Император Дерпт университеты
Император Дерпт университеты (1802), Император Юрьев университеты (1893) — рус. Императорский Дерптский университет — Рәсәй империяһының иң боронғо университеттарының береһе, хәҙер Эстонияның Тарту университеты
Башланыш осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юрьев университеты, элекке Дерпт университеты, 1802 йылда ойошторолған, әммә уның башланғыс осоро күпкә боронғораҡ ваҡыттарға ҡарай. 1630 йылда, Лифляндияны шведтар алғанға 5 йыл тулғанда, Дерптта (Тарту) 1632 йылда гимназия асыла, артабан ул университет итеп киңәйтелә.
1656 йылда, батша Алексей Михайлович заманында Дерптты урыҫтар яулай; профессорҙар һәм студенттар ҡасып китә. Ҡайһы бер профессорҙар Ревелдә үҙ курстарын дауам итергә тырыша, унда 1665 йылда 60 студент иҫәпләнгән. 5 йылдан һуң Дерпт йәнә шведтар ҡулына күсә, әммә университет 1690 йылда ғына эшләй башлаған.
Рәсәй һәм Швеция араһында һуғыш яңынан башланғас, университет 1699 йылда Перновҡа күсерелгән. Әммә 1710 йылда урыҫ ғәскәрҙәре унда ла һөжүм итә. Академияны ҡотҡарыр өсөн, лифлянд дворяндары Пётр I-нән университетты һаҡлап алып ҡалыуҙы үтенә. Пётр I уларға «рыцарству вместе с верховным консисториумом назначать и предлагать искусных профессоров» тигән рөхсәт менән, үҙе славян теле профессорын тәғәйенләй. Быға ҡарамаҫтан, университет ҡайтанан эшләй башламай, сөнки профессор-шведтар Дерптты ҡалдырып, Швецияға күсенә.
Остзей крайындағы университет тураһындағы мәсьәләлә император Павел I яңы осор башлай, сөнки остзей дворяндары менән яҡшы мөнәсәбәттә була. Ул төбәк өсөн университет проекты тәҡдим итә. Ике ҡала күҙҙә тотола — Митава һәм Дерпт — күп ыңғай сәбәптәре бар тип һайлау һуңғыһы файҙаһына хәл ителә[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Император Александр I батшалыҡ иткән осорҙа Училищелар ойоштороу комиссияһы Павел I 1799 йылдың 4 майында раҫлаған Дерпт университетын булдырыу эшен тамамларға мәжбүр була. 1803-төң 12 сентябрендә Дерпт университетының уставы Александр I тарафынан раҫлана[2].
Император университетын асыу тантанаһы 1802 йылдың 21 апрелдә (3 майҙа) һәм 22 апрелдә (4 майҙа) үтә, ләкин рәсми рәүештә студенттарҙы яҙыу 1802 йылдың 5 (17) апрелендә башланған була. Лекциялар 1 (13) майҙа башлана. Халыҡ мәғарифы министрлығы ойошторолғандан һуң университет уның етәкселеге аҫтына күсә һәм матди яҡтан тәьмин итеү тураһында мәсьәлә тыуа. 1802 йылда 12) (24 декабрҙә Александр I "Дерпттағы Император университеты өсөн ҡарар акты"на ҡул ҡуя; был көн артабан йыл һайын үткәрелгән университет акты һәм тантаналары көнө итеп билдәләнә башлай.
Был уҡыу йорто оҙаҡ ваҡыт Рәсәй университет системаһында «айырым урында» тора. Дерпт университеты башлыса уҡытыусылар һәм уҡыусылар составы буйынса немецтарҙан торған, уҡытыу немец телендә алып барылған. XIX быуат аҙағына иһә Балтик буйы халҡының байтаҡ өлөшө, айырыуса уның белемле ҡатламы араһында рус теле киң таралыу ала. Ошо шарттарҙа Дерпт университетында рус телендә уҡыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә.
Университет файҙаһына хеҙмәт иткән төп эшмәкәр Г. Ф. Паррот булған, һуңғараҡ ул ректор булып китә. Университеттың 1803 йылда раҫланған уставына ярашлы, уға тулы автономия бирелгән. Университет суды ҡарарын кире ҡаҡтырыу өсөн Сенатҡа ғына мөрәжәғәт итергә мөмкин була. Университет корпорацияһы үҙенең мөхитенән бөтә вазифалы кешеләрен, шул иҫәптән ректорын һайлай; корпорация советы «өҫтөндә» халыҡ мәғарифы министры ғына торған. Дворяндар университетҡа 40000 һум аҡса биргәнлектән, уларға университеттың эштәр идаралығында ҡатнашыу хоҡуғы бирелгән; дворяндарҙан һайланып ҡуйылған кураторҙар хужалыҡ бүлеген тотҡан.
1836 йылда, уҡытыу фәне булараҡ, рус теленең әһәмиәтен көсәйтергә ҡарар ителә; 1837 йылда университетта рус теле лекторы вазифаһы булдырыла. 1838 йылда, граф Уваров тырышлығы менән, корпорацияларҙан тыш, университетта ғилми маҡсаты булған «студент йәмғиәттәре» ойоштороу, шулай уҡ әҙәбиәт һәм сәнғәт менән шөғөлләнеү, спектаклдәр ҡуйыу һәм башҡалар рөхсәт ителә. 1850 йылда профессорҙар араһынан ректор һайлау бөтөрөлә; 1852 йылда студенттарҙың һәм уҡытыусыларҙың рухи тын алышын күҙәтеү өсөн махсус йәшерен инструкциялар бирелә.
Университет профессорҙар һәм студенттар составы буйынса немец милләтенән булып ҡалыуын дауам итә, әммә 1880 йылдан алып руслаштырыуҙы көсәйтергә тырышыу башлана, 1889 йылда был күренеш университет уставына индерелә; профессор-немецтарҙың күбеһе эштән китә, уларҙың кафедраларына урыҫ уҡытыусылары ҡуйыла.
1893 йылдың 27 декабрендә (1894, ғинуарҙа) Дерпт университеты боронғо рус атамаһы Юрьев исеменә үҙгәртелә. Студенттарға ҡарата яңы ҡағиҙәләр индерелә; 1896 йылдан алып студенттар инспекцияһы эшләй башлай. Рус студенттары составы арта, университетҡа дини семинарҙарҙа курсттар үтеүселәрҙе ҡабул итә башлау арҡаһында Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән ағылып килә башлайҙар.
1903 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 1800-ҙән ашыу студент булған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]История Тартуского университета
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ферлюдин П. 1 // Исторический обзор мер по высшему образованию в России. Академия наук и университеты. — Саратов, 1894. — С. 166.
- ↑ Сухомлинов М. И. Материалы для истории образования в России в царствование императора Александра I (русский) // Журнал министерства народного просвещения. — 1865. — Т. 10. — С. 52.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фото и Видео Викимилектә |
- Деген Евгений. Воспоминания дерптского студента 2022 йыл 23 ғинуар архивланған. // Мир Божий. — 1902. — № 3. — с. 71-105.
- Университет // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Университеты и другие высшие школы в 1902—1906 гг. // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Юрьевский университет // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Соловьевъ И. М. Русскіе университеты въ ихъ уставахъ и воспоминаніяхъ современниковъ.. — С.-Петербургъ: Книгоиздательство типо-литографіи "Энергія", 1913.
- Биографический словарь профессоров и преподавателей Императорского Юрьевского, бывшего Дерптского университета за сто лет его существования (1802—1902) / под ред. Г. В. Левицкого. — Юрьев: Типография К. Маттисена, 1902. — Т. I. — 674 с.
- Биографический словарь профессоров и преподавателей Императорского Юрьевского, бывшего Дерптского университета за сто лет его существования (1802—1902) / под ред. Г. В. Левицкого. — Юрьев: Типография К. Маттисена, 1903. — Т. II. — 680 с.
- Сухомлинов М. И. Русские университеты, учрежденные в начале царствования имп. Александра I. — Спб., 1865.
- Эймонтова Р. Г. Русские университеты на грани двух эпох. — М., 1985.
- Российские университеты в XVII—XX веках. — Воронеж, 1998 — Вып.3, 1998 — Вып.5, 2000. Вып.5.
- Петров Ф. А. Формирование системы университетского образования в России. Т.1. Российские университеты и Устав 1804 года. М., 2002; Т.2. Становление системы университетского образования в первые десятилетия XIX в. М., 2002; Т.3. Университетская профессура и подготовка Устава 1835 года. М., 2003; Т.4. Российские университеты и люди 1840-х годов. Ч.1. Профессура. Ч.2. Студенчество. М., 2003.
- Петухов Е. В. Императорский Юрьевский, бывший Дерптский, университет за сто лет его существования (1802-1902) : Ист. очерк. — Юрьев: Типография К. Маттисена, 1902. — Т. 1: Первый и второй периоды (1802-1865). — 620 с.
- История Тартуского университета. 1632—1982. Таллин, 1982
- Е. В. Петухов «Латино-шведский университет в Дерпте и Пернове в XVII и начале XVIII в.» («Журнал Министерства Народного Просвещения», 1901, № 5)
- Е. В. Петухов «Вопрос об университете в Лифляндии в XVIII в.» («Журнал Министерства Народного Просвещения», 1901, № 9)
- Е. В. Петухов «Возникновение и первоначальная организация Дерптского университета в начале XIX в.» («Журнал Министерства Народного Просвещения», 1901, № 10, 11, 12, 1902, № 1)
- Юбилейное издание Юрьевского университета
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Андреев А. Ю. Российские университеты XVIII — первой половины XIX века в контексте университетской истории Европы
- Образование в XIX веке
- Петухов Е. В. Императорский Юрьевский, бывший Дерптский, университет за сто лет его существования (1802—1902) : Ист. очерк : Т. 1 : Первый и второй периоды (1802—1865). — Юрьев, 1902
- ИМПЕРАТОРСКИЕ УНИВЕРСИТЕТЫ
- Как жили студенты Петербургского университета в первой половине XIX века Санкт-Петербургский университет № 2-3 (3788-3789), 20 февраля 2009 года
- А. И. Аврус История российских университетов.