 2003, с. 110
- ↑ Зубов, 2007, с. 246
- ↑ Полк. А. Рябинин. Из прошлого Елисаветградских гусар. — Журнал «Военная быль». — Париж : Издание Обще-кадетского объединения под редакцией А. А. Геринга, 1963, август. — № 59. — С. 41—43. — 48 с.
- ↑ Артамонова, 1912
- ↑ 14,0 14,1 Губастов, 2003
- ↑ 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 15,5 15,6 Список, 1890
- ↑ Хафизова, 2000
- ↑ 17,0 17,1 Гвардейский отряд, 1880
- ↑ 18,0 18,1 18,2 18,3 Список, 1888
- ↑ 19,0 19,1 19,2 19,3 19,4 19,5 Список I, 1891
- ↑ Гвардейский отряд, 1880, с. 7
- ↑ Гвардейский отряд, 1880, с. 76—77
- ↑ Гвардейский отряд, 1880, с. 85, 115—126
- ↑ Приказ по Действующей армии 5 августа 1877 года № 129 // Сборник материалов по Русско-турецкой войне 1877—78 г.г. на Балканском полуострове / Издание Военно-исторической комиссии Главного управления Генерального штаба. — СПб., 1911. — Вып. 97. — С. 79.
- ↑ Гвардейский отряд, 1880, с. 137—138
- ↑ Приказ по Действующей армии 25 сентября 1877 года № 174 // Сборник материалов по Русско-турецкой войне 1877—78 г.г. на Балканском полуострове / Издание Военно-исторической комиссии Главного управления Генерального штаба. — СПб., 1911. — Вып. 97. — С. 112.
- ↑ Гвардейский отряд, 1880, с. 101—102
- ↑ Список генерал-адъютантам Свиты Его Величества, генерал-майорам, флигель-адъютантам и генералам, состоящим при особе Его Величества. Исправлено по 1-е ноября. — СПб. : Военная типография, 1878. — С. 289.
- ↑ 28,0 28,1 Императорская главная квартира, 1914
- ↑ 29,0 29,1 29,2 Грызлов, 2003
- ↑ Кантимирова, 2000
- ↑ 31,0 31,1 Хафизова, 1999
- ↑ Дружинин et al., 1960
- ↑ Емалетдинова I, 2000
- ↑ Емалетдинова II, 2000
- ↑ Уфимскому отделению попечительства Императрицы Марии Александровны о слепых — 130 лет . Издательство «Апрель» (13 февраль 2011). Дата обращения: 6 декабрь 2019. Архивировано 7 декабрь 2019 года. 2019 йыл 7 декабрь архивланған.
- ↑ 36,0 36,1 Материалы, 2012, с. 59
- ↑ Гольдберг, 1897, с. 685
- ↑ 38,0 38,1 38,2 38,3 Список, 1890, с. 819
- ↑ 39,0 39,1 39,2 39,3 39,4 Список I, 1891, с. 806
- ↑ 40,0 40,1 40,2 Список, 1888, с. 821
- ↑ Список, 1889, с. 813
- ↑ Список II, 1891, с. 761
- ↑ Список II, 1891
- ↑ Фролов В. Г., Фролов Е. И. Вечная Кара: Повесть о докторе Веймаре. — Журнал «Нева». — Санкт-Петербург, 2002. — № 6. — 4—110 с.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гвардейский отряд Почетного конвоя Его Величества в Турецкую войну 1877—1878 г.. — Варшава, 1880. — XII, 288, 68 с.
- Императорская главная квартира. История государевой свиты. Царствование Императора Александра II. — СПб., 1914. — [6], 950 с.
- Крестьянское движение в России в 1881—1889 гг. / Дружинин Н. М., Сыромятникова М. А., Белоусова К. А., Эвенчик С. Л.. — Москва: Издательство социально-экономической литературы, 1960. — 961 с.
- Материалы к «Русскому провинциальному некрополю» Великого Князя Николая Михайловича / Шилов Д. Н.. — Издательство «Дмитрий Буланин», 2012. — Т. 1 (Губернии Астраханская, Вятская, Нижегородская, Самарская, Саратовская и Симбирская). — 1032 с. — (Санкт-Петербург). — ISBN 9785860077065.
- Список генералам по старшинству. — Санкт-Петербург: Военная типография, 1888. — 822 с.
- Список генералам по старшинству. — Санкт-Петербург: Военная типография, 1889. — 818 с.
- Список генералам по старшинству. — Санкт-Петербург: Военная типография, 1890. — 920 с.
- Список генералам по старшинству. — Санкт-Петербург: Военная типография, 1891. — 913 с.
- Список генералам по старшинству. — Санкт-Петербург: Военная типография, 1891. — 908 с.
- Артамонова И. Н. Щербатов II-ой, князь Николай Григорьевич. — Русский биографический словарь. — Санкт-Петербург: Типография Главного Управления Уделов, 1912. — Т. 24 (Щапов — Юшневский). — С. 125—126. — 365 с.
- Богданович А. В. Три последних самодержца. — Москва / Ленинград: Издательство Л. Д. Френкель, 1924. — 572 с.
- Гольдберг Г. А. Альманах современных русских государственных деятелей. — Санкт-Петербург: Типография Исидора Гольдберга, 1897. — 1250 с.
- Губастов К. А. Генеалогические сведения о русских дворянских родах, происшедших от внебрачных союзов. — Издательство «Нестор-История», 2003. — 194 с. — ISBN 5981870052.
- Емалетдинова Г. Э. Городское общественное управление Уфы во второй половине XIX в.. — Уфа: прошлое, настоящее, будущее. материалы республиканской научно-практической конференции. — Уфа: Издательство «Гилем», 2000. — С. 78—86. — 200 с.
- Емалетдинова Г. Э. Становление буржуазного городского самоуправления на Южном Урале 60—90-е годы XIX в.. — Уфа: Издательство «Восточный университет», 2000. — 140 с. — ISBN 5878652366.
- Емалетдинова Г. Э. Введение Городового положения 1892 г. Реализация избирательного закона в конце XIX — начале XX вв.. — Башкортостан: история и современность. Материалы межрегиональной научной конференции, посвящённой 90-летию образования Башкирской автономной советской республики, 24 апреля 2009 г., Республика Башкортостан, г. Стерлитамак. — Уфа: Стерлитамакская государственная педагогическая академия, 2009. — С. 74—81. — 233 с.
- Зубов В. П. Павел I. — Санкт-Петербург: Издательство «Алетейя», 2007. — 264 с. — ISBN 9785903354573.
- Кантимирова Р. И. Государственное управление в Уфимской губернии во второй половине XIX — начале XX вв.. — Стерлитамак: Стерлитамакский государственный педагогический институт, 2000. — 173 с.
- Кантимирова Р. И. Проекты губернатора Л. Е. Норда по изменению административнотерриториального устройства Уфимской губернии. — Международный научный журнал «Символ науки». — Уфа, 2016. — № 11—2. — С. 41—42. — 210 с.
- Мурашова Н. В., Мыслина Л. П. Дворянские усадьбы Санкт-Петербургской губернии: Ломоносовский район. — Санкт-Петербург: Русско-Балтийский информационный центр «Блиц», 1999. — 197 с. — ISBN 5867890953.
- Мурашова Н. В., Мыслина Л. П. Дворянские усадьбы Санкт-Петербургской губернии: Кингисеппский район. — Санкт-Петербург: Информационный центр «Выбор», 2003. — 276 с. — ISBN 5935180286.
- Мурашова Н. В. Сто дворянских усадеб Санкт-Петербургской губернии: исторический справочник. — Санкт-Петербург: Информационный центр «Выбор», 2005. — 399 с. — ISBN 5935180294.
- МВД России: энциклопедия / Некрасов В. Ф.. — Москва: Издательский дом «ОЛМА-ПРЕСС», 2002. — 624 с. — ISBN 9785224037223.
- Соколовская Т. О. Капитул Феникса. Высшее тайное масонское правление в России (1778—1822 гг.). — Москва: Издательство Государственной публичной исторической библиотеки России, 2000. — 65 с. — ISBN 585209093X.
- Усманов Х. Ф. Развитие капитализма в сельском хозяйстве Башкирии в пореформенный период: 60-90 годы XIX в.. — Москва: Издательство «Наука», 1981. — 368 с.
- Хафизова Р. И. Управление в Уфимской губернии во второй половине XIX — начале XX вв.. — Уфа: Издательство «Восточный университет», 1999. — 116 с.
- Хафизова Р. И. Губернские органы управления в Уфе во второй половине XIX в.. — Уфа: прошлое, настоящее, будущее. материалы республиканской научно-практической конференции. — Уфа: Издательство «Гилем», 2000. — С. 70—78. — 200 с.
- Губернии Российской империи. История и руководители. 1708—1917 / Б. В. Грызлов. — Москва: Объединенная редакция МВД России, 2003. — 535 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лев Егорович Норд (неопр.) (недоступная ссылка). Башкирская энциклопедия. Дата обращения 2 апреля 2020. Архивировано 5 декабря 2019 года.
- 26 августа тыуғандар
- 1847 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербург губернаһында тыуғандар
- 12 февралдә вафат булғандар
- 1894 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Изге Владимир ордены кавалерҙары
- Изге Анна ордены кавалерҙары
- Изге Станислав ордены кавалерҙары (Рәсәй империяһы)
- Ҡыҙыл бөркөт ордены кавалерҙары
- Өфө губернаторҙары
- Рус-төрөк һуғышында (1877—1878) ҡатнашыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- III дәрәжә Изге Станислав ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Изге Станислав ордены кавалерҙары
- III дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- III дәрәжә Изге Владимир ордены кавалерҙары
- 31 ғинуарҙа вафат булғандар