Эстәлеккә күсергә

Пирогов Николай Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Николай Иванович Пирогов
Тыуған көнө

13 (25) ноябрь 1810({{padleft:1810|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны

Мәскәү,
Рәсәй империяһы

Вафат көнө

23 ноябрь (5 декабрь) 1881({{padleft:1881|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (71 йәш)

Вафат урыны

село Вишня
(ныне в черте г. Винница),
Подольск губернаһы,
Рәсәй империяһы

Ғилми даирәһе

медицина

Эшләгән урыны

Ҡалып:Императорский университет,
Медико-хирургическая академия

Альма-матер

Ҡалып:ИМУ,
Профессорский институт

Ғилми дәрәжәһе

Ҡалып:Доктор университета

Ғилми исеме

член-корреспондент СПбАН

Ғилми етәксеһе

И. Ф. Мойер

Уҡыусылары

П. С. Платонов[1]

Награда һәм премиялары
Аҡ бөркөт ордены
Аҡ бөркөт ордены
II дәрәжә Изге Владимир ордены
II дәрәжә Изге Владимир ордены
III дәрәжә Изге Владимир ордены
III дәрәжә Изге Владимир ордены
I дәрәжә Изге Анна ордены
I дәрәжә Изге Анна ордены
Ҡалып:Орден Святой Анны 2 степени с императорской короной
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
I дәрәжә Изге Станислав ордены
I дәрәжә Изге Станислав ордены
II дәрәжә Изге Станислав ордены
II дәрәжә Изге Станислав ордены
Ҡалып:Медаль «За защиту Севастополя» «1853—1856 йылдарҙағы һуғыш иҫтәлеге» миҙалы
Ҡалып:Почётный гражданин города Москвы
Логотип Викицитатника Викиөҙөмтәлә цитаталар

Николай Иванович Пирогов (13 [25] ноября 1810, Мәскәү — 23 ноября [5 декабря1881, Вишня ауылында (хәҙерге Винница ҡалаһы һыҙатында), Подольск губернаһы) — рус хирургы һәм ғалим-анатом, тәбиғәт фәндәре белгесе һәм педагог, профессор, беренсе топографик анатомия атласын булдырыусы, рус хәрби-ялан хирургияһына нигеҙ һалыусы, анестезия урыҫ мәктәбенә нигеҙ һалыусы. Йәшерен кәңәшсе (советник).

1810 йылдың 13 (25) ноябрендә Мәскәүҙә, хәрби коллегияһы казначейы майор Иван Иванович Пирогов (1772—1826) ғаиләһендә тыуған[2]. Ғаиләлә ун өсөнсө бала булған (элекке Дерпт император университетында һаҡланған төрлө өс документҡа ярашлы, Н. И. Пирогов 2 йыл элек тыуған — 1808 йылдың 13 (25) ноябрендә[3]). Әсәһе — Елизавета Ивановна Новикова, элекке мәскәү сауҙагәрҙәре ғаиләһенә ҡараған.

Тәүге белемде өйөндә алған. 1822—1824 йылдарҙа В. С. Кряжевтың шәхси пансионында уҡый, атаһының матди хәле насарайыуы сәбәпле уҡыуын ташларға мәжбүр була. Пироговтың медицинаға уҡырға инеүендә ғаилә дуҫы медицина профессоры Ефрем Осипович Мухин төп роль уйнаған[4]. Был кешене Пирогов үҙенең рухи атаһы тип иҫәпләгән. Мухин Пирогов тураһында хәстәрлек күргән, ғаиләһенә аҡса менән ярҙам итә, хатта әсәһенә улын ҡаҙна-коштлы студент итергә тәҡдим иткән, ләкин мохтажлығына ҡарамаҫтан, Пироговтың әсәһе бынан баш тарта.

1823 йылда (14 йәшендә) Пирогов Мәскәү Император университетының медицина факультетына үҙ-коштлы студент сифатында (үҙенең йәшенә ике йыл өҫтәп, ун алты йәш тип күрһәтә) уҡырға инә. Был осорҙа Пироговтар ғаиләһе айырыуса бөлгөнлөккә төштө, Пироговтың студент мундиры ла булмай, һәм быны йәшереү өсөн ул лекцияларҙа, эҫенән яфаланып, шинелдә ултыра. Университетта Х. И. Лодер, М. Я. Мудров, Е. О. Мухиндың лекцияларын тыңлай, улар Пироговтың фәнни ҡараштары формалашыуына ҙур йоғонто яһай[5]. 1828 йылда университеттың врач (медицина) фәндәре бүлеген тамамлай[6] һәм Император Дерпт университеты ҡарамағында асылған киләсәк профессорҙар әҙерләүсе институт тәрбиәләнеүселәре рәтенә яҙыла. Профессор И. Ф. Мойер етәкселегендә шөғөлләнә, уның йортонда В. А. Жуковский менән таныша, ә Дерпт университетында В. И. Даль менән дуҫлаша.

1833 йылда фән докторы дәрәжәһенә диссертация (тема: «Является ли перевязка брюшной аорты при аневризме паховой области легко выполнимым и безопасным вмешательством?») яҡлағандан һуң, Профессорҙар институты буйынса ун бер иптәшенән торған төркөм менән бергә (улар араһында — Ф. И. Иноземцев, П. Д. Калмыков, Д. Л. Крюков, М. С. Куторга, В. С. Печерин, А. М. Филомафитский, А. И. Чивилёв) медицина докторы дәрәжәһенәә уҡыуға йүнәлтелә[7].

Рәсәйгә ҡайтҡандан һуң (1836), Пироговҡа профессор кафедраһын алырға теләгән университетты һайларға тәҡдим ителә. Пирогов Мәскәү университетын һайлаған, ләкин ҡайтышлай ул ауырып киткән һәм оҙаҡҡа Ригала ҡалырға мәжбүр була. Шул уҡ ваҡытта Мәскәү университетының медицина факультетындағы хирургия кафедраһында урын булмай. Пирогов Император Дерпт университетының теоретик һәм практик хирургия кафедраһы ординар профессоры итеп һайлана (26 йәшендә), унда ул кафедраны етәкләгән тәүге рус профессоры була[8], где он стал первым русским профессором, возглавившим кафедру.

Н. И. Пирогов (1857)

1841 йылда Пирогов Петербургка саҡырыла, бында ул Император Медицина-хирургия академияһында (ИМХА) хирургия кафедраһын етәкләй. Бер үк ваҡытта үҙе ойошторған 2-се Хәрби-ҡоро ер госпиталендә госпиталь хирургияһы клиникаһына етәкселек иткән. Хәрби хирургтарҙы уҡытыу Пироговтың бурысы булғанлыҡтан, ул шул заманда таралған хирургик алымдарҙы өйрәнеү менән шөғөлләнә башлаған. Уларҙың күбеһе тулыһынса эшкәртелгән була. Бынан тыш, Пирогов бер нисә яңы алым эшләгән, ошоноң арҡаһында ул башҡа хирургтарға ҡарағанда йышыраҡ осраҡта яралыларҙың аяҡ-ҡулдарын һаҡлап алып ҡалған. Бындай алымдарҙың береһе әлеге көнгә тиклем «Пирогов операцияһы» тип атала.

Пирогов белем биреүҙең тәьҫирле ысулын эҙләп, туңдырылған мәйеттәрҙә анатомик тикшереүҙәр уҙғарырға була. Был алым тәүге тапҡыр нидерланд анатомия һәм хирургия профессоры Питер де Ример тарафынан тасуирлана һәм 1818 йылда Голландия һәм француз телдәрендә нәшер ителә[9], әммә Пирогов уйлап тапҡан методика нидерланд коллегаһының табышына бәйле булмай; Пирогов үҙенең методикһын «боҙ анатомияһы» тип атай[10]. Шулай итеп яңы медицина дисциплинаһы — топографик анатомия барлыҡҡа килә. Был тикшереүҙәр һөҙөмтәһе буйынса ул 1859 йылда Санкт-Петербургта латин телендә табип-хирургтар өсөн алыштырғыһыҙ ҡулланмаға әйләнгән «Топографическая анатомия, иллюстрированная разрезами, проведёнными через замороженное тело человека в трёх направлениях» «Anatome topographica sectionibus per corpus humanum congelatum triplici directione ductis illustrata» беренсе анатомик атлас баҫып сығара. Ошо атлас һәм Пирогов тәҡдим иткән методика бөтә оператив хирургияны артабан үҫтереүҙең нигеҙе булып тора.

1846 йылда Пирогов Император Санкт-Петербург фәндәр академияһының (ИАН) ағза-корреспонденты итеп һайлана[6].

1847 йылда Пирогов ғәмәлдәге Император армияһында хеҙмәт итергә Кавказға китә, сөнки үҙе уйлап сығарған ялан шарттарында күсмә госпиталь һәм операция алымдарын һынарға, тикшерергә теләй. Кавказда беренсе тапҡыр крахмал һеңдерелгән бинттарҙы ҡуллана; крахмаллы бинттар менән бәйләү элек ҡулланылған ҡайырҙарға ҡарағанда уңайлыраҡ һәм нығыраҡ булып сыға.[11] Шул уҡ йылда Пирогов медицина тарихында тәүге тапҡыр 1846 йылда Уильям Мортон асҡан ялан шарттарында эфир наркозы (Салты ауылын ҡамау) ҡулланып операция яһай. Һуңғараҡ ул шуның кеүек ун меңгә яҡын операция яһай. 1847 йылдың октябрендә Пирогов ғәмәлдәге статский советник дәрәжәһен ала.

Ҡырым һуғышы (1853—1856)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Н. И. Пирогов Севастополь Оборонаһы панорамаһында (уртала) (фрагмент)
Н. И. Пирогов «1853-1856 йылдарҙағы һуғышта күрһәткән хеҙмәттәре менән айырылып торған һәм ғәмәлдәге частар менән командалыҡ иткән кешеләр портреттары» альбомында
Пирогов бармағы менән пуляны ала. (Винницалағы усадьбаһы.)

40 — 50-се йй. Көнсығыш мәсьәләһе бәхәсе киҫкенләшә. 1853 йылдың октябрендә Ғосман империяһы Рәсәйгә һуғыш иғлан итә. 1853 йылдың 18 ноябрендә Төркиәнең Синоп портында Ҡара диңгеҙ Флоты эскадраһы вице-адмиралы Павел Степанович Нахимов (1802—1855) төрөк флотын тар-мар итә. 1854 йылдың 6 ноябрендә Пирогов, үҙе етәкләгән табиптар һәм шәфҡәт туташтары төркөмө менән бергә, Санкт-Петербургтан хәрби хәрәкәттәр театрына юллана. Табиптар араһында Э. В. Каде, П. А. Хлебников, А. Л. Обермиллер, Л. А. Беккерс, медицина докторы В. И. Тарасов һәм Пироговтың тоғро ярҙамсыһы — фельдшер И. Калашников булған. Пирогов уҡытҡан шәфҡәт туташтары бөйөк кенәз Елена Павловна башланғысы менән яңы ғына булдырылған Крестовоздвиженский шәфҡәт туташы общинаһын ойоштора ул бөйөк кенәз Елена Павловна башланғысы менән яңы ғына булдырыла. Пирогов инглиз-француз ғәскәрҙәре ҡамауында ҡалған Севастополь ҡалаһының баш хирургы булған.

Яраланыусыларға операция яһап, Пирогов урыҫ медицинаһы тарихында тәүге тапҡыр гипстан бәйләмес ҡулланған, ул яралыларҙың аяҡ-ҡулдарын һаҡлау тактикаһына башланғыс биргән һәм байтаҡ һалдат-офицерҙарҙы ампутациянан ҡотҡарған. Севастополде ҡамағанда (1854—1855), Пирогов Крестовоздвиженский йәмғиәтендәге шәфҡәт туташтарының уҡыуына һәм эшенә етәкселек итә. Ул уларҙы дүрт төркөмгә: бәйләүселәр, аптекарҙар, хужалыҡ сестралары, шулай уҡ яралыларҙы госпиталгә тиклем оҙатып барған транспорт шәфҡәт туташтарына бүлгән. Был ул замандың яңылығы булған. Бынан тыш, шәфҡәт туташтары йыйыштырыу эше менән шөғөлләнгән, аш-һыу әҙерләгән һәм интенданттарҙы контролдә тотҡан. Севастополдә эшләгән 250 шәфҡәт туташының 17-һе яраларҙан һәм сирҙәрҙән вафат булған. Крестовоздвиженский общинаһы шәфҡәт туташтарының тиңһеҙ эшмәкәрлеге тураһында һәм уларҙың батырлығы иҫтәлегенә Пирогов «Креовоздвиженский берләшмәһенең 1854 йылдың 1 декабренән 1856 йылдың 1 декабренә тиклем хәрби госпиталдәрҙә яраланғандар һәм ауырыуҙар хаҡында хәстәрлек күргән шәфҡәт туташтарының эше тураһында тарихи күҙәтеү» яҙа«Исторический обзор действий Крестовоздвиженской общины сестёр попечения о раненых и больных в военных госпиталях в Крыму и Херсонской губернии с 1 декабря 1854 по 1 декабря 1856 года».

Пироговтың төп ҡаҙанышы — Севастополдә яралыларҙы сорттарға айырыуҙың бөтөнләй яңы ысулын индереүе. Пирогов донъяла тәүге тапҡыр яралыларҙы ауырлыҡ дәрәжәһе буйынса биш категорияға бүлергә тәҡдим иткән: 1) терелеренә өмөт ҡалмаған үлемесле яралылар; 2) кисектергеһеҙ ярҙам талап иткән ауыр һәм хәүефле яралылар; 3) беренсел ярҙам күрһәткәндән һуң госпиталгә алып барып еткереү мөмкин булған ауыр яралылар; 4) Госпиталгә оҙатылырға тейешле яралылар һәм 5) урында ярҙам күрһәтелгән еңел яралылар (еңелсә бәйләү йәки тәне өҫтөндә ултырған пуляны сығарыу). Бындай сорттарға бүлеү менән бәйле армияның бөтә дауалау-эвакуация хеҙмәте үҫеп сыҡҡан. Пирогов ҙур ауырлыҡ менән ат һәм уңайлы арбалар егелгән хәрби-транспорт командалары эшен ойошторған, бындай хеҙмәт яралыларҙы госпиталгә тиҙ арала алып барып еткерергә мөмкинлек биргән. Шуға күрә Пирогов ғәҙел рәүештә хирургияның хәрби-ялан хирургияһы булараҡ билдәле махсус йүнәлешкә нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә[12].

Ошо һуғыш ваҡытында яралыларға һәм ауырыуҙарға ярҙам күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Пирогов 1-се дәрәжә Изге Станислав ордены менән бүләкләнә.

1855 йылда Пирогов Император Мәскәү университетының почётлы ағзаһы итеп һайлана[6]. Ошо уҡ йылда Санкт-Петербург табибы Н. Ф. Здекауэрҙың үтенесе буйынса Пирогов йәштән сирләшкәлеге менән айырылып торған (хатта туберкулёз тип тә фаразлағандар) шул ваҡытта Симферополь гимназияһының өлкән уҡытыусыһы булып эшләгән Д. И. Менделеевты ҡабул итә һәм тикшерә. Пациенттың хәлен ҡәнәғәтләнерлек тип баһалаған Пирогов: «Һеҙ беҙҙән оҙағыраҡ йәшәйәсәкһегеҙ» — тигән. Был күрәҙәлек буласаҡ бөйөк ғалимдың яҙмышына ышаныс ҡына өҫтәп кенә ҡалмай, ә тормошҡа ла аша[13].

Ҡырым һуғышынан һуң

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Батырҙарса обороналауҙарына ҡарамаҫтан, ҡамауҙа тотоусылар Севастополде өлөшләтә яулай һәм Рәсәй империяһы Ҡырым һуғышында еңелә.

Н. И. Пирогов. 1860 йылдар башындағы литография

Петербургка ҡайтҡас, Пирогов Александр II император уны ҡабул итә. Ғалим императорға Урыҫ император армияһындағы ауырлыҡтарҙы, уның һәм ҡоралланыуының артта ҡалыуы тураһында һөйләй. Ошо осрашыуҙан һуң Пироговтың эшмәкәрлеге үҙгәрә — ул Одесса уҡыу округының бағыусыһы вазифаһына йүнәлтелә. императорҙың ҡарарын ризаһыҙлыҡ күрһәтеүе тип ҡарарға мөмкин, ләкин Бынан алдараҡ Пироговҡа йылына 1849 һум һәм 32 тин ғүмерлек пенсия тәғәйенләнгән булһа ла, императорҙың ҡарарын ризаһыҙлыҡ күрһәтеүе тип ҡарарға мөмкин.

1858 йылдың 1 ғинуарында Пирогов Тайный советник дәрәжәһенә тиклем күтәрелә, һуңынан Киев уҡыу округының бағыусыһы (попечитель) вазифаһына күсерелә, ә 1860 йылда 1-се дәрәжә Изге Анна орденына лайыҡ була. Пирогов Рәсәй империяһында нығынған мәғариф системаһын үҙгәртергә маташҡан. Әммә Пироговтың эш иткәндә үҙен бойондороҡһоҙ[14]тотоуы власть менән бәхәскә килтерә һәм уға Киев уҡыу округы бағыусыһы вазифаһын ҡалдырырға тура килгән. 1861 йылдың 13 мартында Пирогов училищеларҙың баш идараһы ағзаһы итеп тәғәйенләнә[15], ә 1863 йылда идаралыҡ бөтөрөлһә лә, ғүмерлеккә Рәсәй империяһының Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында ағза булып тора.

Пирогов сит илдә белем алған профессорлыҡ дәрәжәһенә лайыҡ рус кандидаттары менән етәкселек итергә ебәрелә. «Училищеларҙың баш идараһы ағзаһы булып торған элекке хеҙмәттәре өсөн» Пироговҡа йылына 5-әр мең һум эш хаҡы һаҡлап ҡалына.

Николай Иванович Пирогов. 1870 йыл

Үҙенең резиденцияһы итеп Пирогов Гейдельбергты һайлай, унда 1862 йылдың майында килә. Кандидаттар үҙҙәренең етәксеһен рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алған. Мәҫәлән, Нобель лауреаты И. И. Мечников билдәләүенсә, Пирогов кандидаттар уҡыған башҡа ҡалаларға йыш барып, үҙ бурыстарын үтәүҙән тыш, уларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына, дуҫтарына һәр төрлө, шул иҫәптән медицина ярҙамы күрһәткән. Мәҫәлән, кандидаттарҙың береһе, Гейдельбергтың рус яҡташтар берлеге башлығы Модзалевский Лев Николаевич Джузеппе Гарибальдиҙы дауалауға аҡса йыйған һәм Пироговты яралы Гарибальдиҙы ҡарарға күндергән. Пирогов аҡсаһынан баш тартҡан, ләкин Гарибальди янына барған һәм, бөтә донъяға билдәле табиптар иғтибар итмәгән пуляны табып, Гарибальдиҙың яраһына климат ярамауына күрһәткән, һөҙөмтәлә Италия хөкүмәте Гарибальдиҙы әсирлектән азат иткән. Дөйөм фекер буйынса, тап Н. И. Пирогов ул саҡта Гарибальдиҙың аяғын, бәлки, башҡа табиптар үлемгә «хөкөм иткән» кешенең ғүмерен ҡотҡарған. «Мемуарҙар»ында Гарибальди былай тип иҫенә төшөрә: «Хәүефле хәлдә саҡта миңә киң күңелле иғтибар күрһәткән билдәле профессорҙар Петридж, Нелатон һәм Пирогов изге эштәр, ысын фән өсөн кешелек ғаиләһендә сиктәрҙең юҡлығын иҫбатланы...». Санкт-Петербургта фурор тыуҙырған был осраҡтан һуң Гарибальди менән һоҡланған нигилистар Александр II -гә һөжүм итә, һәм, иң мөһиме, Гарибальдиҙың Пруссия һәм Италияның Австрияға ҡаршы һуғышында Австрия хөкүмәтендә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. «Ҡыҙыл» Пирогов, чиновник статусын һәм элек тәғәйенләнгән пенсияһын һаҡлап ҡалып, хеҙмәт бурыстарын үтәүҙән ситләштерелә.

Ижади көстәре сәскә атҡан мәлдә Пирогов дәүләт хеҙмәтенән дә, академик эшмәкәрлектән дә ситләтелә, үҙенең Винница эргәһендәге ҙур булмаған «Сейә» имениеһында йәшәй, унда бушлай дауахана ойоштора. Ул унан бер аҙға сит илгә, шулай уҡ лекциялар уҡыу өсөн Император Санкт-Петербург университетының саҡырыуы буйынса ғына сығып йөрөгән. Был ваҡытта Пирогов бер нисә сит ил академияһы ағзаһы булған. Пирогов имениенан бер нисә тапҡыр ғына сыға: тәүге тапҡыр - 1870 йылда француз-прус һуғышында ул Халыҡ-ара ҡыҙыл Тәре исеменән фронтҡа саҡырыла, ә икенсе тапҡыр - 1877-1878 йылдарҙа, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, рус-төрөк һуғышы фронтында бер нисә ай хеҙмәт итә. 1873 йылда Пирогов 2-се дәрәжә Изге Владимир орденына лайыҡ була.

Урыҫ-төрөк һуғышы (1877—1878)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
А. Л. Обермиллер һәм Н. И. Пирогов. (А. Сумовскийҙың фотоһы). Кишинёв, 1877 йыл, 22 ғинуар[16][17].

Император Александр II Болгарияға 1877 йылдың авгусында, Рус-төрөк һуғышы ваҡытында, тиңдәшһеҙ хирург һәм фронтта медицина хеҙмәтен иң яҡшы ойоштороусы булараҡ Пирогов хаҡында иҫкә ала. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан (ул саҡта уға 67 йәш була), Пирогов, тулыһынса ирекле эшләү шарты менән, Болгарияға юлланырға ризалаша. Был теләк ҡәнәғәтләндерелә һәм 1877 йылдың 10 октябрендә Пирогов Болгарияла рус командованиеһының төп фатиры урынлашҡан Плевнанан алыҫ булмаған Горна-Студена ауылына килә.

Пирогов һалдаттарҙы дауалауҙы, яралыларҙы һәм ауырыуҙарҙы Свиштов, Згалев, Болгарене (Плевна өлкәһе), Горна-Студена, Велико-Тырново, Бохот, Бяла, Плевне ҡалаларындағы хәрби дауаханаларҙа тәрбиәләүҙе ойошторған. 1877 йылдың 10 октябренән 17 декабренә тиклем Пирогов Вит һәм Янтра йылғалары араһында рустар биләгән 12 000 квадрат километрлыҡ территорияла 700 саҡрымдан ашыу бричкала, санала йөрөй, 11 хәрби-ваҡытлы дауахананы, 10 дивизион лазаретын һәм егерме ике ауылда урынлашҡан өс аптека складын ҡараған. Ошо ваҡыт эсендә ул рус һалдаттарын, шулай уҡ күп болгарҙарҙы дауалаған һәм операция яһаған[18]. 1877 йылда Пирогов Аҡ бөркөт ордены һәм Александр II портреты төшөрөлгән гәүһәрҙәр менән биҙәлгән алтын табакерка менән бүләкләнә.

1881 йылда Пирогов «мәғариф, фән һәм илһөйәр гражданлыҡ өлкәһендә илле йыллыҡ хеҙмәт эшмәкәрлеге менән бәйле» Мәскәү ҡалаһының бишенсе почётлы гражданы була[19]. Император Санкт-Петербург фәндәр академияһы (1846), Император Медицина-хирургия академияһы (1847, почётлы ағзаһы - 1857 йылдан алып) һәм Германияның «Леопольдина» тәбиғәтте өйрәнеүселәр академияһы (1856) мөхбир ағзаһы.

«Үлгән көндә Николай Иванович Пирогов». Гравюра Матюшин Иван Иванович, 1881 йылдың 23 ноябре.

1881 йылдың башында Пирогов лайлалы ҡаты аңҡауының ауыртыуына һәм ярһыуына иғтибар итә. 1881 йылдың 24 майында Н. В. Склифосовский Н. В. Склифосовский Пироговтың баш һөйәгенең өҫкө яңағында яман шеш барлығын асыҡлай. Н.И. Пирогов 1881 йылдың 23 ноябрендә киске сәғәт 8-се 25 минутта[20] Вишня ауылында (хәҙер - Винница ҡалаһының бер өлөшө) вафат була. Уның улының хәтирәләре буйынса, агония башланыр алдынан Н. И. Пирогов «ай тотолоу башланғаны һәм атаһының үлеме хаҡында» һөйләгән.

Үлеменә бер айҙан да әҙерәк ваҡыт ҡалғас (1881 йылдың 27 октябрендә) Пирогов үҙенә йыуаныс бирерлек булмаған диагноз ҡуйған. Уның вафатынан һуң: «Склефасофский ҙа (төп нөсхәлә шулай яҙылған), Валь һәм Грубе, Бильрот та миндә ulcus oris men. mus. cancrosum serpeginosum (лат. — ауыҙҙың үрмәле ярылы сей яралы яман шеш сирен билдәләй алманылар, белһәләр, тәүге өсәүһе операция тәҡдим итмәҫ ине, ә икенсеһе яман булмаған шеш тип әйтмәҫ ине» тигән яҙыу табыла.

Пироговтың кәүҙәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Забальзамированное тело Н. И. Пирогова в саркофаге

1881 йылдың 27 ноябрендә (9 декабрендә) дүрт сәғәт дауамында Пироговтың кәүҙәһен ике табип, ике фельдшер һәм рухани алдында (алдан сиркәү властарынан, «Н. И. Пироговтың өлгөлө христианлы һәм бөтә донъяға билдәле ғалим ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып, уның кәүҙәһен ергә һалмаҫҡа, уның алла яратҡан һәм изге эштәрен белгән уҡыусылары һәм дауамсылары остаздарының яҡты ҡиәфәтен күрһен өсөн“ рөхсәт килгән, исемен мәңге онотолмаҫлыҡ итеп һаҡлау маҡсатында» һаҡларға Д. И. Выводцев бәлзәмләгән[21])[22] үҙенең Вишня усадьбаһында (хәҙер Винница ҡалаһының бер өлөшө) ерләнгән. Өс йылдан һуң кәшәнә өҫтөндә В. И. Сычугов эшләгән сиркәү төҙөлгән.

1920-се йылдар аҙағында кәшәнәгә талаусылар үтеп инә, саркофагтың ҡапҡасын ваталар, Пироговтың шпагаһын (Франц Йософ бүләге) һәм тағылмалы тәреһен урлайҙар[23]. 1927 йылда махсус комиссия үҙенең отчётында: «Әлеге шарттар дауам итһә, Н. И. Пироговтың ҡәҙерле һөйәктәренә, тулыһынса ҡарауһыҙ ҡалыуы арҡаһында, мотлаҡ емерелеү янай» тип яҙған[22].

1940 йылда Н.И. Пироговтың табутын асҡанда, ғалим Н. И. Пироговтың күҙгә күренгән кәүҙә өлөштәре һәм кейеме күбеһенсә күгәргән була; һөйәктәре мумияға әйләнгән булған. Мәйетте табуттан алмағандар. Мәйетте һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса төп саралар 1941 йылдың йәйенә планлаштырылған. Бөйөк Ватан һуғышы башында совет ғәскәрҙәре сигенгән ваҡытта Пироговтың кәүҙәһе һалынған саркофагты ергә күмгән, һәм ул шунда ла зыян күргән. Был тәндең боҙолоуына, һуңынан реставрацияланыуына һәм бер нисә тапҡыр яңынан бәлзәмләнеүенә килтерә[24]. Был сараларҙа Е. И. Смирнов ҙур роль уйнай[22].

Пироговтың ҡәберлеге рәсми рәүештә «сиркәү-некрополь» тип атала. Пироговтың кәүҙәһе ер кимәленән түбәнерәк криптта- православие ғибәҙәтханаһының түбәнге ҡатында, бөйөк ғалимдың иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтергә теләгәндәр килеп күрерлек быялаланған саркофагта урынлашҡан[25].

  • Беренсе ҡатыны (1842 йылдың 11 ноябре)[26] - Екатерина Дмитриевна Березина (1822-1846), боронғо дворяндар нәҫеленән, инфантериянан генералдың ейәнсәре граф Н. А. Татищевтың ейәнсәре һәм отставкалағы штабс ротмистрҙың ҡыҙы. 24 йәшендә бала тапҡандан һуң өҙлөгөп үлә.
    • Улы — Николай (1843—1891), физик.
    • Улы — Владимир (1846 — 1910 йылдың 13 нобренән һуң), тарихсы һәм археолог. Император Новороссийский университетының тарих кафедраһы профессоры. 1910 йылда Тифлиста ваҡытлыса йәшәй һәм 1910 йылдың 13-26 ноябрендә Император Кавказ медицина йәмғиәтенең Н. И. Пирогов иҫтәлегенә арналған экстраординар ултырышында ҡатнаша[27].
  • Икенсе ҡатыны (1850 йылдың 7 июненән) — Александра фон Бистром (1824—1902), баронесса, генерал-лейтенант А. А. Бистромдың ҡыҙы, диңгеҙ сәйәхәтсеһе И. Ф. Крузенштерндың туғанының ейәнсәргә тиң ҡыҙы[28]. Туйҙы Горчаровтың Полотняный завод усадьбаһында уйнағандар, өҫтәүенә, 1850 йылдың 7/20 июнендә урындағы Преображенск ҡорамында никах уҡылған[29]. Оҙаҡ ваҡыт Н. И. Пироговты икенсе ҡатыны менән яҙышҡан хаттарынан һайланма рәүешендәге «Идеал женщины» мәҡәләһенең авторы тип фаразлағандар[30]. 1884 йылда Александра Антоновнаның хеҙмәттәре менән Киевта хирургия дауаханаһы асыла. 1902 йылдың 1 июленә ҡарата төндә Вишня ауылында оҙаҡ ауырығандан һуң вафат була.

Фәнни хеҙмәттәренең әһәмиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
И. Е. Репиндың «Ғилми эшмәкәрлегенә 50 йыл тулыу уңайынан Мәскәүгә юбилейға Николай Иванович Пироговтың килеүе» картинаһына эскизы (1881). Хәрби-медицина музейы, Санкт-Петербург, Рәсәй.

Н. И. Пирогов медицинаның бер нисә яңы бүлеген булдыра. Кешенең топографик анатомияһы, туҡымаларҙа ориентирлашыу тураһындағы фән һәм хирургияға шуға ярашлы ҡараш: «скальпель билдәле ҡатламды киҫә, һәм бөтә операция билдәле бер ваҡыт арауығында тамамлана».

Кавказға экспедиция тәжрибәһенән сығарылған хирургияға консерватив ҡарашы уның иртә ампутацияларҙан һәм «бәйләү пунктында хирургия әсбаптары артынан ҡыуыу»ҙан баш тартыуға килтерә.

Рәсәйҙә лә, донъяла ла дөйөм наркоз ҡулланған беренсе хирург булмаһа ла, Пирогов наркоз аҫтында өс йөҙ операция документлаштыра һәм донъяла икенсеһе булып ялан шарттарында наркоз ҡулланып операция үткәрә, һәм документты донъяла тәүгеләрҙән булып тултыра.

Хәрби-ялан хирургияһы уға хәҙерге күренештә, медицина күрһткестәре буйынса сорттарға бүлеү һәм этап-эвакуация системаһы элгәргеһе булған этаплы эвакуациялау системаһын индереп, Ҡырым һуғышы тәжрибәһенә нигеҙләнгән.

Гипс бәйләме донъяла тәүге тапҡыр киң масштабта, дауалау иммобилизацияһы сараһы булараҡ ҡына түгел, транспорт сараһы булараҡ та ҡулланылды.

Пирогов тарафынан Уйымдар атласы, ҙур фәнни ҡиммәткә эйә китап, булдырылған.

Пирогов яра инфекцияһының тәбиғәтен төшөнгән, антисептиктар ҡулланған, әммә система булараҡ антисептиктар булдырмаған.

Н. И. Пироговтың тормошо һәм эшмәкәрлеге менән бәйле бай документтар коллекцияһы, уның шәхси әйберҙәре, медицина ҡоралдары, үҙе тере саҡта баҫылған әҫәрҙәре Санкт-Петербургтағы Хәрби-медицина музейында һаҡлана. Ғалимдың ике томлыҡ «Тормош мәсьәләләре. Ҡарт табип көндәлеге» тигән китабы һәм үҙ сиренең диагнозы яҙмаһы ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Урыҫ педагогикаһы үҫешенә өлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Тормош мәсьәләләре» тип аталған классик мәҡәләһендә Пирогов тәрбиә биреүҙең фундаменталь проблемаларын ҡараған. Ул ҡатлам (сословие) тәрбиәһенең мәғәнәһеҙлеген, мәктәп менән тормош араһындағы килешмәүселекте күрһәтте, йәмғиәт именлеге хаҡына эгоистик ынтылыштарҙан азат булған юғары әхлаҡлы шәхес тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуйҙы. Пирогов бының өсөн бөтә мәғариф системаһын гуманизм һәм демократия принциптарына нигеҙләнеп үҙгәртеп ҡорорға кәрәк, тип иҫәпләгән. Шәхесте үҫтереүҙе тәьмин иткән мәғариф системаһы, башланғыс мәктәптән алып юғары мәктәпкә тиклем, ғилми нигеҙҙә төҙөлөргә һәм бөтә мәғариф системаларының күсәгилешлелеген тәьмин итергә тейеш.

Н. И. Пирогов (1875)

Педагогик ҡараштары. Пирогов дөйөм кешелек тәрбиәһе биреүҙе, илгә файҙалы граждан тәрбиәләүҙе төп идея тип иҫәпләй; рухи яҡтан бай юғары әхлаҡлы кешене тормошҡа әҙерләү зарурлығын билдәләй: «Кеше булыу - тәрбиәнең төп бурысы»; тәрбиә һәм уҡытыу туған телдә булырға тейеш. «Туған телеңде һанға һуҡмау милли тойғоларҙы хурлай». Ул артабанғы һөнәри белем биреүҙең нигеҙе булып киң дөйөм белем биреү торорға тейешлеген билдәләне; юғары мәктәптә уҡытыуға ҙур ғалимдарҙы йәлеп итергә, профессорҙарҙың студенттар менән әңгәмәһен көсәйтергә тәҡдим иткән; дөйөм донъяуи белем биреү өсөн көрәште; бала шәхесен хөрмәт итергә саҡырҙы; юғары мәктәптең автономияһы өсөн көрәште.

Ҡатламдарға бүлеү алымы менән һөнәри белем биреү тәнҡитсеһе. Пирогов ҡатлам мәктәбенә һәм иртә утилитар-һөнәри күнекмәләргә, балаларҙың иртә һөнәри махсуслаштырылыуына ҡаршы сығыш яһай; бындай алым балаларҙың әхлаҡи тәрбиәһен тотҡарлай, уларҙың аң даирәһен тарайта; уҡыу йорттарында хөкөм һөргән башбаштаҡлыҡты, казарма режимын, балаларға ҡарата вайымһыҙ мөнәсәбәтте ғәйепләй.

Дидактик идеялары. Уҡытыусылар иҫке догматик алымдарҙан баш тартырға һәм яңы ысулдар ҡулланырға тейеш; уҡыусыларҙың фекерен уятырға, үҙаллы эшләү күнекмәләренә өйрәтергә; уҡытыусы уҡыусының иғтибарын һәм ҡыҙыҡһыныуын йәлеп итергә тейеш; кластан класҡа күсереү йыллыҡ өлгәш һөҙөмтәләре буйынса үткәрелергә тейеш; кластан класҡа күсереү имтихандарында осраҡлылыҡ һәм формализм элементтары бар.

Пирогов Джон Локканың тән язаһы, бала әхлағына төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтереүсе, үҙ ҡылыҡтарын аңлауға һәм баһалауға түгел, ә ҡурҡыуға ғына нигеҙләнгән ҡолдар буйһоноуына өйрәтеүсе кәмһетеү тигән фекеренә тарафдаш булған[31]. Ҡолдарса буйһоноу үҙен кәмһеткәндәре өсөн үс эҙләгән боҙоҡ холоҡ формалаштыра. Н. И. Пирогов фекеренсә, уҡытыу һәм әхлаҡи тәрбиә биреү һөҙөмтәләре, дисциплинаны тотоу алымдарының тәьҫирлелеге уҡыусының яҙыҡлыҡ тыуҙырған бөтә шарттарҙы объектив баһаланылыуы, һөҙөмтәлә баланы ҡурҡыу йәки кәмһетеү аша түгел, ә уны тәрбиәләрлек яза тәғәйенләнелеүе менән билдәләнә. Ваҡлап һатыуҙы дисциплинар тәьҫир итеү сараһы итеп хөкөм итеп, айырым осраҡтарҙа физик яза ҡуллатүгел, ә уны тәрбиәләүсе яза тәғәйенләүе менән билдәләнә. Һыйғыр сыбыҡты дисциплинар тәьҫир итеү сараһы булыуын хөкөм итеп, айырым осраҡтарҙа педсовет ҡарары буйынса ғына физик яза ҡулланыуға юл ҡуйыу мөмкин тигән. Н. И. Пироговтың фекере ике төрлө булыуға ҡарамаҫтан, ул күтәргән мәсьәлә һәм унан һуң матбуғат биттәрендә таралған бәхәс ыңғай эҙемтәләргә килтерә: 1864 йылғы «Гимназиялар һәм прогимназиялар уставы» менән тән язалары бөтөрөлә.[32]

Н. И. Пирогов буйынса халыҡ мәғарифы системаһы:

  1. Элементар (башланғыс) мәктәп (2 йыл): арифметика, грамматика өйрәнелә
  2. Ике типтағы тулы булмаған урта мәктәп: классик прогимназия (4 йыл, дөйөм белем биреү); реаль прогимназия (4 йыл)
  3. Ике типтағы урта мәктәп: классик гимназия (5 йыл, дөйөм белем биреү: латин, грек, рус телдәре, әҙәбиәт, математика); реаль гимназия (3 йыл, ғәмәли характерҙа: профессиональ фәндәр)
  4. Юғары мәктәп: университеттар, юғары уҡыу йорттары[33].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1839 — III дәрәжә Изге Анна дәрәжә ордены
  • 1845 — II дәрәжә Изге Станислав ордены
  • 1848 — II дәрәжә Изге Анна ордены
  • 1851 — III дәрәжә Изге Владимир ордены
  • 1855 — I дәрәжә Изге Станислав ордены
  • 1856 — «1853-1856 йылдрҙағы Көнсығыш (Ҡырым) һуғышы иҫтәлегенә» миҙалы
  • 1860 — I дәрәжә Изге Анна ордены
  • 1863 — «1861 йылғы Положениены ғәмәлгә индергәне өсөн» билдәһе
  • 1873 — II дәрәжә Изге Владимир ордены
  • 1877 — Аҡ бөркөт ордены

Бынан тыш, некомбатанттар өсөн 1870—1871 йылдарҙағы һуғыштың иҫтәлекле миҙалы (Германия) менән (Kriegsdenkmunze für Nichtkampfer 1870/1871) һәм француз Ярлыларға ярҙам йәмғиәте бронза тәреһе (Croix de la Société Française de Secours aux Blessés Militaires en broénze) менән бүләкләнгән

  • 1840 — Демидов исемендәге премияның яртыһы һәм «Артериаль олондарҙың һәм фасцияларҙың хирургик анатомияһы» хеҙмәте өсөн алтын миҙал.
  • 1844 — Демидов исемендәге тулы премия һәм алтын миҙал — «Полный курс прикладной анатомии человеческого тела» «Кеше тәненең ғәмәли анатомияһының тулы курсы» өсөн
  • 1850 — Демидов исемендәге тулы премия һәм ҙур алтын миҙал — «Патологическая анатомия холеры» монографияһы өсөн
  • 1860 — Демидов исемендәге тулы премия һәм ҙур алтын миҙал — «Топографическая анатомия разрезов» атласы өсөн
Винница ҡалаһындағы Вишня музей-усадьбаһы интерьеры

Винница ҡалаһы эсендә Пирогов ауылында Н. И. Пироговтың музей-усадьбаһы урынлашҡан, унан бер саҡрым алыҫлыҡтағы сиркәү-кәшәнәлә мәшһүр хирургтың бәлзәмләнгән кәүҙәһе ерләнгән. Шунда уҡ даими рәүештә Пирогов уҡыуҙары үткәрелә. 1881-1922 йылдарҙа бөтә йүнәлештәге рус табиптарының иң абруйлы берекмәләренең береһе булған Пирогов йәмғиәте эшләгән. Рәсәй империяһы табиптарының конференциялары Пирогов съездары тип атала. Мәскәүҙә 1897 йылда Мәскәү университетының Клиник ҡаласығы янындағы Большая Царицинская урамында (хәҙер - Б. Пирогов урамы) ҡуйылған монумент тәүге һәйкәл булды.

Әлеге ваҡытта Пироговҡа һәйкәлдәр Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Севастополдә, Винницала, Днепрҙа, Павлоградта, Тартуҙа ҡуйылған. Болгарияла Пироговҡа арналған иҫтәлекле билдәләр ҙә байтаҡ; шунда уҡ «Н. И. Пирогов» парк-музейы эшләй. Уның исеме менән реаниматология һәм хирургия профиле булған илдәге иң ҙур һәм төп дауахана аталған ("Н. И. Пирогов" УМБАЛСМ). Рәсәй милли тикшеренеү медицина университетына күренекле хирургтың исеме бирелде. 2018 йылда Петербургтың Хәрби-медицина музейында Н. И. Пирогов музейы тергеҙелде.

  • «Пирогов» (1947 йыл) — Фильмда бөйөк хирург ролен К. В. Скоробогатов башҡара.
  • «Герои Шипки» (1954) — Фильм башында ҙур булмаған эпизодта хирург Пирогов, Болгариялағы Апрель ихтилалын баҫтырғандан һуң балҡан халыҡтарына ярҙам итергә саҡырып, С.-Петербургтағы митингыла сығыш яһай. Пироговтың бәләкәй эпизодик ролен башҡарыусының исеме фильм титрҙарында күрһәтелмәгән, күрәһең, был К. Скоробогатов эпизодтарында һүрәтләнгәндер.
  1. Кульбин Н. И. Платонов, Пётр Саввич // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.
  2. Пироговская улица. Газета «Вечерній курьеръ» (Москва, Российская империя), 5 декабря (22 ноября) 1915 года. // starosti.ru
  3. Биографический словарь профессоров и преподавателей Императорского Юрьевского, бывшего Дерптского университета за сто лет его существования (1802—1902). Том II. — С. 261. // dspace.ut.ee
  4. О людях Московского университета, 2019, с. 27
  5. Императорский Московский университет, 2010, с. 558
  6. 6,0 6,1 6,2 Пирогов Николай Иванович. Краткая биография. Сайт «Летопись Московского университета» // letopis.msu.ru
  7. Императорский Московский университет, 2010, с. 559
  8. При выборе кандидатур для одноимённой кафедры в Императорском Московском университете предпочтение было отдано Ф. И. Иноземцеву.
  9. Ҡалып:Riemer, Pieter de. Afbeeldingen van de juiste plaatsing der inwendige deelen van het menschelijk ligchaam.... — Gravenhage, 1818.
  10. Ю. Л. Шевченко, В. М. Китаев «Ледяная анатомия» — прообраз современных лучевых изображений // Хирургия. Журнал им. Н. И. Пирогова. — М., 2010. — № 9. — С. 4—8.
  11. Будко А. А. Гений отечественной медицины. К 200-летию со дня рождения Н. И. Пирогова. // Военно-исторический журнал. — 2010. — № 11. — С.73-74.
  12. Н. И. Пирогов. «Севастопольские письма Н. И. Пирогова 1854—1855 гг.» — СПб., Типография М. Меркушева, 1907 год, 228 с.. // runivers.ru
  13. «Летопись жизни и деятельности Д. И. Менделеева». — Л.: «Наука», 1984.
  14. Чалый М. Вторая киевская гимназия // Киевская старина. — 1900. — № 6. — С. 288—309.
  15. Россия. Министерство народного просвещения. Свод штатов и дополнительных к ним постановлений, действующих по Министерству народного просвещения.
  16. Существуют две такие фотографии: одна принадлежит Пирогову, на её обороте имеется надпись, выполненная второй женой Пирогова, Александрой Антоновной: «Кишинёв в Генваре 1877 года», и вторая, на обороте которой дарственная подпись Пирогова А. Л. Обермиллеру: «Ученику и другу на память 1877 г. января 22. Да будет незабвенно». Обе хранятся в Военно-медицинском музее ВМА им. С. М. Кирова. Ф. Н. И. Пирогова (экз. Пироговых — № 20244. Размер 16,0 × 10,5 см).
  17. Пирогов Н. И. Севастопольские письма и воспоминания. — М.: Директ-Медиа, 2014. — С. 6.
  18. Николай Марангозов. Николай Пирогов. 2013 йыл 13 март архивланған. Дума (Болгария) // slkbg.com (13 ноября 2003 года)
  19. Сведения о почётных гражданах Москвы. Московская государственная Дума. 2020 йыл 19 октябрь архивланған.
  20. Горелова Л. Е. Тайна Н. И. Пирогова // «Русский медицинский журнал». — 2000. — Т. 8. — № 8. — С. 349. Архивировано из первоисточника 21 август 2013.
  21. Шевченко Ю. Л., Козовенко М. Н. «Музей Н. И. Пирогова». — СПб., 2005. — С. 24.
  22. 22,0 22,1 22,2 Длительное сохранение бальзамированного тела Н. И. Пирогова — уникальный научный эксперимент // Biomedical and Biosocial Anthropology. — 2013. — V. 20. — P. 258.
  23. Последний приют Пирогова. 2013 йыл 13 март архивланған. // fap.ru
  24. Памятник живому за спасение мёртвого. 2011 йыл 29 май архивланған. «Российская газета» // rg.ru (2 апреля 2003 года)
  25. Место расположения усыпальницы Н. И. Пирогова на карте Винницы. «Яндекс.Карты» // maps.yandex.ru
  26. ЦГИА СПб. ф.19. оп.111. д.326. с. 717. Метрические книги церкви Св. Великомученика Пантелеймона.
  27. «Въ медицинскомъ обществѣ» // Кавказъ. — 1910. — 17 ноября. — № 261. — С. 3.
  28. Татьяна Светлова. Хирург Пирогов женился на калужанке. ООО "Агентство «Комсомольская правда — Калуга» // kp40.ru (25 января 2012 года)
  29. Иерей Ярослав Клоков. Храм в честь Преображения Господня в музее-усадьбе Гончаровых в посёлке Полотняный завод. Новые архивные данные. // preobragenxram.prihod.ru (6 июнь 2013).
  30. Ветрова М. Д. Миф о статье Н. И. Пирогова «Идеал женщины» 2014 йыл 12 ғинуар архивланған. [включая текст статьи]. // Пространство и время. — 2012. — № 1. — С. 215—225.
  31. История педагогики и образования. От зарождения воспитания в первобытном обществе до конца XX в.: Учебное пособие для педагогических учебных заведений/ Под ред. А. И. Пискунова.- М., 2001.
  32. История педагогики и образования. От зарождения воспитания в первобытном обществе до конца XX в.: Учебное пособие для педагогических учебных заведений / Под ред. А. И. Пискунова. — М., 2001.
  33. Коджаспирова Г. М. История образования и педагогической мысли: таблицы, схемы, опорные конспекты. — М., 2003. — С. 125.