Ҡашаев Венер Миңлевәзир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡашаев Венер Миңлевәзир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 март 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (50 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө спортсы, еңел атлет
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Спорт төрө Еңел атлетика
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ҡашаев Венер Миңлевәзир улы (16 март 1974 йыл) — спортсы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1996).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венер Миңлевәзир улы Ҡашаев 1974 йылдың 16 мартында Өфө ҡалаһында тыуған.

1991—2001 йылдарҙа Бөтә Союз профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә советы тәрбиәләнеүсеһе. Егетте тренеры Б. Д. Афанасьев оло спортҡа әҙерләй.

Тренеры Г. И. Алексеев әҙерлегендә Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай.

1991 йылда һәләтле егетте СССР йыйылма командаһына алалар. Ил тарҡалғас, 1992 йылда, Берләшкән Дәүләттәр Берлеге йыйылма командаһы составында ҡала.

1993—1997 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.

1996 йылда ул еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры дәрәжәһенә өлгәшә.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 3000 һәм 5000 м йүгереүҙә Рәсәй чемпионы (1994—96).
  • Йәштәр араһында Европа кубогының көмөш призёры (1994),.
  • 5000 м йүгереүҙә үҫмер спортсылар араһында Европа чемпионы (1993).
  • 5000 м йүгереүҙә йәштәр араһында Рәсәй рекордсыһы (1994)[1].

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ҡашаев Венер Миңлевәзир улы [1] 2016 йыл 6 апрель архивланған.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кашаев Венер — Легкая атлетика. Энциклопедия. Том 1: А-Н

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]