Йәркәй Ейәнсурин
Йәркәй Ейәнсурин | |
Зат | ир-ат |
---|
Йәркәй Ейәнсурин | |
Тыуған көнө |
билдәһеҙ |
---|---|
Тыуған урыны |
билдәһеҙ |
Вафат булған көнө |
билдәһеҙ |
Вафат булған урыны |
билдәһеҙ |
Атаһы |
Ейәнсура |
Тормош иптәше |
Сөйөмбикә |
Балалары |
улдары Нурбаҡы, Фәйзулла, Сәйфулла, Фазыл |
Йәркәй Ейәнсурин (Ялан Йәркәй[1]; XVII быуат аҙағы — XVIII быуат башы) — Йылан улусының атаҡлы башҡорто.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәркәй Ейәнсурин Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттарынан, шул уҡ улустың Йылан (Ялан) ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Үрге Йәркәй ауылы) йәшәй. Атаһы — Ейәнсура Нуғаев (1662—1664 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы буйынса документта иҫкә алына).
1704—1711 йылдарҙағы Башҡорт ихтилалында[2] ҡатнаша.
1728 йылда император Петр II-не тәхеткә ултыртыу йолаһында ҡатнашыу өсөн бөтә дүрт даруға башҡорттарының 32 кешенән торған делегацияһын етәкләй. Сит ил эштәре коллегияһында тәржемәсе Ҡотломөхәммәт Тевкелев менән һөйләшкәндә түбәндәгеләрҙе хәбәр итә: «улар, башҡорттар, Өфө судьяларының, йәнәһе башҡорттар ҡасаҡ татарҙарҙы һәм башҡа халыҡтарҙы үҙ ерҙәрендә ҡабул итә, тип нахаҡ яла яғыуынан риза түгелдәр, ә башҡорттар үҙ теләктәре менән ҡасаҡтарҙы ҡабул итмәй һәм ҡабул итергә лә теләмәй, ҡасаҡтар башҡорттар саҡырыуы буйынса түгел, ә үҙ белдектәренә менән килә, улар, киреһенсә, башҡорт яландарын, сабынлыҡтарын һәм башҡа ерҙәрен тапай… Граф Иван Гаврилович булғанда башҡорт ерҙәрендәге ҡасаҡтар үҙҙәренең элек йәшәгән урынына ҡайтарыла торғайны. Иван Гаврилович киткәс, ҡасаҡтар башҡорттарға килә башланы. Мин, башҡорт Йәркәй, үҙ кешеләрем менән 2 ҡасаҡты тотоп бирҙем…»[3].
1728 йылдың мартында башҡорт делегацияһы императорға: «башҡорттарҙың воеводалар һәм целовальниктарҙан ҡыҫырыҡлауға дусар ителеүҙәре һәм уларҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлау тураһында» прошение бирә, унда Йәркәй Ейәнсурин ҡултамғаһы ҡуйылған була. Император уның менән осрашыуы тураһында башҡа сығанаҡтарҙа ла телгә алына: «Йәркәй, башҡорт, үҙ кешеләре менән Петр II-лә булды, батша уға йыл һайын батша һарайына килергә бойорҙо». 1728 йылдың июль аҙағында император Петр II указы сыға: «Өфө провинцияһын Ҡаҙан губернияһынан айырыу, уны Сенаттың особый ведомствоһына теркәү тураһында». Указда Өфө провинцияһын Ҡаҙан губернаһынан айырыуға күрһәтелә. Ошонда уҡ Йәркәй Йәнсурин һәм уның менән килгән башҡорттарҙың үтенесе буйынса Өфөгә бригадир Петр Бутурлиндың ебәрелеүе һәм был провинция эштәре менән тик Сенат ҡына шөғөлләнергә тейешлеге, ә Ҡаҙан губернаторына был провинция эштәренә ҡыҫылмауы тураһында ла айырып әйтелә.
1733 йылда Йәркәй Ейәнсурин Өфө провинцияһының бөтә дүрт даруғаһы башҡорттары исеменән Рәсәй императрицаһы Анна Иоанновнаға ебәрелгән үтенескә ҡул ҡуйыуҙа ла ҡатнаша, был үтенес бөтә башҡорт йыйынында ҡабул ителгән була[4].
Сығышы һәм ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәркәй Ейәнсуриндың шәжәрәһе түбәндәгесә: Ҡулыбай→Нуғай→Ейәнсура→Йәркәй. Нуғайҙың тағы Уразай исемле улы ла була, уның улдары — Айыт, Үрмәт, Һөйөндөк, Москов, Мәсәғүт. Уларҙың араһынан 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында ҡатнашыусы Москов Уразаев яҡшы билдәле, ул 2 мең яугиры менән Алдар Иҫәкәев етәкселегендәге баш күтәреүселәргә ҡушыла һәм Ҡазанды штрумлауға йүнәлә[5]. Уның ҡустыһы Мәсәғүт Уразаев 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарында ҡатнашҡан өсөн язалана.
Йәркәйҙең улдары — Нурбәк, Фәйзулла, Сәйфулла, Фазыл. 1736 йылда Нурбәк Йәркәев Йылан улусы старшинаһы була, артабан был вазифаға уның улдары Бикҡол һәм Һәбит Нурбәкиндар тәғәйенләнә. Е. И. Пугачёв етәкселегендәге ихтилал ваҡытында Бикҡол Нурбәкин баш күтәргән башҡорт отрядтарының береһенә етәкселек итә[6].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ялан ауылы хәҙер уның исемен йөрөтөп, Йәркәй (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Илеш районы Үрге Йәркәй ауылы) тип атала. Уның ҡатыны хөрмәтенә Сөйөмбикә күле аталған[7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мухтаров Я. Г. Ялан Яркей и его потомки. — Уфа, 1999. — 97 с. — С. 11. — ISBN 5-89915-010-6.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — С. 278. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ История башкирских родов. Елан. Том 9. Часть 1 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Ф. Ф. Гайсина, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 34,35,36. — 720 с. — ISBN 978-5-85051-637-6.
- ↑ Акманов И. Челобитная башкир Уфимской провинции на имя императрицы России // Ватандаш. — 2005. — № 6. — С. 81—92. — ISSN 1683-3554.
- ↑ История башкирских родов. Елан. Том 9. Часть 1 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Ф. Ф. Гайсина, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 30. — 720 с. — ISBN 978-5-85051-637-6.
- ↑ История башкирских родов. Елан. Том 9. Часть 1 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Ф. Ф. Гайсина, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 106-107. — 720 с. — ISBN 978-5-85051-637-6.
- ↑ Мухтаров Я. Г. Ялан Яркей и его потомки. — Уфа, 1999. — 97 с. — С. 11. — ISBN 5-89915-010-6.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мухтаров Я. Г. Ялан Яркей и его потомки. — Уфа, 1999. — 97 с. — ISBN 5-89915-010-6.