Эстәлеккә күсергә

Щербатский Ипполит Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Щербатский Ипполит Фёдорович
рус. Ипполит Фёдорович Щербатский
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1827
Вафат булған көнө 1889
Атаһы Щербацкий, Фёдор Григорьевич[d]
Балалары Щербатский, Александр Ипполитович[d] һәм Фёдор Ипполитович Щербатской[d]
Уҡыу йорто Паждар корпусы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святого Владимира 3-й степени орден Святого Станислава 2-й степени орден Святого Станислава 1-й степени орден Святой Анны 3-й степени

Ипполит Федорович Щербатский(1827 йыл — 1889 йыл) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, Өфө губернаторы (1873—1876), ғәмәли статский советник (1870), полковник (1859).

Ипполит Федорович Щербатский 1827 йылда тыуа. Сығышы менән дворяндарҙан; генерал-лейтенант Федор Григорьевич Щербатскийҙың (Щербацкий) улы.

Пажеский корпус таммалаған. 1859 йылға тиклем Уланский лейб-гвардия полкында хеҙмәт итә. Был полкта уның ағаһы ла хеҙмәт иткән була[1]; 1849 йылда Венгрия походында һәм 1853-1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышында ҡатнаша; Афанасий Фет менән таныш була[2], уны «үҙенең һөйөклө дуҫы» тип атай. Дауалағандан һуң, 1860 йылда Поляк батшалығында граждан хеҙмәтендә була. 1873 йылдың мартында Өфө губернаторы итеп тәғәйенләнә. 1874 йылда император Александр II суд системаһын реформалау, бөтә өйәҙ һәм мир судтарын бөтөрөү тураһында тәҡдим менән мөрәжәғәт итә. 1876 йылда «йорт хәлдәре буйынса» эшенән бушатыла[3].

3-сө дәрәжә Изге Владимир, 3-сө дәрәжә Изге Анна һәм 1-се, 2-се дәрәжә Изге Станислав (1875) ордендары менән бүләкләнә.

Ҡатыны — Екатерина Апполинариевна. Уларҙың биш балаһы була: Федор (1866—1942), билдәле шәрҡиәтсе; Мария (1869—?), С. Е. Крыжановскийҙа тормошта; Александр (1870—1952); Варвара; Наталья, Георгий Виттала тормошта (1867 — һуң, 1912)[4]

  1. В этом же полку служил его старший брат Николай.
  2. Фет А. Мои воспоминания
  3. О деятельности И. Ф. Щербатского в этот период см.: Кантимирова Р. И., Павлова О. С. Деятельность уфимского губернатора И. Ф. Щербатского по развитию медицины в крае и Кантимирова Р. И. Вклад губернатора И. Ф. Щербатского в развитие образования в уфимской губернии.
  4. Erik-Amburger-Datenbank