Рус-төрөк һуғышы (1877—1878)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рус-төрөк һуғышы (1877—1878)
Төп конфликт: Көнсығыш кризисы,
рус-төрөк һуғыштары
Николай Дмитриев-Оренбургский. ««Плевнаны ҡамағанда Гривицкий редутын баҫып алыу» (1885)
Николай Дмитриев-Оренбургский.
««Плевнаны ҡамағанда Гривицкий редутын баҫып алыу» (1885)
Дата

12 (24) апреля 187719 февраля (3 марта1878

Урыны

Балҡан ярымутрауы, Кавказ аръяғы

Сәбәбе

Көнсығыш кризисы:

  • Төрөк ғәскәрҙәренең Балҡан славяндары ихтилалын аяуһыҙ баҫтырыуы
  • Солтандың балҡан славяндарына автономия бирергә теләмәүе
Нәтижә

Рәсәй империяһының еңеүе:

  • Сан-Стефан килешеүе
  • Берлин трактаты
  • Константинополь тыныслыҡ килешеүе (1879)
Үҙгәрештәр
  • Берләштерелгән Валахия һәм Молдавия (Румыния) кенәзлегенең, Сербия һәм Черногория кенәзлектәренең бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеү
  • Болгарияның бер өлөшөнә (Болгария һәм Көнсығыш Румелия кенәзлектәре) автономия биреү
  • Болгарияла ваҡытлыса рус идаралығы
  • Көньяҡ Бессарабияны, Карс һәм Батуми өлкәләрен Рәсәйгә ҡушыу
  • Төньяҡ Добруджаның Румынияға ҡушылыуы
  • Австро-Венгрияның Босния һәм Герцеговинаны баҫып алыуы
  • Британияның Кипрҙы баҫып алыуы
Ҡаршы тороусылар
  • Рәсәй империяһы Российская империя
  • Валахия һәм Молдавия берләшкән кенәзлеге Берләшкән Валахия һәм Молдавия кенәзлеге
  • Болгария Болгар ополчениеһы
  • Сербия кенәзлеге Сербия кенәзлеге
  • Черногория кенәзлеге Черногория кенәзлеге
  • Шаблон {{флаг}} не знает варианта 1815. Сербия Босния һәм Герцеговина ихтилалы
Командирҙар
  • Рәсәй империяһы Александр II
  • Рәсәй империяһы Өлкән Николай Николаевич
  • Рәсәй империяһы Михаил Николаевич
  • Рәсәй империяһы Милютин Дмитрий Алексеевич
  • Рәсәй империяһы Непокойчицкий Артур Адамович
  • Рәсәй империяһы Тотлебен Эдуард Иванович
  • Рәсәй империяһы Скобелев Михаил Дмитриевич
  • Рәсәй империяһы Радецкий Фёдор Фёдорович
  • Рәсәй империяһы Святополк-Мирский, Николай Иванович
  • Рәсәй империяһы Гурко Иосиф Владимирович
  • Рәсәй империяһы Драгомиров Михаил Иванович
  • Рәсәй империяһы Лорис-Меликов Михаил Тариэлович
  • Валахия һәм Молдавия берләшкән кенәзлеге Кароль I
  • Болгария Столетов Николай Григорьевич
  • Сербия кенәзлеге Милан I Обренович / Милан IV Обренович
  • Черногория кенәзлеге Никола I Петрович
  • Ғосман империяһы Абдулхәмит II
  • Ғосман империяһы Абдулкәрим Надир паша
  • Ғосман империяһы Меһмет Али паша
  • Ғосман империяһы Ғосман Нури паша  пленға бирелде
  • Ғосман империяһы Сөләймән паша
  • Ғосман империяһы Вессель паша  пленға бирелде
  • Ғосман империяһы Әхмәт Әйүп паша
  • Ғосман империяһы Әхмәт Мөхтәр паша
  • Төньяҡ Кавказ имамлығы флагы Алдамов Алибәк хажи  пленға бирелде 
  • Төньяҡ Кавказ имамлығы флагы Мөхәммәт хажи Согратлинский  пленға бирелде 
  • Польша Ягмин Юзеф  
Ҡаршы тороусы көстәр
  • Россия: 335 меңгә яҡын һалдат һәм 500 орудие[1]:

185 меңгә яҡын — һуғыштың Балҡан кампанияһы — Балҡан театры]]
150 меңгә яҡын — һуғыштың Кавказ кампанияһы — Кавказ театры]]

  • Румыния: 60 мең һалдат һәм 190 орудие
  • Болгария: 40 мең
  • Сербия: 81,5 мең
  • Черногория: 25 мең
  • Төркиә: 281 мең һалдат[2]:

200 мең тирәһе — Балҡан театры
(шул иҫәптән 100 меңе — ҡәлғәләр гарнизондары)
70 мең тирәһе — Кавказ театры

Юғалтыуҙар
  • Рәсәй:

15 567 һәләк булған,
6824 яраларҙан үлгән,
56652 яраланған,
81 363 сирҙәрҙән вафат булған,
3,5 мең хәбәрһеҙ юғалған,
1713 башҡа сәбәптәрҙән вафат булған,
35 мең хеҙмәткә яраҡһыҙ тип ҡайтарылған[3] (башҡа мәғлүмәт тә бар)

  • Румыния:
    10 мең үлтерелгән һәм яраланған[4],

19904 сирҙәрҙән вафат булған[5]

  • Болгария:
    3456 үлтерелгән һәм яраланған[3]
  • Сербия һәм Черногория:
    2,4 мең үлтерелгән һәм яраланған[3]

Төркиә:
30 мең үлтерелгән
90 мең яраларынан үлгән һәм яраланған
113 тыс. пленных[6]

 Рус-төрөк һуғышы Викимилектә
⚙️ Рәсәй Федерацияһы Урыҫ-төрөк һуғыштары Ғосман империяһы

1877 — 1878 йылдарҙағы Рус-төрөк һуғышы (Төркиәлә — 93-сө йыл һуғышы (төр. 93 Harbi), сөнки һижриҙән 1293 йылда алып барылған) — Көнсығыш көрсөгө сиктәрендә, бер яҡтан, Рәсәй империяһы һәм уға союздаш Балҡан дәүләттәре, икенсе яҡтан, Ғосман империяһы араһында һуғыш.

Һуғыш башланыр алдынан, Балҡанда йәшәгән халыҡтарҙың милли үҙаңы күтәрелә. Ғосман империяһының Босния һәм Герцеговина (1875) һәм Болгариялағы апрель ихтилалдарының (1876) ҡанһыҙлыҡ менән баҫтырыла. Был хәбәр Европала һәм айырыуса Рәсәйҙә ундағы христиандарҙың хәленә теләктәшлек уята. Һуғыштың маҡсаты - православие славяндарын төрөк хакимлығынан азат итеү (бойондороҡһоҙ Сербия биләмәһен киңәйтеү, бойондороҡһоҙ Болгарияны ойоштороу).

Рәсәй Порта менән низағҡа төрөктәрҙең Ғосман Төркиәһендәге Босния-Герцеговиналағы славян ихтилалын баҫтырыуына ҡаршы сыҡҡан сербтар һәм черногорҙарҙан һуң инә. 1876 йылдың көҙөндә алты тапҡырға артығыраҡ булған төрөк ғәскәре сербтарҙы һәм рус доброволецтарын тар-мар итә яҙа. Рәсәй ультиматумынан һуң, хәрби хәрәкәттәр башланыу ҡурҡынысы янағанлыҡтан, төрөктәр килешеү төҙөргә ризалаша. Әммә Рәсәй императоры Александр II 1877 йылдың апрелендә Төркиәгә һуғыш иғлан итә.

Төрөктәрҙең пассивлығынан файҙаланып, Рус армияһы артабанғы хәрби хәрәкәттәр барышында Дунайҙы уңышлы аша сыға, Шипка артылышын ала һәм, биш ай ҡамауҙан һуң, Төркиәнең иң яҡшы Нурыйғәзе Ғосман-паша армияһын Плевен ҡалаһында бирелергә мәжбүр итә. Балҡан тауҙары (Стара-Планина) аша уҙған артабанғы рейд барышында рус армияһы, Константинополгә илткән юлды ҡаплап торған һуңғы төрөк частарын ҡыйратып, Ғосман империяһын һуғыштан сығырға мәжбүр итте.

Берлин тыныслыҡ конгресында (1878 йылдың йәйе) Бессарабияның көньяҡ өлөшөн Рәсәйгә кире ҡайтарыуҙы һәм Карс, Ардаган һәм Батумдың ҡушылыуын теркәгән Берлин трактатына ҡул ҡуйыла. Болгария дәүләтселеге тергеҙелә[7]; Сербия, Черногория, Валахия һәм Молдавия кенәзлектәре территориялары арта, ә төрөк Босния виләйәте — Босния һәм Герцеговина Австро-Венгрия тарафынан баҫып алына.

Конфликт тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғосман империяһында мәсихселәрҙе йәберләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡырым һуғышы йомғаҡтары буйынса төҙөлгән Париж тыныслыҡ килешеүенең 9-сы статьяһы Ғосман империяһын мәсихселәргә мосолмандар менән тиң хоҡуҡ бирергә мәжбүр итә. Солтандың тейешле фарманы (указы) баҫылып сығыуынан ары китмәй был эш. Атап әйткәндә, судтарҙа мосолман булмағандарҙың («зимми») мосолмандарға ҡаршы таныҡлыҡтары ҡабул ителмәй, ысынында иһә был күренеш судта мәсихселәрҙе дини эҙәрләүҙәрҙән яҡлау хоҡуғынан мәхрүм итә[8].

1860 йыл — Ливанда ойошторолған һуйышта Ғосман власы ирек ҡуйыуы арҡаһында 10 меңдән ашыу христиан (күбеһенсә марониттар, шулай уҡ грек католиктары һәм православие динендәгеләр) һәләк була. Француз хәрби интервенцияһы янауы Портаны илдә тәртип тергеҙергә мәжбүр итә[9]. Европа державалары баҫымы аҫтында ғына Порта Ливанда Ғосман солтаны тарафынан тәҡдим ителгән христиан губернаторын тәғәйенләүгә бара[10].

  • 1866—1869 йылдар — утрауҙы Греция Короллеге менән берләштереү лозунгыһы аҫтында барған Крит ихтилалы. Баш күтәреүселәр мосолмандар нығынған биш ҡаланан тыш бөтә утрауҙы үҙ контроленә ала. 1869 йылдың башына ихтилал баҫтырыла[11], әммә Порта, утрауҙа мәсихселәрҙең хоҡуҡтарын нығытҡан үҙидара индереп, христиандарҙың хәлен яҡшырта[12]. Ихтилалды баҫтырыу барышында Европала Аркади монастырындағы ваҡиғалар киң танылыу ала, монастырҙа йәшенгән 700-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ һәм бала, ҡамауҙа тотҡан төрөктәргә бирелеүгә ҡарағанда, дары шартлатып, үлем ҡабул итеүҙе өҫтөн күрә.

Крит ихтилалы Ғосман империяһында йәшәгән мәсихселәрҙең, төрөк хөкүмәтенең ҡанһыҙлығы һөҙөмтәһендә, ғазаплы тормошона Европаның (Британия империяһы) иғтибарын йәлеп итә[13].

Европала көстәр балансының үҙгәреүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1871 йылға Европа картаһы
Горчаков Александр Михайлович

Һуғыштан Рәсәй минималь территориаль юғалтыуҙар менән сыға, әммә Ҡара диңгеҙ флотын ҡалдырыуҙан баш тартырға һәм Севастополдең нығытмаларын юҡҡа сығарырға мәжбүр була.

Ҡырым һуғышынан һуң урыҫ дипломатияһы бурыстарының береһе — илдең Ҡара диңгеҙ флотына хоҡуғын тергеҙеү була. Әммә был еңел эш түгел — 1856 йылда Париж тыныслыҡ килешеүе Берләштерелгән Бөйөк Британия, Ирландия һәм Франция яғынан Ғосман империяһының бөтөнлөгө гарантиялары ҡаралған. Австрия империяһына һуғыш ваҡытында билдәһеҙ асыҡтан-асыҡ дошманлыҡ позицияһы хәлде ҡатмарлаштыра. Бөйөк державалар араһында Пруссия менән Рәсәй араһында ғына дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре һаҡланған.

Бисмарк

Тап 1856 йылдың апрелендә Александр II һәм ул тәғәйенләгән кенәз А. М. Горчаков Пруссия канцлеры Бисмарк менән союзға өмөтләнә. Рәсәй Германияның берләшеүендә нейтраль позиция биләй, һөҙөмтәлә Германия империяһы барлыҡҡа килә. Францияның франк-прус һуғышында ауыр хәлдә ҡалыуынан файҙаланып, 1870 йылдың октябрендә Рәсәй Ҡара диңгеҙҙә хәрби-диңгеҙ төҙөлөшө буйынса сикләүҙәр үтәүҙән баш тартыуы тураһында иғлан итә һәм халыҡ-ара конференцияла уның раҫланыуына ризалығын белдерә. 1871 йылдың мартында (Лондон конвенцияһы) Рәсәй Бисмарк ярҙамында Париж килешеүенең Рәсәйгә Ҡара диңгеҙҙә флот тотоуын тыйған положениеларын ғәмәлдән сығарыуға бәйле халыҡ-ара консенсусҡа өлгәшә.

Париж килешеүенең ҡалған положениелары эшләүен дауам иткән. Атап әйткәндә, 8-се статья Рәсәйҙең Ғосман империяһы менән конфликты булған осраҡта Бөйөк Британия һәм Австрияға һуңғыһы яғында ҡатнашыу хоҡуғын бирә. Был Рәсәйҙе Ғосмандар менән мөнәсәбәттәрендә үтә һаҡ булырға һәм башҡа бөйөк дәүләттәр менән килешеп эш итергә мәжбүр итә. Шулай итеп, башҡа Европа державаларынан ошондай ғәмәлдәргә карта-бланш алғанда ғына Төркиә менән туранан-тура һуғыш булыуы мөмкин ине, һәм Рәсәй дипломатияһы уңайлы мәлде көткән. Ул ваҡыттағы донъяның алдынғыы державаһы, Бөйөк Британия, солтан власынан ҙур сауҙа ташламалары (ҡара: Британия һәм Ғосман империяһының 1838 йылғы Балта-Лиман сауҙа килешеүе) алғанлыҡтан, Ғосман империяһының бөтөнлөгөн һаҡлау яҡлы булған. Әммә Британия бер үҙе генә Ғосман империяһының бөтөнлөгө өсөн көрәшергә йыйынмай, 1871 йылда Франция еңелгәндән һуң, Германия империяһына ҡаршы бөтә көстәрен тупларға мәжбүр була. Һөҙөмтәлә Рәсәй эшмәкәрлегенә уңайлы булған халыҡ-ара хәл барлыҡҡа килә.

Һуғыштың туранан-тура сәбәптәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Болгарияла ихтилал баҫтырыу һәм Европа реакцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Яфа сигеүсе болгар ҡатын-ҡыҙҙары». Маковский Константин Егорович картинаһы (1877 йыл); башыбоҙоҡтарҙың Болгариялағы ҡанһвҙлығын һүрәтләй

1875 йылдың йәйендә Босния һәм Герцеговинала төрөктәргә ҡаршы ихтилал башлана, уның төп сәбәбе — финанс йәһәтенән көсһөҙ Ғосман хөкүмәте билдәләгән саманан тыш һалымдар була.[14]. Һалымдарҙың бер аҙ кәмеүенә ҡарамаҫтан, ихтилал 1875 йыл дауамында бара һәм һөҙөмтәлә 1876 йылдың яҙында Болгарияла Апрель ихтилалына сәбәпсе була.

Болғар ихтилалын баҫтырыу барышында төрөк ғәскәрҙәре тыныс халыҡты күпләп үлтерә, 15 меңдән[15][16]30 йәшкә тиклем кеше һәләк була[17][18][19]; бигерәк тә даими булмаған частар — башыбоҙоҡтар ҡоторонған. Британия хөкүмәтенең протөрөк линияһын үткәргән Бенджамин Дизраэлиға ҡаршы ҡайһы бер журналистар һәм баҫмаларҙа пропагандистик кампаниялар йәйелдерелә, ул Төркиәнең регуляр булмаған берләшмәләренең ҡанһыҙлығын иғтибарһыҙ ҡалдырыуҙа ғәйепләнә; Америка журналисының Рәсәй подданныйына өйләнгән, Америка журналисының Алоизий Мак-Гахандың оппозиция Daily News (UK инглиз телендә) баҫтырылған материалдары ҙур роль уйнай. 1876 йылдың июль — авгусында Дизраэли общиналар палатаһында Көнсығыш мәсьәләһе буйынса хөкүмәт сәйәсәтен яҡларға һәм британ илсеһе Һенри Эллиоттың ялған хәбәрҙәрен аҡларға мәжбүр була. Шул уҡ йылдың 11 авгусында, түбәнге палатала һуңғы тапҡыр үткәрелгән бәхәс ваҡытында, Б. Дизраэли, ике партия вәкилдәре тарафынан аяуһыҙ тәнҡитләнә һәм тулы изоляцияла ҡала.

Daily News мәғлүмәте Европа йәмәғәтселегенең асыуын ҡабарта: Чарльз Дарвин, Оскар Уайльд, Виктор Гюго һәм Джузеппе Гарибальди болгарҙарҙы яҡлап сығыш яһай[20].

Виктор Гюго, атап әйткәндә, 1876 йылдың авгусында Франция парламентарий гәзитендә яҙған[21]:

Европа хөкүмәттәренең иғтибарын бер фактҡа, хөкүмәт күрмәгән ҙур булмаған бер фактҡа йәлеп итергә кәрәк… Тотош халыҡты юҡҡа сығарыу бара. Ҡайҙа? Европала… Был бәләкәй генә героик халыҡтың ғазаптарына сик ҡуйылырмы?

Англияла йәмәғәтселеге фекере 1876 йылдың сентябрь башында Ғосман империяһына ярҙам итеүҙең «төркифиллек» сәйәсәтенә ҡаршы йәйелдерелә. Гладстон үҙенең брошюраһында Босния, Герцеговина һәм Болгарияға автономия биреү программаһын асып һала.</ref> (The Bulgarian Horrors and the Question of the East)[22][23],

Дизраэли Бенджамин, Бөйөк Британия премьер-министры (1874—1880)

Рәсәйҙә 1875 йылдың көҙөнән алып бөтә йәмәғәт ҡатламдарын солғап алған славян көрәшен хуплау хәрәкәте йәйелдерелә: прогрессив даирәләр һуғыштың азатлыҡ маҡсаттарын нигеҙләй, консерваторҙар Константинополдең баҫып алыныуы һәм монархиялы Рәсәй етәкселегендә славян федерацияһын ойоштороу кеүек сәйәси дивидендтар ихтималлығы тураһында уйлана.

Был дискуссияла славянофилдар һәм көнбайыштар (западники) араһында традицион Рәсәй бәхәсе ҡуҙғала, етмәһә, яҙыусы Достоевский Фёдор Михайлович йөҙөндә тәүгеләрҙән булып һуғышта славян халыҡтарының Рәсәй тирәләй православие нигеҙендә тупланыуына бәйле айырым тарихи миссия башҡарылыуын күрә, ә икенселәре, Тургенев йөҙөндә, дини аспекттың әһәмиәтен юҡҡа сығара һәм һуғыштың маҡсаты булып православиены яҡлау түгел, болгар халҡын азат итеү тора, тип иҫәпләй[24].

Балҡанда һәм Рәсәйҙә көрсөктөң башланғыс осоро ваҡиғаларына урыҫ нәфис әҙәбиәтенең бер нисә әҫәре бағышланған: Тургеневтың «Крокет в Виндзоре» (1876) шиғырында королева Виктория төрөк йыртҡыслығына юл ҡуйыуҙа ғәйепләнә, ә Полонский «Болгарка» (1876) шиғырында мосолман һәрәменә оҙатылған болгар ҡатын-ҡыҙының үс алыу нәфрәте менән йәшәүе тураһында бәйән итә.

Болгар шағиры Иван Вазовтың «Воспоминания о Батаке» хәтирәләр шиғыры бар. Шағир ҡулын һуҙып хәйер һораған ябыҡ үҫмерҙе осрата. Иван Вазов малайҙы үҙенә һыйындыра һәм һуңынан Иванчо исемле малай исеменән болгар халҡының ғосман иҙеүенә ҡаршы героик көрәшен сағылдырған шиғыр яҙған[25].

Сербияның еңелеүе һәм дипломатик маневр яһау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1876 йылдың июнендә Сербия кенәзлеге, ә уның артынса Черногория кенәзлеге лә, Төркиәгә һуғыш иғлан итә. Рәсәй һәм Австрия вәкилдәре бының тураһында рәсми рәүештә иҫкәртә, әммә Рәсәйҙең төрөктәрҙең уларҙы ҡыйратыуына юл ҡуймаҫына ышанып, сербтар быға артыҡ ҙур әһәмиәт бирмәй.
Австро-Венгрия императоры Франц Иосиф I
  • 1876 йылдың 26 июнендә Александр II һәм Горчаков Александр Михайлович Богемия Короллегендәге Рейхштадт (Закупи) һарайында Франц-Иосиф I һәм Дьюла Андраши менән осраша. Осрашыу барышында Рейхштадт килешеүе төҙөлә, уға ярашлы, Босния менән Герцеговинаның Австрия оккупацияһына булышлыҡ иткән Рәсәй 1856 йылда Рәсәйҙән тартып алынған көньяҡ-көнбайыш Бессарабияны ҡайтарып алыуға һәм Ҡара диңгеҙҙәге Батуми портын ҡушыуға Австрия ризалығын ала. Балканда Болгария автономия ала (рус версияһы буйынса — бойондороҡһоҙлоҡ)[26]. Һөҙөмтәләре йәшерен булған осрашыу барышында шулай уҡ «балҡан славяндары бер нисек тә Балҡан ярымутрауында бер ҙур дәүләт булдыра алмай», тип килешелә[27].
  • Июль-августа төрөктәр Сербия армияһын еңә, һәм 26 августа Сербия Европа державаларына һуғышты туҡтатыу өсөн аралашсы булыу үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Төркиә державаларының берлектәге ультиматумы Портаны бер ай эсендә килешеү төҙөргә һәм тыныслыҡ тураһында һөйләшеүҙәр башларға мәжбүр итә. Әммә Төркиә тыныслыҡ һөйләшеүҙәре буйынса бик ҡаты шарттар тәҡдим иткәнлектән, ул башҡа державалар тарафынан кире ҡағыла.
  • 1876 йылдың 31 авгусында ауырыу буйынса эшкә яраҡһыҙ тип иғлан ителгән солтан Морат V төшөрөлә, һәм тәхеткә Абдул-Хәмит II ултыра.
  • Сентябрь дауамында Рәсәй Австрия һәм Англия менән Балканда тыныслыҡ мөнәсәбәттәрен көйләүҙең ҡулай варианты тураһында һөйләшеп килешергә тырыша. Был Европаның бөтә державалары исеменән Төркиәлә мөмкин булыр тип тәҡдим ителә. Эш яйға һалынмай — Рәсәй рус ғәскәрҙәренә Болгарияны оккупацияларға һәм бөйөк державаларҙың берләшкән эскадраһын Мәрмәр диңгеҙенә индерергә тәҡдим итә, беренсеһе — Австрияны, ә икенсеһе — Бөйөк Британияны ҡәнәғәтләндермәй.
  • Октябрь башында Сербия менән килешеү ваҡыты тамамлана, Төркиә ғәскәрҙәре һөжүмде яңынан башлай. Сербиялағы хәлдәр киҫкенләшә. 18 (30) октябрҙә Константинополдәге рус илсеһе граф Игнатьев Николай Павлович Портаға, 48 сәғәттә яуап биреүҙе талап итеп, 2 айға ҡайтанан тыныслыҡ килешеүе төҙөү тураһында ультиматум илтә; 20 октябрҙә Кремлдә Александр II шундай уҡ талаптарҙы күҙ уңында тотҡан телмәр тота (императорҙың Мәскәү телмәре), һәм 20 дивизияны өлөшләтә мобилизацияларға ҡуша. Порта Рәсәй ультиматумын ҡабул итә.
  • 11 декабрҙә Рәсәй башланғысы менән саҡырылған Константинополь конференцияһы башлана. Бөйөк державаларҙың берләштерелгән контроле аҫтында Болгария, Босния һәм Герцеговинаға автономия биреүсе компромислы ҡарар проекты әҙерләнә. 23 декабрҙә Порта империяла дини аҙсылыҡтың тигеҙлеген иғлан иткән конституция ҡабул итеүе тураһында белдерә. Шуның нигеҙендә Төркиә конференция ҡарарын таныуҙан баш тарта.
  • 1877 йылдың 15 ғинуарында Рәсәй Австро-Венгрия менән яҙма килешеү төҙөй, ул һуңғыһының Босния һәм Герцеговинаны баҫып алыу хоҡуғына алмашҡа нейтралитет гарантиялай. Алдан төҙөлгән Рейхштадт килешеүенең башҡа шарттары раҫлана. Был яҙма килешеү, Рейхштад килешеүе кеүек үк, ҡәтғи сер итеп тотола. Мәҫәлән, уның тураһында хатта Рәсәйҙең ҙур дипломаттары ла, шул иҫәптән Төркиәләге Рәсәй илсеһе лә белмәй[28].
  • 1877 йылдың февралендә Рәсәй Берләштерелгән Бөйөк Британия Короллеге менән килешеү төҙөй. Лондон протоколы Портаға хатта Константинополь конференцияһының һуңғы (ҡыҫҡартылған) тәҡдимдәре менән сағыштырғанда ла, киҫеп алынған реформалар ҡабул итергә кәңәш бирә. 31 мартта бөтә алты держава вәкилдәре протоколға ҡул ҡуя. Әммә 12 апрелдә Порта уны, Төркиәнең эске эштәренә ҡыҫылыу тип белдереп, кире ҡаға.

1877 йылдың 19 мартында оттоман парламенты асыла. Төркиәнең Европа державаларының берләштерелгән ихтыярын иғтибарһыҙ ҡалдырыуы Рәсәйгә Төркиә менән һуғышта Европа державаларының нейтралитетын тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. Был йәһәттән төрөктәр үҙҙәре, Париж килешеүенең Рәсәй менән күҙгә-күҙ яңғыҙ һуғыш рөхсәт итмәгән положениеларын юҡҡа сығарып, баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтә.

Рәсәйҙең һуғышҡа инеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1877 йылдың 12 (24) апрелендә Рәсәй Төркиәгә һуғыш иғлан итә: Кишинёвтағы ғәскәрҙәр парадынан һуң епископ Кишинёвский һәм Хотинский Павел (Лебедев) тантаналы ғибәҙәт барышында Александр II батшаның Төркиәгә һуғыш иғлан итеү тураһындағы манифесын уҡый[29].

Фәҡәт тиҙ һуғыш ҡына, — бер кампанияла, Рәсәйгә Европа ҡатнашыуынан ҡотолорға мөмкинлек бирә. Рус-төрөк һуғыштарының береһендә лә ваҡыт факторы ул тиклем үк мөһим роль уйнамаған була. Англиялағы хәрби агент хәбәр итеүенсә, 50-60 мең кешенән торған экспедиция армияһын әҙерләүгә Лондонға — 13-14 аҙна, ә константинополь позицияһын әҙерләүгә тағы 8-10 аҙна ваҡыт кәрәк булған. Етмәһә, армияны, Европаны урап, диңгеҙ аша килтерергә кәрәк булған. Был осорҙа Төркиә уңышлы оборонаға өмөт бағлаған.

Төркиәгә ҡаршы һуғыш планын 1876 йылдың октябрендә генерал Н. Н. Обручев төҙөй. 1877 йылдың мартына проектты император үҙе, хәрби министр, баш командующий, бөйөк кенәз Өлкән Николай Николаевич, уның штаб ярҙамсыһы генерал А. А. Непокойчицкий, штаб начальнигы ярҙамсыһы генерал-майор К. В. Левицкий үҙе төҙәтә.

1877 йылдың майында рус ғәскәрҙәре Румыния территорияһына инә. Рәсәй яғында сығыш яһаған Румыния ғәскәре августан ғына әүҙем эшләй башлай.

Рус йәмәғәтселегенең төрөктәр ғәмәлдәренә ризаһыҙлығын белдерә һәм үҙ ирке менән һуғышта (был «Анна Каренина» романы биттәрендә лә сағыла) ҡатнашырға теләүселәр һаны арта. Склифосовский, Пирогов һәм Боткин Сергей Петрович, яҙыусылар Гаршин Всеволод Михайлович һәм Гиляровский Владимир Алексеевич үҙҙәре теләп (доброволец) фронтҡа юллана. Тарихсы Н. А. Троицкий раҫлауынса, 60 йәшлек И. С. Тургенев: «Йәшерәк булһам, мин үҙем дә шунда барыр инем», ә 50 йәшлек Лев Толстой «Бөтә Рәсәй унда, һәм мин дә барырға тейеш» тип әйткән[30].

Һуғыш барышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көстәр нисбәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дошмандарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте Рәсәй файҙаһына була, хәрби реформалар ыңғай һөҙөмтә бирә башлаған була.

Төркиә армияһы 200 меңләп кешенән торған, шуларҙың яртыһын тиерлек ҡәлғә гарнизондары тәшкил иткән, был оператив армия өсөн 100 мең кеше ҡалыуын аңлатҡан.

Кавказда бөйөк кенәз Михаил Николаевич етәкселегендәге рус Кавказ армияһының 372 орудиела 150 мең самаһы кешеһе, ә Әхмәт Мөхтәр пашаның төрөк армияһында 200 орудиела 70 меңләп кешеһе була[31].

Хәрби әҙерлек буйынса Рәсәй армияһы дошмандан өҫтөнөрәк була, әммә атыу ҡоралы сифаты буйынса ҡалыша (төрөк ғәскәрҙәре өр-яңы инглиз һәм Америка винтовкалары менән ҡоралланған була). Рус артиллерияһы төрөк артиллерияһынан техник яҡтан өҫтөн булған, сөнки һуғыш башланыр алдынан рус армияһы ҡайтанан өр-яңы һырлы артиллерия менән тулыһынса ҡоралландырыуҙы тамамлаған[32].

Балҡан һәм Кавказ аръяғы халыҡтары тарафынан Рәсәй армияһына әүҙем ярҙам итеү рус ғәскәрҙәренең әхлаҡи рухын нығыта, уларҙың составында болгар, әрмән һәм грузин ополчениелары хәрәкәт иткән. Төркиә армияһын еңеүгә шулай уҡ Сербия, Румыния һәм Черногория ғәскәрҙәре үҙ өлөшөн индерә.

Ҡара диңгеҙҙә тулыһынса төрөк флоты өҫтөнлөк итә. Рәсәй, 1871 йылда ғына Кара диңгеҙ флотына хоҡуҡҡа эйә булып, уны һуғыш башланыуға аяҡҡа баҫтырып өлгөрмәгән һәм хәрби ихтыяждар өсөн йыһазландырылған «Рус пароходсылыҡ һәм сауҙа йәмғиәте» караптарын файҙаланған

Дөйөм ситуация һәм яҡтарҙың пландары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике хәрби хәрәкәт театры мөмкин була: Балҡан һәм Кавказ аръяғы. Урындағы халыҡтың ярҙамына иҫәп тоторға мөмкин булғанлыҡтан (уларҙың азатлығы өсөн һуғыш алып барылған), төп нөктә Балҡан булған. Бынан тыш, рус армияһының Константинополгә уңышлы етеүе Ғосман империяһының һуғыштан сығыуына килтерер ине.

Рус армияһының Константинополгә барған юлында ике тәбиғи ҡаршылыҡ торған:

  • Дунайҙың Ғосмандар тарафынан төплө нығытылған төрөк яры. Данлыҡлы «дүртмөйөшлө» нығытмаларҙағы ҡәлғәләр — Рущук — Шумла — Варна — Силистрия — бөтөн донъяла булмаһа ла, Европала иң һаҡланған нығытмалар булған. Дунай тулы һыулы йылға булған, уның төрөк яры ныҡ һаҙланған, был иһә унда төшөүҙе ҡатмарлаштырған. Бынан тыш, Дунайҙағы төрөктәрҙең 17 бронялы мониторы булған, улар яр артиллерияһы менән артиллерия дуэльын күтәрә алған, был өҫтәмә рәүештә йылғаны кисеүҙе ҡатмарлаштырған. Белдекле һаҡлағанда рус армияһына ҙур юғалтыуҙар килтереү мөмкин булған.
  • Балҡан һыртында бер нисә уңайлы үткәүел була, уларҙың иң мөһиме — Шипка. Һаҡланыусы яҡ һөжүм итеүселәрҙе артылышта ла, унан сыҡҡанда ла нығытылған позицияларҙа осрата алған. Балҡан һыртын урап үтеү мөмкин, әммә ул саҡта яҡшы нығытылған Варнаны штурм менән алырға тура килер ине.

Ҡара диңгеҙҙә тулыһынса төрөк флоты өҫтөнлөк итә, шуға күрә рус армияһын Балҡанда ҡоро ерҙә тәьмин итеү мәжбүрлеге тыуған.

Һуғыш планы йәшен тиҙлегендәге еңеү идеяһына нигеҙләнгән: армия йылғаның урта ағымында Дунай аша сығырға, төрөктәрҙең ҡәлғәләре булмаған, Рәсәйгә дуҫтарса ҡарашта торған болгарҙар ултырған районда, Никополь — Свиштов участкаһында, үтергә тейеш булған. Кисеүҙән һуң армияны өс тигеҙ төркөмгә бүлергә кәрәк булған: беренсеһе — йылғаның түбәнге ағымында төрөк ҡәлғәләрен бикләй; икенсеһе — Видин йүнәлешендәге төрөк көстәренә ҡаршы хәрәкәт итә; өсөнсөһө — Балҡан тауҙары аша сыға һәм Константинополгә бара.

Төркиәнең планы әүҙем-һаҡланыу хәрәкәт итеү рәүешен күҙ уңында тота: "дүртмөйөш"тәге Рущук — Шумла — Базаржик — Силистрия ҡәлғәләре янында төп көстәрҙе (100 меңгә яҡын кешене) туплап, һыу аша сыҡҡан рустарҙы Балҡанға, Болгария төпкөлөнә ылыҡтырыу, һуңынан уларҙың һул флангыһына ябырылып ҡыйратыу. Шул уҡ ваҡытта Ғосман-пашаның ярайһы уҡ ҙур көстәре, 30 меңләп кеше, Сербия менән Румынияны күҙәтеү һәм рус армияһының сербтар менән берләшеүенә ҡаршы тороу бурысы ҡуйып, Көнбайыш Болгарияла, София менән Видин янында туплана. Бынан тыш, ҙур булмаған отрядтар Урта Дунай буйлап Балҡан юлдарын һәм нығытмаларын биләй[33].

Һуғыштың европа театрында хәрәкәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дунайҙы кисеп сығыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1877 йылдың 15 июнендә Рус армияһының Зимница янында Дунай аша сығыуы, Дмитриев-Оренбургский Николай Дмитриевич (1883)

Рус армияһы Румыния менән алдан килешеү буйынса уның территорияһы аша үткән һәм июндә бер нисә урындан Дунай йылғаһы аша сыҡҡан. Йылғаны кисеүҙе тәьмин итеү өсөн Дунайға кисеү урынында Төркиәнең Дунай флотилияһын нейтралләштереү талап ителә. Йылға буйында яр батареялары менән ҡапланған мина кәртәләре ҡуйыу был бурысты үтәй. Шулай уҡ тимер юл буйлап ташланған еңел мина катерҙары ла файҙаланыла.

  • 29 апрелдә (11 майҙа) рус ауыр артиллерияһы ярҙамында Брэил янында «Лотфый-Жәлил» (Lutfi Djelil) төрөк башня мониторы шартлай һәм уның бөтә командаһы һәләк була;
  • 14 (26) майҙа лейтенант Шестаков һәм капитан-лейтенант Дубасовтың мина катерҙары «Хивзи Рахман» төрөк мониторын батыра.

Төрөк йылға флотилияһы Рәсәй моряктары хәрәкәттәре арҡаһында тарҡала һәм рус ғәскәрҙәре үтеүенә ҡамасаулай алмай.

  • 10 (22) июндә Түбәнге Дунай отряды Галац һәм Брэил янында Дунай йылғаһы аша сыға һәм тиҙҙән Төньяҡ Добружаны ала.
  • 15 (27) июнгә ҡаршы төндә генерал М. И. Драгомиров етәкселегендә рус ғәскәрҙәре Дунайҙы румын яғынан кисеп, Свиштовты биләп алған. Ҡараңғыла күренмәҫ өсөн, ғәскәр ҡышҡы ҡара мундирҙарҙа булған, ләкин, икенсе эшелондан башлап, аяуһыҙ ут аҫтында кисергә тура килгән. 1100 кеше һәләк булған һәм яраланған.
  • 21 июндә (3 июлдә) сапёрҙар Зимницы янында Дунай йылғаһы аша күпер әҙерләй. Рус армияһының төп көстәрен Дунай аша күсереү башлана.

Төркиә командованиеһы Рус армияһының Дунайҙы аша сығыуына ҡамасаулау өсөн әүҙем эш алып бармаған. Константинополгә илткән юлдағы беренсе сик етди алыштарһыҙ тапшырылды.

Төп көстәрҙе кисекмәҫтән күсергәндән һуң, генерал И. В. Гурко етәкселегендәге алдынғы отряд (12 меңгә яҡын кеше) бүленә, уға Балҡан һыртындағы үткәүелдәрҙе баҫып алырға ҡушыла; уның артынан шәхси резерв рәүешендә генерал Радецкийҙың 8-се корпусы барырға тейеш була.

Цесаревичтың вариҫы Александр III етәкселегендәге икенсе, Рущук, отряды Рущук ҡәлғәһен баҫып алырға тейеш була, уның составына 12-се һәм 13-сө корпустар ингән була, ләкин Дунай буйындағы төрөк ҡәлғәһе һуғыш аҙағына тиклем тора һәм 1878 йылдың февралендә генә баш һала (капитуляция). 9-сы корпус һәм Кавказ казак бригадаһы (Көнбайыш отряд) Никополгә ебәрелә. 4-се корпус һәм 11-се корпустың бер өлөшө дөйөм резервҡа тәғәйенләнгән була; 11-се корпустың икенсе өлөшө иһә Журжа янында ҡалдырыла[34].

Рус ғәскәрҙәренең Дунайҙың уң ярына сығыуына борсолоп, Төркиә хөкүмәте черногорҙарға ҡаршы һуғышҡан Сөләймән пашаға үҙ ғәскәренең күпселек өлөшөн Македонияға ебәрергә фарман ебәрә. Шул итеп, төп рус көстәренең Дунай аша сығыуы рух төшөнкөлөгөнә бирелгән Черногорияны ҡотҡарыуға ла булышлыҡ итә.

Рус ғәскәрҙәренең Балкан тауҙары аша беренсе сығыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рус-төрөк һуғышы (1877—1878)

1877 йылдың 22 июнендә (4 июль) рус алдынғы отрядтарының һөжүме башлана; 23 июндә Янтра буйындағы Бяла ҡалаһы (Русен өлкәһе), ә 25 июндә Тырнов ҡалаһы баҫып алына, шул уҡ көндә иллегә яҡын Дон казагы Плевнаға инеп, унда урынлашҡан төрөк ротаһын ҡоралһыҙландырып, ҡаланан сығып китә. 9-сы корпус 30 июндә Никополгә килә; шул уҡ көндө баш командующий бөйөк кенәз Николай Николаевич үҙе Тырновҡа килә, һәм унда 8-се корпустың баш частары килеп етә.

Урыҫтарҙың тиҙ хәрәкәт итеүе тураһындағы хәбәр Төркиәнең хәрби министрлығы эшмәкәрлеген көсәйтә: ҡәлғәләр «дүртмөйөш»өндә (Рущук — Шумла — Варна — Силистрия) урынлашҡан төп көстәр начальнигы Абдулкәрим Надир пашаға, һөжүмгә күсергә бойороҡ бирелә; Балҡан тауҙары (Стара-Планина) аръяғында, Тунжа йылғаһы үҙәнендә, Меһмет Рәүеф паша (Mehmed Rauf Paşa) армияһы туплана; Сөләймәнгә ашығыс килеп етергә бойороҡ бирелә; Сербия сигендә торған Мехмет-Али паша ғәскәрҙәренә Софияға барырға, ә Никополь комендантына — Плевнаға гарнизондың бер өлөшөн ебәрергә; Видинала ғәскәр башында торған Ғосман-Нурый пашаға, был ҡәлғәне ҡалдырып, төп көстәргә яҡынлашыу бурысы йөкмәтелә.

Дунай аша сыҡҡан рус армияһының төп көстәре Балҡан һырты аша тәүәккәл һөжүм итеү өсөн етерлек булмай сыға.

2 (14) июлдә алғы отряд Балҡанды Хаинкиой артылышы аша сыға. Оҙаҡламай, 5 июлдә (17 июлдә) Шипка артылышы яулана, унда ойошторолған Көньяҡ отряд (20 мең кеше, августа — 45 мең) ебәрелә. Константинополгә юл асыҡ була, әммә Балҡан аръяғына һөжүм итеү өсөн көстәр етерлек булмай. Алдынғы отряд Иҫке Заграны (Стара-Загораны) биләй, әммә оҙаҡламай бында Албаниянан күсерелгән 20 меңлек Сөләймән-паша корпусы килә. Болгарияның ополченецтары батырлыҡ күрһәткән Иҫке-Загра янындағы аяуһыҙ алыштан һуң алдынғы отряд Шипкаға сигенә.

Шул арала Рущук отряды ҡамауҙа ҡалған артиллерияның килеүен көтөп, көнсығышҡа табан ярайһы уҡ яй бара һәм 1877 й. 7 (19 июне) июнендә Гүр-Чешлейҙән Ковачицаға тиклем Ҡаралом йылғаһының һул ярын күҙәтеү постары баҫып ала; уның менән Радецкий ғәскәрҙәре араһына (Тырновта) 13-сө кавалерия дивизияһы килеп инә, уның частары Бебров ҡалаһын ала.

Шул уҡ ваҡытта 9-сы корпус 4 июлдә үк Никополь ҡәлғәһен алған, уларҙан 3 төрөк батальоны — Плевнаға, ә гарнизондың бер өлөшө Рахов ҡалаһына сығып өлгөргән.

1877 йылдың 4 июлендә Никополь ҡәлғәһен тапшырыу, Николай Дмитриев-Оренбургский (1883)

Никополды алғандан һуң 9-сы корпус командиры генерал Криденерға Плевнаны алырға отряд ебәрергә бойороҡ бирелә, әммә был юлы урыҫтар бында артабан хәрби хәрәкәттәр театрында хәлдәрҙе бөтөнләй үҙгәрткән һәм ҙур өҙлөгөүҙәргә килтергән ҡаты ҡаршылыҡҡа осрай. 1877 й. 1 (13) июлендә Видинды ҡалдырған Ғосман паша үҙ ғәскәрҙәренең күбеһе менән көнсығышҡа йүнәлә һәм 1877 йылдың 7 (19) июлендә таң менән Никополдән киткән рус батальондары биләгән Плевнаға килә.

5 июлдә үк Вит йылғаһы аръяғына рус разъездары Рахов ауылынан көслө төрөк колоннаһының хәрәкәте хаҡында хәбәр итһә лә, төп фатирҙа быға тейешле иғтибар бирелмәй. 9-сы корпустан ебәрелгән отряд (7 меңгә яҡын кеше) дошмандың унан күпкә артығыраҡ көсөнә юлыға һәм ҙур юғалтыуҙар менән сигенергә мәжбүр була. Был һуғышта айырыуса Дон 9-сы казак полкы айырылып тора, ул сигенгән пехота ғәскәрҙәрен тулыһынса тар-мар итеүҙән ҡотҡара.[35] Бәрелешеүҙәр барышында төрөк ғәскәрҙәре ҡала ситендә нығынған рустарҙы тулыһынса ҡыйрата. Төрөктәр был яуҙа 2000-ләп кеше юғалтҡан, рустар — 2800.

Плевна һәм Шипка[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1877 йылдың 18 (30) июлендә рус ғәскәрҙәренең Плевнаны яулап алырға икенсе уңышһыҙ ынтылышы була. Балҡан ярымутрауындағы рус ғәскәрҙәре оборонаға күсә. Рус экспедиция корпусының етерлек һуғышсы булмауы бәкәлгә һуға — командованиеның Плевна эргәһендә рус частарын көсәйтеү өсөн резервтары булмай.

1877 йылдың 19 (31) июлендә хәрәкәт итеүсе армия эргәһендә һәр ваҡыт булған император Александр II 1-се Гвардия корпусын, ике гренадер, ике пехота һәм бер кавалерия дивизияларын (бөтәһе 110 меңгә яҡын кеше) мобилизациялау тураһында бойороҡ бирә; ләкин улар тиҙ арала килеп етә алмағанлыҡтан, баш командующий Румыния кенәзе Кароль I-нән, рустар менән берлектә хәрәкәт итеү өсөн, Дунай аша румын ғәскәрҙәрен күсереүен һорай. Сентябрь урталарына ғына Рәсәйҙән кәрәкле резервтар туплау өлгәшелә, был хәрби хәрәкәттәр барышын 1,5-2 айға һуҙа[36].

Плевна янында икенсе алыштан һуң ике аҙна самаһы хәрәкәттәр тынып тора. Алдағы хәрби хәрәкәттәр планын төрлө үҙгәрештәр индергәндән һуң, Төркиәнең хәрби министрлығы 3 августа Сөләймәнгә Шипка үткәүелен алырға бойороҡ ебәрә. 9 августа ул артылышта рус позицияһына һөжүм итә һәм 6 көн дауамында һөжүмде ҡабатлай, ләкин, даими кире ҡағыуға осрағанлыҡтан, өс яҡтан атакаға күсә.

Генерал Михаил Скобелев ат өҫтөндә. Худ. Дмитриев-Оренбургский

8 (20) июлдә һәм 18 (30) июлдә Плевнаға һөжүмдәр уңышһыҙлыҡҡа осрай.

22 августа Ловча янындағы алышта (Плевнаның көньяҡ флангында) ҡала алына (рус ғәскәрҙәренең юғалтыуы 1500 самаһы кеше), әммә 30-31 августа (11-12 сентябрь) Плевнаға яңы һөжүм дә уңышһыҙлыҡҡа осрай, бынан һуң Баш командующий һәм император рус ғәскәрҙәрен Плевнанан алыу тураһында ҡарар ҡабул итә, ләкин хәрби министр Д. А. Милютин Ғосман паша армияһы менән көрәште дауам итеүҙе талап итә.[37] Плевнаны блокада менән алырға ҡарар ителә. 15 (27) сентябрҙә Плевна янына Э. И. Толлебен килә, уға ҡаланы ҡамауҙа тотоуҙы ойошторорға ҡушылған була. Бының өсөн көслө нығытылған Телиш, Горный (Үрге) һәм Дольный (Түбәнге) Дубняки редуттарын алырға кәрәк була. Улар Ғосман Плевнанан сыҡҡан осраҡта уға терәк пункттар булып хеҙмәт итергә тейеш булған.

Шул уҡ ваҡытта Рущук отрядына ҡаршы эш иткән Меһмет-Али көстәре — 100 мең, ә Рущук отряды ғәскәрҙәре (45 мең самаһы кеше) дошман ҡомарҙанып һөжүм иткән осраҡта бик хәүефле хәлдә ҡалыу ихтималлығы янаған. Ғосман полководецы ҡыйыуһыҙлығы арҡаһында ғына был хәлдән ҡотолоп булған. Төрөктәрҙең уңышы Ҡараломда бер нисә алышта был йылғаның уң ярынан рустарҙың алдынғы отрядтарын ҡыҫырыҡлауы менән генә сикләнә.

Шул уҡ ваҡытҡа тиклем (1877 йылдың 3 (15) ҡабул ителгән Сөләймәндең Шипка артылышын алырға тырышыуы йәнә уңышһыҙлыҡҡа осрай.

12 (24) октябрҙә Гурко ныҡышмалы алыштан һуң алынған Горный Дубнякты штурмлай; урыҫтарҙың юғалтыуҙары — 3539 кеше үлтерелә һәм яралана, төрөктәрҙең — 1500 үлтерелә һәм 2300 әсирҙә була[38]. 16 (28) октябрҙә артиллерия уты аҫтында Телиш алына тапшырырға мәжбүр ителә (4700 кеше әсирлеккә алына). Рус ғәскәрҙәренең юғалтыуҙары 1327 кеше тәшкил итә. 20 октябрҙә (1 ноябрҙә) Дольный Дубняк алына, уның гарнизоны һуғышһыҙ Плевнаға сигенгән.

Шипка артылышында рус позициялары

Был ваҡыт эсендә Радецкий отрядында бер ниндәй ҙә мөһим ваҡиғалар булманы; 1877 йылдың 9 (21) ноябре төнөндә төрөктәр ҡапыл Шипка артылышындағы Изге Николай тауына һөжүм итә, әммә бәреп төшөрөлә. Унан да бигерәк, тауҙарҙа торған рус ғәскәрҙәре ауырыуҙарҙан, төрлө мәхрүмселектәрҙән, ноябрҙең уртаһынан алып зәһәр һыуыҡтарҙан һәм ҡар бурандарынан яфалана.

Плевнанан ҡамауҙы алырға маташып, төрөк командованиеһы ноябрҙә бөтә фронт буйлап һөжүм ойошторорға ҡарар итә. 10 (22) ноябрҙә һәм 11 (23) ноябрҙә — 35 меңлек София (көнбайыш) төрөк армияһын Гурко Новачин, Правец һәм Этрополь янында алып ташлай; 13 (25) ноябрҙә Көнсығыш төрөк армияһы Трестеник һәм Косабина янында рустарҙың 12-се корпусы частары тарафынан ҡыйратыла.

22 ноябрҙә (4 декабрҙә) Көнсығыш төрөк армияһы 11-се рус корпусының Еленин отрядын тар-мар итә. Төрөктәр — 40 орудиела 25 мең кеше, урыҫтар — 26 орудиела 5 мең кеше була. Болгарияла рустарҙың Көнсығыш фронты тарҡала, икенсе көндө үк төрөктәр 8-се һәм 11-се рус корпустарының ғәйәт ҙур ылауҙарын, келәттәрен һәм парктарын баҫып алып, Тырновта булыуы мөмкин була. Әммә төрөктәр уңыштарын үҫтермәй һәм 23 ноябрҙә (5 декабрҙә) көнө буйы хәрәкәт итмәй, окоп ҡаҙыу менән була. 24 ноябрҙә (6 декабрҙә) ашығыс хәрәкәт иткән рус 26-сы пехота дивизияһы, Златарица янында төрөктәрҙе тар-мар итеп, хәлде тергеҙә. 30 ноябрҙә (12 декабрҙә) Көнсығыш төрөк армияһы, Плевнаның капитуляцияһы тураһында белмәйенсә, Мечка эргәһендә һөжүм итергә маташа, ләкин кире ҡағылған.

Плевнала төрөк ғәскәрҙәре командующийы булған әсир Ғосман пашаны рус ғәскәрҙәре Плевнаны алған көндө Александр II менән таныштыралар

Рус командованиеһы Плевна эргәһендәге сиселешкә тиклем һөжүм итеүҙе тыйған.

Ноябрь урталарынан алып Плевнала дүрт тапҡырға күберәк урыҫ ғәскәрҙәре ҡулсаһында ҡыҫылған Ғосман паша армияһы аҙыҡ-түлек етешмәү ҡыйынлығын кисерә башлай. Хәрби советта ҡамау һыҙаты аша үтергә ҡарар ителә, һәм 28 ноябрҙә (10 декабрь), иртәнге томанда, төрөк армияһы Гренадер корпусына һөжүм итә, әммә ныҡышмалы алыштан һуң бөтә линия буйынса кире ҡағыла, Плевнаға сигенә һәм унда ҡорал һала. Урыҫтар — 1696, күп кеше һөжүм иткән төрөктәр — 6000-гә тиклем кеше юғалтҡан. 43,4 мең кеше әсирлеккә алына. Яраланған Нурыйғәзе Ғосман-паша ҡылысын урыҫ командиры гренадер-генерал Ганецкиға тапшыра; ҡаһарман яҡлағаны өсөн уға фельдмаршаль хөрмәте күрһәтелә.

Рус ғәскәрҙәренең Балҡан тауҙары аша икенсе сығыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рус ғәскәрҙәренең Адрианополгә инеүе
Тышҡы һүрәттәр
[https://runivers.ru/mp/maps-detail.php?ID=585139&SECTION_ID=8208 Константинополдең төрөк нығытмалары һәм Гвардия корпусының нығытмалар проекты менән позицияһы
Обручевтың рус планы

Дошмандың 183 меңдән ашыу кешеһенән торған армияһына 314 мең кешенән торған рус армияһы һөжүмгә күсә. Сербия армияһы Төркиәгә ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙе тергеҙә. Генерал И. В. Ромейко-Гурконың көнбайыш отряды (71 мең кеше) үтә ауыр шарттарҙа Балҡан аша сыға һәм 1877 йылдың 23 декабрендә Софияны ала. Шул уҡ көндө генерал Ф. Ф. Радецкийҙың Көньяҡ отряды ғәскәрҙәре (генералдар М. Д. Скобелев һәм Н. И. Святополк-Мирский отрядтары) һөжүм башлай һәм 27-28 декабрҙә Шейново янындағы һуғышта Вессель-пашаның 30 меңлек армияһын ҡамап ала. 1878 йылдың 3-5 ғинуарында Филиппополь (Пловдив) янындағы һуғышта Сөләймән паша армияһы ҡыйратыла, ә 8 ғинуарҙа рус ғәскәрҙәре бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ Адрианополды (төр. Edirne, болг. Одрин) баҫып ала.

Шул арала, рус тәхете вариҫы цесаревич Александр етәкселегендәге элекке Рущук отряды ла (үҙ ҡәлғәләренә сигенгән төрөктәр ҡаршылыҡ күрһәтмәй) һөжүм башлай; 14 ғинуарҙа — Разград, ә 15 ғинуарҙа Осман-Базар ҡалалары яулана. Добружда хәрәкәт иткән 14-се корпус ғәскәрҙәре 15 ғинуарҙа Хажи-Оғлу-Базаржикты биләй.

Шуның менән Балҡандағы хәрби хәрәкәттәр тамамлана.

Һуғыштың азия театрындағы хәрәкәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карсҡа илткән юлда төрөктәрҙе эҙәрлекләгән Түбәнге Новгород драгундары.

Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр, Обручев планы буйынса, «беҙҙең именлекте кәртәләү һәм дошмандың көстәрен ситкә йүнәлтеү өсөн» ҡабул ителә. Шундай уҡ фекерҙә булған Кавказ армияһының баш командующийы бөйөк кенәз Михаил Николаевичҡа ул былай тип яҙған: «Иң төп хәрби операцияларҙы Европа Төркиәһендә үткәреү күҙ уңында тотола; Азиялағы Төркиә яғынан хәрәкәттәребеҙҙең маҡсаты булырға тейеш: 1) һөжүм итеп үҙебеҙҙең хәүефһеҙлекте ҡапларға — Батумды һәм Карсты (йәки Эрзерумды) яулап алыу кәрәк кеүек тойола башларға һәм 2) төрөк көстәрен Европа театрынан мөмкин тиклем ситкә йүнәлтергә һәм уларҙы ойоштороуға ҡамасауларға»[39].

Ғәмәлдәге Кавказ корпусына етәкселек итеү кавалериянан генерал М. Т. Лорис-Меликовҡа йөкмәтелә. Корпус операция йүнәлештәренә ярашлы айырым отрядтарға бүленгән. Генерал-лейтенант Ф. Д. Девель етәкселегендәге Ахалцых отряды (13,5 мең кеше һәм 36 орудие) уң флангта туплана, үҙәктә, Александрополь (Гюмри) янында М. Т. Лорис-Меликовтың шәхси командованиеһы (27,5 мең кеше һәм 92 орудие) аҫтында һәм, ниһайәт, Ираплет буйынан 96 кеше тора. Сухумда дөйөм резерв (18,8 мең кеше һәм 20 орудие) тупланған; һул яҡта генерал-лейтенант А. А. Тергукасов етәкселегендә Эриван отряды (11,5 мең кеше һәм 32 орудие), генерал И. Д. Оклобжионың Приморье (Кобулет) отряды (24 мең кеше һәм 96 орудие) Ҡара диңгеҙ яры буйлап Батумға һәм мөмкин булғанса Трапезунд яғына һөжүм итеү өсөн тәғәйенләнгән. Сухумда дөйөм резерв (18,8 мең кеше һәм 20 орудие) тупланған[40].

Абхазияла фетнә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1877 йылдың майында тау халҡы төрөк эмиссарҙары ярҙамында Абхазияла фетнә күтәрә. Биш броненосец һәм бер нисә ҡораллы пароходтан һәм диңгеҙ десантынан торған төрөк эскадраһы ике көн буйы бомбаға тотҡандан һуң, урыҫтар Сухумды ҡалдыра; июнь айына Очамчырҙан Адлерға тиклем Абхазияның бөтә Ҡара диңгеҙ ярын төрөктәр баҫып ала. Июндә Сухум бүлеге начальнигы генерал П. Кравченконың ҡаланы төрөктәрҙән азат итергә ҡыйыуһыҙ маташыуҙары уңышһыҙ тамамланған[41]. Төрөк ғәскәрҙәре Сухумды 19 августа ғына, Абхазиялағы рус ғәскәрҙәренә яҡынайғандан һуң, ҡалдырған.

Төрөктәрҙең диңгеҙ буйын ваҡытлыса алыуы Чечня һәм Дағстандағы хәлдәргә йоғонто яһай, 1877 йылда унда ла бола башлана. Һөҙөмтәлә унда ике рус пехота дивизияһы ҡалдырыла.

Кавказ аръяғындағы хәрәкәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1877 йылдың 8 июнендә Баязит цитаделен обороналау
  • 17 апрелдә Баязит Тергукасов отряды казактары тарафынан һуғышһыҙ алына.
  • 5 майҙа рус ғәскәрҙәре Ардағанды ала.
  • 6 июндә 1600 кешенән торған рус гарнизоны биләгән Баязит цитаделы Әхмәт Файыҡ паша ғәскәрҙәре (25 мең кеше) тарафынан ҡамала. Осада (боҫҡон Баязит ултырыуы тигән атама алған) 28 июндә әйләнеп ҡайтҡан Тергукасов отряды тарафынан алынғанға тиклем дауам итә. Ҡамау барышында гарнизондың 10 офицеры һәм 276 түбәнге чин яугиры һәләк була һәм яралана. Шунан һуң урыҫ ғәскәрҙәре Баязитты ҡалдыра.
  • Приморье отрядының һөжүме аҡрын үҫешә, ә Төркиә Сухум янына десант төшөргәндән һуң генерал Оклобжио генерал Алхазов командованиеһы аҫтында көстәрҙең бер өлөшөн генерал Кравченкоға ярҙамға ебәрергә мәжбүр була, шул арҡала Батум йүнәлешендәге хәрби хәрәкәттәр һуғыш аҙағынаса оҙайлы позиция торошонда була.
Рус ғәскәрҙәре. Карс ҡәлғәһе. 1877—1878 йй.

Июль-августа Кавказ аръяғында ике яҡ та, өҫтәмә көс килеүен көтөп, оҙаҡ ваҡыт хәрәкәттәр алып бармай.

  • 20 сентябрҙә, 1-се гренадер дивизияһы килгәс, рус ғәскәрҙәре Карс янында һөжүмгә күсә; 3 октябргә уларға ҡаршы торған Әхмәт Мөхтәр паша армияһы (25-30 мең кеше) Әүлиәр-Алажи һуғышында ҡыйратыла һәм Карсҡа сигенә.
  • 13 октябрҙә рус частары (Лазарев отряды) Карсҡа сыҡты һәм ҡамау эштәренә тотондо.
  • 23 октябрҙә Мөхтәр армияһы йәнә Эрзерум янында ҡыйратыла, икенсе көндән ҡала рус ғәскәрҙәре тарафынан ҡамауға алына.
  • 6 ноябрҙә, өс аҙналыҡ ҡамауҙан һуң, рус ғәскәрҙәре Карс ҡала-ҡәлғәһен ала.

Ошо мөһим ваҡиғанан һуң һуғыштың төп маҡсаты булып дошман армияһының ҡалдыҡтары йәшеренгән Эрзерум торған. Әммә бында һыуыҡтар һәм тау юлдары буйлап төрлө запастар килтереү ҡыйынлашыуы төрөктәрҙең союздашы була. Ҡәлғә алдында торған ғәскәрҙәрҙә сирләү һәм үлем ҡот осҡос дәүмәлгә еткән. Һөҙөмтәлә 1878 йылдың 21 ғинуарына килешеү төҙөлә, ә 10 февралдә рус ғәскәрҙәре Эрзурумды ала (һуңынан ҡаланы Ғосман империяһына кире ҡайтарырға тура килә)[42].

Һуғыш ваҡытында 6 әрмән виләйәтендә йәшәгән әрмән халҡы Рәсәйҙе «ҡот осҡос анархия шарттарынан ҡотолоуға берҙән-бер өмөт» тип һанаған һәм яҡлауын үтенгән[43][44]. Эрзурумға ингән рус ғәскәрҙәрен әрмән халҡы «азат итеүсе» булараҡ ҡаршы алған[43]. Әрмән халҡы Рус армияһына һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Төрөктәргә ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы ирекле отрядтар төҙөлә.[45]

Килешеү төҙөлгәндән һуң, 1878 йылдың 26 ғинуарына ҡарай төндә, лейтенант Макаров етәкселегендәге ҡораллы «Бөйөк кенәз Константин» пароходы донъя флоты тарихында тәүге уңышлы торпеда һөжүмен ойоштора, Батум рейдында Төркиәнең ҡарауыл пароходын батыра.[46][47]

Тыныслыҡ килешеүе төҙөү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сан-Стефан тыныс килешеүе буйынса Балҡан дәүләттәренең һәм Рәсәйҙең сиктәре.

Тыныслыҡ тураһында һөйләшеүҙәр Шейнов янындағы еңеүҙән һуң башлана, әммә Англияның ҡыҫылыуы арҡаһында бик оҙаҡҡа һуҙылды. Ниһайәт, 1878 йылдың 19 ғинуарында Адрианополдә яҡынса тыныслыҡ шарттарына ҡул ҡуйыла һәм ике яҡ өсөн дә демаркация линияларын билдәләү менән килешеү төҙөлә. Әммә килешеүҙең төп шарттары румындар һәм сербтарҙың дәғүәләренә тап килмәгән тип табыла, ә иң мөһиме — Англия һәм Австрия шикләнеп ҡабул итә. Британия хөкүмәте парламенттан армияны мобилизациялау өсөн яңы кредиттар талап итә. Бынан тыш, 1 февралдә Дарданеллға адмирал Горнбиҙың инглиз эскадраһы инә. Быға яуап итеп рус баш командующийы икенсе көндө үк ғәскәрҙәрҙе демаркация линияһына ебәрә.

Рус хөкүмәтенең Англия эшмәкәрлеге арҡаһында Константинополды алыу тураһындағы белдереүе инглиздәрҙе ыҡҡа килтерә. 4 февралдә төҙөлгән килешеүгә ярашлы, Горнби эскадраһы Константинополдән 100 саҡрым алыҫлыҡта китергә тейеш була, ә урыҫтар үҙ демаркация линияһы аръяғына кире ҡайтырға йөкләмә ала.

Февраль башында төрөктәр Рущук, Силистрия, Варди һәм Белградчик (һуңғы икәүһе — румындарға) ҡәлғәләрен бирә.

1878 йылдың 19 февралендә (иҫке стиль), тағы ике аҙна дипломатик маневр яһағандан һуң, ниһайәт, Төркиә менән яҡынса Сан-Стефан тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыла.

Сан-Стефанонан Берлинға[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сан-Стефан килешеүенең шарттары Англия менән Австрияны хәүефләндереүҙән тыш, бүлешеүҙә өлөш теймәгән румын һәм сербтарҙан артыҡ ҡәнәғәтһеҙлеген тыуҙыра. Австрия Сан-Стефан килешеүен тикшерер өсөн Европа конгресын саҡырыуҙы талап итә, һәм Англия был талапты хуплай.

Ике дәүләт тә хәрби әҙерлек башлай, рус яғы ла ҡурҡыныс янауға ҡаршы яңы саралар ҡабул итә: яңы ҡоро ер һәм диңгеҙ частары булдырыла, Балтик буйын оборонаға әҙерләү башлана, Киев менән Луцкта обсервация армияһы формалаша. Рәсәйгә асыҡтан-асыҡ дошманлыҡ хәленә килгән Румынияға тәьҫир итеү өсөн унда 11-се корпус күсерелә, ул Бухарестты ала, һуңынан Румыния ғәскәрҙәре Бәләкәй Валахияға күсә.

Рус-төрөк һуғышынан һуң төрөктәрҙең Болгариянан ҡасыуы

Бөтөн был сәйәси ҡыйынлыҡтар төрөктәрҙе дәртләндереп ебәрә, һәм улар яңы һуғышҡа әҙерләнә башлаған: Константинополь янындағы нығытмалары көсәйтелә һәм унда ғәскәрҙәр туплана; төрөк һәм инглиз эмисссарҙары, рус ғәскәрҙәренең бер өлөшөн шунда күсерелеүенә өмөтләнеп, Родоп тауҙарында мосолман ихтилалын тоҡандырырға маташҡан.

Александр II Германияның аралашсылыҡ тураһындағы тәҡдимен ҡабул иткәнсегә, апрель аҙағына тиклем, киҫкенләшкән мөнәсәбәттәр дауам итә.

1 июндә кенәз Бисмарк етәкселегендә Берлин конгресы ултырыштары асылды, ә 1 июлдә Сан-Стефан килешеүен тамырынан ҡаты үҙгәрткән Берлин трактатына ҡул ҡуйыла. Был трактат башлыса Австро-Венгрия файҙаһына һәм Балҡан славяндары мәнфәғәтенә зыян килтереп төҙөлгән: Төркиәнән бойондороҡһоҙлоҡ алған Болгар дәүләтенең күләме 3 тапҡырға ҡыҫҡартыла, ә Босния менән Герцеговина Австрияға тапшырыла.

Һуңынан тарихсы М. Н. Покровский Берлин конгресының 1876 йылдың июнендә Рейхштадтта Австрия һәм рус императорҙары араһында булдырылған һәм 1877 йылдың ғинуарында Будапешт конвенцияһы раҫлаған йәшерен килешеүҙең ҡотолғоһоҙ һөҙөмтәһе булыуын билдәләй. " Берлин конгресында ҡатнашҡан бер рус дипломаты, — тип яҙған тарихсы, — һәм ваҡиғаларҙан һуң 30 йыл үткәс «Рәсәй Австрия менән конвенцияға тоғро ҡалырға теләһә, ниңә был хаҡта Сан-Стефан килешеүен төҙөгәндә оноторға ине?» — тип аптырап һораған. Рәсәйҙең 1877 йылдың ғинуарында рус-австрия конвенцияһы ҡарарҙарын, Берлин конгресында ҡатнашҡан Британия менән Австрия теләгәндәренең барыһын да үтәүен күрһәтә[48]. Әммә Австрия менән Германия яғынан «зыянлы» Берлин трактатына һәм «хыянатына» зарланған Рәсәй йәмәғәтселеге быны белмәгән, сөнки килешеү ҡәтғи сер итеп тотолған.

Юғалтыуҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрөктәргә ҡаршы коалицияның юғалтвуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рус ғәскәрҙәренең юғалтыуҙары

"Хәрби-медицина отчёты"на ярашлы, урыҫтар юғалтҡан[3][49]:

  • 15 567 кеше яуҙа һәләк булған (шуларҙың 11 905-е — Дунай армияһында; 3662 кеше — Кавказ армияһында);
  • 6824 кеше — йәрәхәттәрҙән вафат булған;
  • 57 652 кеше — яраланыусылар.

А. Л. Гизетти Кавказ хәрби хәрәкәттәр театрында рус юғалтыуҙары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирә[50]:

Юғалтыуҙар
Чиндар Һәләк булған Яраланған Әсирлеккә төшкән Бөтәһе
Офицерҙар 105 658 763
Түбәнге чиндар 3415 15124 342 18881
Итого 3520 15782 342 19644

Демограф Б. Ц. Урланис Рәсәй юғалтыуҙары тураһында ла мәғлүмәттәр килтерә: 15 567 кеше үлтерелгән, 56 652 яраланған, 6824 йәрәхәттәрҙән үлгән, 81 363 ауырыуҙарҙан үлгән, 3,5 мең хәбәрһеҙ юғалған, 1713 башҡа сәбәптәрҙән үлгән, 35 меңе һуғышҡа һәләтһеҙ тип танылған[51]. Рустарҙың һуғыштан башҡа юғалтыуҙарының (ауырыуҙарҙан) хәрби юғалтыуҙарҙан артыуы Төркиәнең юғалтыу статистикаһы менән бәйләнгән (ҡара: түбәнерәк). Был хәҙерге уҡыусыны ғәжәпләндерергә тейеш түгел, бындай күренеш шул дәүер өсөн ғәҙәти булған һәм, мәҫәлән, Ҡырым һуғышы осоронда ла күҙәтелгән.

Рус юғалтыуҙарының башҡа һанын Көнбайыш Европа сығанаҡтары килтерә. Әйтәйек, Э. Кнор үлтерелгән — 30 мең[52], ә доктор Г. Мораш 36 455 кеше һәләк булған һәм йәрәхәттәрҙән вафат булған тип хәбәр итә[53].

Рәсәй докторы Г. М. Герценштейн хәбәр итеүенсә, 1877 йылда Дунай армияһында үлтерелгәндәр һаны — 25 мең, ә Кавказ армияһында 5 мең кеше тәшкил иткән[54]. Ул һуғышта туранан-тура ҡатнашыусы доктор Ю. К. Кёхер рәсми булмаған мәғлүмәттәр нигеҙендә артығы менән мәрхүмдәр һанын килтерә: 27 мең тәшкил итә (бер ни тиклем уларға хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа индерелгән). Кёхер шулай уҡ 1 мәрхүмгә — 3 яралы нисбәтен килтерә[55].

Румыния юғалтыуҙары

Хәҙерге румын тарихсыһы мәғлүмәттәре буйынса, Румыния армияһының юғалтыуҙары 1350 кеше һәләк булған һәм яраланған[4]. Рәсәй тарихсылары Румыния юғалтыуҙарының дөйөм һанын яҡынса 10 000 кеше тип баһалай[56].

Төрөктәр яғындағы юғалтыуҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ул һуғыштың 24 алышында төрөктәрҙе юғалтыуы урыҫтарҙың юғалтыуҙарынан уртаса 5 %-ҡа күберәк булыуы нигеҙендә Б. Ц. Урланис, төрөктәрҙә 17 мең үлтерелгәндер, тип уйлай[3].

Төркиә һәм Рәсәй сығанаҡтары буйынса, дөйөм юғалтыуҙар 30 мең һәләк булған, төрлө йәрәхәттәрҙән һәм ауырыуҙарҙан 90 мең вафат булған[57][58].

Сығанаҡтарҙа әсирлеккә алынған төрөк һалдаттары араһында ярайһы уҡ айырма бар. Шулай итеп, бер мғлүмәт буйынса 100 меңдән ашыу төрөк һалдат һәм офицеры әсирлеккә эләккәнref name="автоссылка1" />, шуларҙың 50 меңгә яҡыны Рәсәй тотҡонлоғонда үлгән[59]. Хәрби хәрәкәттәр барышында рәсми баҫылып сыҡҡан рәсми мәҡәләләргә һылтанма яһап, хәрби-медицина отчетында тотҡондар иҫәбе 125 770 кеше тәшкил итә, уларҙың 113 015 Дунай армияһына, 12 755 кеше Кавказ армияһына эләккән тип билдәләнгән.[60] Әммә ғәмәлдәге армиянан ҡабул ителгән әсирҙәр буйынса хәрби округтарҙан алынған мәғлүмәт йыйылмаһы (һуғыш ваҡытында әсир төрөктәрҙе Рәсәйгә алып сыҡҡандар) 141 708 тотҡон һанын бирә (бынан тыш, тотҡондарҙың ҡайһы берҙәре яраларҙан һәм ауырыуҙарҙан үлгән йәки улар Рәсәйгә килгәнсе ҡасҡан)[61].

Хәйриәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рус православие сиркәүе армияға ярҙам күрһәтеү буйынса саралар күрә. Һуғышҡа тиклем үк баҫылып сыҡҡан Синодтың 1876 йылдың 24 ноябре — 1 декабрендәге Указы бөтә ҡатын-ҡыҙҙар монастырҙарында һәм общиналарында «мәрхәмәтле апай-һеңлеләр» отрядтарын ойошторорға һәм унда яраларҙы эшкәртеү өсөн материалдар етештереүҙе яйға һалырға ҡуша[62]. Синодтың 1877 йылдың 3 — 15 мартындағы указы ирҙәр монастырҙарына монахтарҙан һәм послушниктарҙан «мәрхәмәтле ағай-ҡәрҙәштәр» отрядтарын ойошторорға ҡушҡан[62]. Һуғыш ваҡытында күп монастырҙарҙа госпиталдәр асыла һәм яралы яугирҙар файҙаһына иғәнәләр йыйыла[63].

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Изге Георгий ордены
  • I класлы орден менән ғәскәр командующийҙары бүләкләнә: Кавказда — бөйөк кенәз Михаил Николаевич (1877 йылдың 9 октябре): Балҡанда — бөйөк кенәз Өлкән Николай Николаевич (1877 йылдың 29 ноябре).
  • II класлы ордендарҙы 13 кеше: 11 генерал һәм 2 кенәз (румын һәм Черногория) алған.
  • III класлы орден 37 ватан хәрби начальниктарына: 34 генерал, 2 полковник (О. К. Гриппенберг һәм Ю. В. Любовицкий) һәм 1-се ранг капитаны (М. Д. Новиков).
  • IV класлы орден менән 318 ватан хәрбие, күпселек осраҡта шәхси батырлығы өсөн бүләкләнә: 299 — армия һәм 19 — флот; бынан тыш был наградаға иррегуляр, казак ойошмаларының 7 офицеры лайыҡ була. Сит ил граждандарынан 35 кеше наградланған, уларҙың күбеһе — Черногорияла йәшәүселәр — 24[64].
  • Хәрби ордендың (Георгий тәреһе) 1-се дәрәжә Отличник билдәһенә 60 кеше; 2-се дәрәжә Отличник билдәһенә — 340; 3-сө дәрәжә Отличник билдәһенә — яҡынса 1900 кеше лайыҡ булды.
  • Аҫыл таш (гәүһәр) менән биҙәлгән «Батырлыҡ өсөн» алтын ҡоралын — 35 хәрби начальник, ҡиммәтле биҙәүестәрһеҙ 600-ләгән кеше алған.

Һуғыш йомғаҡары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сан-Стефан килешеүенә һәм Берлин трактатына ярашлы, Рәсәйҙең һуғыш барышында һәм артабанғы алынған территориялары
Тышҡы һүрәттәр
Территориальные изменения в Закавказье
Һуғыш йомғаҡтары буйынса Ғосман империяһы юғалтҡан Балҡан биләмәләре һары төҫ менән билдәләнгән

Рәсәй Бессарабияның Ҡырым һуғышынан һуң юғалған көньяҡ өлөшөн кире ҡайтара, әрмәндәр һәм гректар йәшәгән Карс өлкәһен ҡуша һәм грузиндар йәшәгән стратегик мөһим Батум өлкәһен ала (порт-франко ойоштороу шарты менән, әммә тиҙҙән ҡаланы һаҡлау өсөн Михайлов ҡәлғәһе төҙөлә).

1878 йылдың 4 июнендәге Ғосман империяһы менән килешеүгә ярашлы, Бөйөк Британия Кипрҙы баҫып ала; бының өсөн ул Төркиәне Кавказ аръяғында артабан Рәсәй империяһынан яҡлау бурысын ала. Карс менән Батуми урыҫтар ҡулында ҡалғанға тиклем Кипрҙың оккупацияһы дауам итергә тейеш була[65].

1879 йылда Рәсәй менән Төркиә араһында Константинополь солох килешеүенә ҡул ҡуйыла, ул Сан-Стефан килешеүенең Берлин трактаты юҡҡа сығармаған һәм үҙгәртмәгән шарттарын нығытҡан. Килешеү Төркиә Рәсәй файҙаһына (800 миллиондан ашыу франк) аҡсалата түләү, шулай уҡ һуғыш ваҡытында Ғосман империяһында булған һәм зыян күргән Рәсәй под­дан­ныйҙарына һәм учреждениеларына компенсациялар түләү буйынса килешеү төҙөгән. Шулай уҡ килешеү Ғосман империяһы под­дан­ныйҙарына — балҡан халыҡтарының ғосман хакимлығына ҡаршы азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашҡандарға амнистияны күҙ уңында тотҡан.

Һуғыш йомғаҡтары буйынса ҡуйылған сиктәр, ҡайһы бер үҙгәрештәр енән, 1912—1913 йылдарҙағы Балҡан һуғыштарына тиклем көсөн юғалтмаған:

  • 1885 йылда Болгария һәм Көнсығыш Румелия кенәзлектәре бер кенәзлеккә берләшә;
  • 1908 йылда Болгария үҙен Төркиәгә бойондороҡһоҙ батшалыҡ тип иғлан итә, ә Австро-Венгрия быға тиклем баҫып алынған Босния һәм Герцеговинаны анексиялай.

Һуғыш Бөйөк Британияның Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙәге конфронтациянан яйлап сигенеүенә булышлыҡ итә. 1875 йылда Суэц каналы инглиз контроленә күскәс, Британияның Төркиәнең артабанғы көсһөҙләнеүенә юл ҡуймаҫҡа ынтылышы кәмей бара. Англия сәйәсәте 1882 йылда Бөйөк Британия баҫып алған һәм 1922 йылға тиклем инглиз протектораты булып ҡалған Мысырҙа инглиз мәнфәғәттәрен яҡлауға күсә. Инглиздәрҙең Мысырҙа алға китеүе Рәсәй мәнфәғәттәренә туранан-тура ҡағылманлыҡтан, ике ил мөнәсәбәттәрендә көсөргәнеш әкренләп кәмей. Инглиздәр шулай ҙа Рәсәйҙең Ҡара диңгеҙ флотының көсәйеүен һәм көньяҡ славяндарға ярҙам итергә маташыуына үтә ауыр кисергән.

1907 йылдың 31 авгусындағы инглиз-рус килешеүе менән Урта Азия буйынса компромисс төҙөгәндән һуң хәрби союз мөнәсәбәттәренә күсә. Антантаның — Германия етәкләгән Үҙәк державалар блогына ҡаршы торған инглиз-француз-рус коалицияһының — барлыҡҡа килеүе ошо датанан башлап иҫәпләнә. Был блоктарҙың ҡаршы тороуы 1914—1918 йылдарҙағы Беренсе донъя һуғышына килтерә.

Сәнғәттә һынланышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һынлы сәнғәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Василий Верещагиндың Балҡан серияһы.
  • Николай Дмитриевич Дмитриева-Оренбургский һәм һәм Лев Феликсович Лагорионың һуғыш полотнолары циклы.
  • Васнецов Виктор Михайлович. «Карсты алыу хәбәре» (1878).
  • Савицкий Константин Аполлонович «На войну» (1888).

Әҙәбиәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Авторы Китаптың исеме Йылы Тасуирламаһы
Толстой Лев Николаевич «Анна Каренина» 18731877 йыл Эпилогта Вронский азатлыҡ һуғышына үҙе теләп китә. Толстой дворяндар һәм крәҫтиәндәрҙең һуғышҡа ҡарашын күрһәтә.
Гаршин Всеволод Михайлович «Четыре дня» 1877 йыл Һуғышты яугир күҙлегенән күрһәткән пацифистик хикәйә.
Гаршин Всеволод Михайлович «Из воспоминаний рядового Иванова» 1883 йыл
Немирович-Данченко Василий Иванович «Скобелев»[66] 1886 йыл Скобелев Михаил Дмитриевич тураһында иҫтәлектәр.
Иван Вазов «Под игом» 1888 йыл Болгар халҡының төрөктәр хакимлығына ҡаршы көрәше сағыла
Краснов Пётр Николаевич «Цареубийцы» 1938 йыл Әҫәрҙең икенсе өлөшө һуғыштың тәүшарттарын, һуғышырға әҙерлектең һәм хәрби хәрәкәттәрҙә туранан-тура ҡатнашыу һүрәтләнә.
Пикуль Валентин Саввич «Баязет» романы 1960 йыл Төп темаһы — Рустарҙың Баязет ҡәлғәһендә ҡамауҙа ултырыуы.
Васильев Борис Львович «Были и небыли» 1981 йыл
Борис Акунин «Турецкий гамбит» 1998 йыл Рус-төрөктһуғышы фонында һүрәтләнгән детектив.[67]

Кинола[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фильм Йыл Тасуирламаһы
«Герои Шипки» 1954 Тарихи фильм
«За Родину» 1977 йыл Тарихи фильм (Румыния)
«Юлия Вревская» 1977 Тарихи фильм (СССР—Болгария)
«Путь к Софии» 1979 йыл болгар сериалы
«Баязет» (телесериал) 2003 йыл рәсәй телесериалы
«Турецкий гамбит» 2005 йыл, 2006 йыл рәсәй фильмв һәм сериалы
«Русский крест над Балканами»[1] 2016 йыл 17 июнь архивланған. 2009 Рәсәй телефильмы
«Институт благородных девиц» (телесериал) 2010 йыл2011 йыл рәсәй телесериалы
«Не нам, не нам, а Имени Твоему»[68] 2018 Документаль фильм (Рәсәй)

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Троицк майҙанында Дан һәйкәле (Адмиралтейский районындағы колонна)

1878 йылдың 17 апрелендә император Александр II дәүләт наградаһын — «1877-1878 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышы иҫтәлегенә» миҙалын булдыра. Уға хәрбиҙәр, моряктар, ополченецтар һәм армия тылдарын һаҡлаусы башҡа кешеләр лайыҡ була.

Болгарияла был һуғыш Азатлыҡ һуғышы исеме менән билдәле. Был һуғыштың төп яуҙары үткән хәҙерге Болгария территорияһында болгар халҡының азатлығы өсөн көрәшкән рустарға 400-ҙән ашыу һәйкәл урынлашҡан.

1886 йылда Рәсәй империяһының баш ҡалаһы Санкт-Петербургта һуғышта ҡатнашҡан һәм еңеү яулаған рус ғәскәрҙәренең ҡаһарманлығы хөрмәтенә Дан колоннаһы һалына. Һәйкәл һуғышта төрөктәрҙән тартып алынған биш рәт пушкаларынан торған 28 метрлыҡ колоннанан ғибәрәт. Колоннаның өҫкө яғында еңеүселәрҙең баш осонда һуҙылған ҡулына лавр веногы тотҡан гений урынлашҡан була. Һәйкәлдең пьедесталы бейеклеге яҡынса 6½ метр метр булған, колоннаның дүрт яғынан да һуғыштың төп ваҡиғалары һәм унда ҡатнашҡан хәрби частарҙың атамалары төшөрөлгән бронза таҡтаташтар ҡуйылған[69]. 1930 йылда һәйкәл һүтелә һәм эшкәртелә. 2005 йылда — элекке урынында тергеҙелә.

Мәскәүҙә Плевнаны алыуҙың биш йыллығына ҡарата тантаналы рәүештә «1877-1878 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә» Александр Невскийҙы изгеләндергән часовня асыла. Шул уҡ ҡалала Ильинские Ворота майҙанында Плевна янындағы һуғыштың ун йыллығы көнөндә тере ҡалған гренадерҙар — Плевна һуғышында ҡатнашыусыларҙың ирекле иғәнәләренә төҙөлгән Плевна геройҙарына һәйкәл булдырыла.

1898 йылда Константинополь эргәһендәге Сан-Стефано (Ешилькёй) ауылында рус яугирҙарының туғандар ҡәберлегендә тантаналы рәүештә һәйкәл-часовня изгеләндерелә[70]. 1914 йылда был мемориал емерелгән.[71]. 2012 йылдың декабрендә ғибәҙәтхананы-һәйкәлде тергеҙеү тураһында килешеү төҙөлә[72].

2013 йылда Рәсәй һәм Болгария һуғыш тамамланыуға 135 йыл тулыуға арналған берлектәге почта блогы сығарҙы.

2018 йылда Рәсәй һәм Болгария һуғыш тамамланыуҙың 140 йыллығына арналған берлектәге почта блогын сығарҙы[73].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Указана численность солдат, принявших участие в боевых действиях. Всего на 1 января 1877 года численный состав русской регулярной армии достигал 1 005 828 человек.
  2. Мерников А. Г., Спектор А. А. Всемирная история войн. — Мн.: Харвест, 2005. — С. 376. — ISBN 985-13-2607-0.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Урланис Б. Ц. Войны в период домонополистического капитализма (Ч. 2) // Войны и народонаселение Европы. Людские потери вооружённых сил европейских стран в войнах XVII—XX вв. (Историко-статистическое исследование). — М.: Соцэкгиз, 1960. — С. 104—105, 129 § 4.
  4. 4,0 4,1 Антосяк А. В боях за свободу Румынии. — М.: Воениздат, 1974. — С. 8—9.
  5. Scafes, Cornel, Armata Romania in Razvoiul de Independenta 1877–1878 (Румынская армия в войне за независимость 1877-1878). Bucuresti, Editura Sigma, 2002, стр. 149 (на румынском)
  6. Турецкие военнопленные 1877-1878 гг. : размещение, содержание, взаимоотношения с населением российских губерний 2021 йыл 14 апрель архивланған.
  7. Болгария находилась под турецким владычеством с XIV века.
  8. Лугов Ш. «Зимми: Правда об исламе»
  9. Правда французская интервенция всё равно состоялась, но под давлением Великобритании в феврале 1861 года войска были выведены; см.: Гл. 11—2 // История дипломатии XV в. до н. э. — 1940 г. н. э. 2007 йыл 24 сентябрь архивланған., под ред. В. П. Потёмкина
  10. Country Studies: Lebanon U.S. Library of Congress, 1994
  11. [ Критские восстания] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  12. Виноградов В. Н. Князь А. М. Горчаков — Министр и Вице-Канцлер в журнале «Новая и Новейшая История» № 2,3/2003
  13. «The Eastern question from the Treaty of Paris 1836 to the Treaty of Berlin 1878 and to the Second Afghan War» by Argyll, page 122, London Strahan 1879
  14. The Balkans Since 1453 by L. S. Stavrianos, Professor of History, Northwestern University, published in 1963 by Holt, Rinehart and Winston
  15. Close MacGahan, Januarius A. Mr. Schuyler's Preliminary Report. — London, 1876. — С. 89.
  16. Jelavich, Barbara. History of the Balkans: Eighteenth and Nineteenth Centuries. — Cambridge University Press, 1999. — С. 347.
  17. Dennis P. Hupchick. The Balkans : from Constantinople to Communism. — 1st Palgrave Macmillan paperback ed. — New York: Palgrave MacMillan, 2004. — С. 264. — xxviii, 468 pages с. — ISBN 978-1-4039-6417-5, 1-4039-6417-3, 0-312-21736-6, 978-0-312-21736-5.
  18. Jonassohn, Kurt. Genocide and gross human rights violations: in comparative perspective. — 1999. — С. 210. — ISBN 9781412824453.
  19. Eversley, Baron George Shaw-Lefevre. The Turkish empire from 1288 to 1914. — 1924. — С. 319.
  20. History of Bulgaria — The liberation of Bulgaria 2010 йыл 11 октябрь архивланған. с сайта посольства Болгарии в США
  21. Школа при Посольстве России в Болгарии 2007 йыл 29 сентябрь архивланған.
  22. Gladstone W. E. Bulgarian horrors and the question of the east (оригинальный текст брошюры)
  23. История дипломатии XV в. до н. э. — 1940 г. н. э. Под ред. В. П. Потёмкина
  24. Хевролина В. М. Россия и Болгария: «Вопрос Славянский — Русский Вопрос»]
  25. Общество / 131-я годовщина со дня Апрельского восстания 1876 года 2007 йыл 16 октябрь архивланған.
  26. История дипломатии XV в. до н. э. — 1940 г. н. э. под ред. В. П. Потёмкина
  27. Покровский М. Русская история с древнейших времён. При участии Н. Никольского и В. Сторожева. М., 1911. Т. 5, С. 309—310
  28. Покровский М. Русская история с древнейших времён. При участии Н. Никольского и В. Сторожева. М., 1911. Т. 5, С. 309—313
  29. ИСТОРИЧЕСКАЯ СПРАВКА: АЛЕКСАНДР II В КИШИНЁВЕ ОБЪЯВЛЯЕТ О НАЧАЛЕ ВОЙНЫ С ТУРЦИЕЙ
  30. Троицкий Н. Русско-турецкая война 1877—1878 гг.: Происхождение войны
  31. The war in the East. An illustrated history of the conflict between Russia and Turkey with a review of the Eastern question (1878) by Schem, A. J.
  32. Головко Л. И., Постников А. Г. «При этих условиях полевая артиллерия наша будет иметь неоспоримое превосходство над артиллерией прочих государств». О состоянии отечественной артиллерии накануне Русско-турецкой войны 1877—1878 гг. // Военно-исторический журнал. — 2019. — № 1. — С.49—53.
  33. Керсновский А. А. История Русской армии, Т. 2, Гл. 10
  34. Н. И. Беляев. Русско-турецкая война 1877—1878 гг.
  35. Волошина Е. Е. Участие донского казачества в русско-турецкой войне 1877—1878 гг. // Автореферат диссертации. Ростов-на-Дону, 2006.
  36. Численность российских войск на Балканах к концу войны достигла полумиллиона человек, в то время как в начале войны она составляла около 185 тыс. человек.
  37. Габелко Д. Е. Роль Д. А. Милютина в боевых действиях по овладению Плевной во время русско-турецкой войны 1877—1878 гг. // Военно-исторический журнал. — 2017. — № 12. — С.57—60.
  38. Ладыгин И. В. Штурм Горного Дубняка 12—13 октября 1877 года
  39. Русско-турецкая война 1877—1878. Под ред. И. И. Ростунова. — М.: Воениздат, 1977. — С. 58.
  40. Русско-турецкая война 1877—1878. Под ред. И. И. Ростунова. — М.: Воениздат, 1977. — С. 202—203.
  41. Русско-турецкая война 1877—1878. Под ред. И. И. Ростунова. — М.: Воениздат, 1977. — С. 217.
  42. Эти знамена — наша честь
  43. 43,0 43,1 Hovannisian R. G. The Armenian People from Ancient to Modern Times. Vol. II. Foreign Dominion to Statehood: The Fifteenth Century to the Twentieth Century. — Palgrave Macmillan, 1997. — P. 207. — 493 p. — ISBN 0312101686.
  44. Hovannisian R. G. Armenia on the Road to Independence. — University of California Press, 1967. — P. 26. — 364 p. — ISBN 0312101686.
  45. Ronald Grigor Suny. Eastern Armenians under tsarist rule // The Armenian People from Ancient to Modern Times / Richard G. Hovannisian. — Palgrave Macmillan, 1997. — P. 126—127. — 493 p. — ISBN 0312101686. — ISBN 9780312101688.
  46. Крылов А. Н. Вице-адмирал С. О. Макаров 8 января 2006
  47. Вице-адмирал Пантелеев Ю. А. Выдающийся русский флотоводец С. О. Макаров
  48. Покровский М. Русская история с древнейших времён. При участии Н. Никольского и В. Сторожева. М., 1911, Т. 5, С. 314, 318.
  49. Военно-медицинский отчёт за войну с Турцией 1877—1878 гг (Итоговые данные). СПб., 1886. Дунаская армия, Ч. 2, С. 513; Кавказская армия, Ч. 1 С. 19.
  50. Ҡалып:Книга:Гизетти А. Л.: Сборник сведений о потерях Кавказских войск
  51. Урланис Б. Ц. Войны и народонаселение Европы. — М.: 1960.
  52. Knorr E.. Das russische Heeres-Sanitätswesen während des Feldzugs : 1877—78 (нем.). — Hannover: Helwing, 1883. — P. 183—184.
  53. Morache G.. Traité d'hygiène militaire (фр.). — P.: J.-B. Baillière et fils, 1886. — P. 903.
  54. Герценштейн Г. М. Военные жертвы людьми // Военно-санитарное дело. — СПб., 1882. — № 17. — С. 223.
  55. Кехер Ю. К. О санитарном состоянии наших войск и их потерях в войну 1877—1878 гг. — СПб.: Ҡалып:Тип. К. К. Ретгера, 1882. — С. 20—21.
  56. Антосяк А. В боях за свободу Румынии. — М.: Воениздат, 1974. — С. 8—9.
  57. Meydan Larousse: Büyük Lugat ve Ansiklopedi (төр.)баш. / Hazırlayan: S. Kılıçlıoğlu, N. Araz, H. Dev. — Ҡалып:İs.: Milliyet Yayınları, 1986. — Vol. 7. — P. 3282—3283.
  58. Мерников А. Г., Спектор А. А. Всемирная история войн. — Мн.: Харвест, 2005. — ISBN 985-13-2607-0.
  59. Clodfelter, M. (2017). Warfare and Armed Conflicts: A Statistical Encyclopedia of Casualty and Other Figures, 1492—2015 (4th ed.). Jefferson, North Carolina: McFarland. ISBN 978-0786474707.
  60. Военно-медицинский отчет за войну с Турцией 1877—1878 гг. Ч. 3. Отчет по оккупационному отряду. Отчет о военнопленных турках. — СПб., 1887. — С.320-321.
  61. Беляков В. В. Военнопленные-египтяне в России. 1877—1880 гг. // Военно-исторический журнал. — 2007. — № 4. — С.34-35.
  62. 62,0 62,1 Архипов С. В. Благотворительность Русской православной церкви во время русско-турецкой войны 1877—1878 гг. // Вестник Московского государственного областного университета. Серия: История и политические науки. — 2015. — № 3. — С. 127.
  63. Архипов С. В. Благотворительность Русской православной церкви во время русско-турецкой войны 1877—1878 гг. // Вестник Московского государственного областного университета. Серия: История и политические науки. — 2015. — № 3. — С. 128—130.
  64. Болгары состояли в это время в рядах русской армии и получали награды как российские подданные.
  65. The Balkans Since 1453 by L. S. Stavrianos; Treaty of Berlin
  66. Немирович-Данченко В. И. Скобелев, 1886.
  67. Аннотация 2021 йыл 4 декабрь архивланған.
  68. Российское историческое общество. Фильм «Не нам, не нам, а имени твоему» из цикла: «Настоящее-прошедшее». Дата обращения: 6 ғинуар 2019.
  69. Путеводитель по С.-Петербургу. — Репринт. воспроизведение издания 1903 г.. — Л.: СП «ИКАР», 1991. — С. 288. — ISBN 5-859-02065-1.
  70. Когда построили храм в Сан-Стефано? | BGdiaspora
  71. Наш первый фильм о взрыве памятника русским солдатам | ИноСМИ
  72. Соглашение между Правительством Российской Федерации и Правительством Турецкой Республики о местах российских захоронений на территории Турецкой Республики и турецких захоронений на территории Российской Федерации
  73. Состоялась рабочая встреча руководства Россвязи и АО «Марка» с Послом Республики Болгария в Российской Федерации. Россвязь (18 июнь 2018). — Изменено: 12 декабря 2018 г. Дата обращения: 27 ғинуар 2021. Архивировано 27 ғинуар 2021 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рус телендә
Книги
Статьи
Иностранная

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Восточный кризис Ҡалып:Войны XIX века Ҡалып:Дипломатия великих держав 1871—1913