Петрова Ираида Алексеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Петрова Ираида Алексеевна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Псевдоним Нар Урини
Тыуған көнө 13 март 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы,Йылболаҡ-Матвеевка
Вафат булған көнө 4 октябрь 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы, прозаик, драматург
Жанр повесть[d]

Петрова Ираида Алексеевна (Нарс Урини; 16 март 1913 йыл — 4 октябрь 1983 йыл) — прозаик, шағир, драматург, яҙыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ираида Алексеевна Петрова 1913 йылдың 16 мартында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Елбүләк-Матвеевка ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы) уҡытыусы ғаиләһендә тыуа. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Ҡазан сыуаш педагогия техникумында уҡый. Һуңынан Сыуаш дәүләт академия драма театрының театр студияһында, Рәсәй театр сәнғәте институтында (1931—1934)[1], Ленинград музыка училищеһында белем ала.

Ленинград блокадаһы йылдарында Ираида Алексеевна Ленинград госпиталдәрендә шәфҡәт туташы булып эшләй. 1943—1946 йылдарҙа ул Ырымбур ҡалаһында заводтың йыр һәм бейеү ансамблен етәкләй. 1946 йылда Мытищи ҡалаһының «Путь к победе» («Еңеүгә юл») гәзитендә эшләй. Беренсе тапҡыр үҙенең әҙәби әҫәрен 1955 йылда «Родная Волга» журналында баҫтыра[2]. 1980 йылда СССР Яҙыусылар союзына ағзаһы булып инә. Нарс Урини исеме аҫтында ижад итә. Ираида Алексеевна яҡташтары менән тығыҙ бәйләнештә була, Бишбүләк районының «Светлый путь» гәзитендә уның шиғырҙары даими донңя күреп тора. Уның шиғырҙары 12 йыйынтыҡта сыҡҡан, баҫмаларының дөйөм тиражы 2,5 миллион дана самаһы.

1983 йылдың 4 октябрендә оҙаҡ ауырыуҙан һуң вафат була[3].

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тыуған ауылындағы мәктәп Ираида Алексеевна Петрова исемен йөрөтә. Белем усағында яҙыусының музейы бар.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

    • «Тядюк» — Тядюк (1969);
    • «Çул юппинче» (1973);
    • «Савпипе Кришна» — Савпи и Кришна (1975);
    • «Пурнăç çиппи» — Ниточка жизни (1979);
    • «Телейпе Илем» — Счастье и Красота, 1982);

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Петрова Ираида Алексеевна//Литературная карта Республики Башкортостан (рус.)
  2. Петрова Ираида Алексеевна//Литературная карта Республики Башкортостан (рус.)
  3. Ираиды Алексеевны Петровой-Нарс//Bizhbulyak.ru (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]