Эстәлеккә күсергә

Рафиҡов Ғәббәс Ғабдрафиҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рафиҡов Ғәббәс Ғабдрафиҡ улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 26 март 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Иғмәт, Илеш районы
Вафат булған көнө 1982
Вафат булған урыны Ҡырмыҫҡалы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Рафиҡов Ғәббәс Ғабдрафиҡ улы (26 март 1899 йыл — 1982 йыл) — дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, КПСС ағзаһы. Илеш район Советы башҡарма комитетының беренсе рәйесе (1935—1937), шулай уҡ Салауат (1939—1944) һәм Ҡырмыҫҡалы (1944—1955) район Советтарының элекке рәйесе. Башҡорт АССР-ының 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР Юғары Советы Президиумы, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты һәм СССР Журналистар союзы ағзаһы, РСФСР-ҙың персональ пенсионеры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры[1].

Ғәббәс Ғабдрафиҡ улы Рафиҡов 1899 йылдың 26 мартында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Йәлдәк улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районы) составындағы Иғмәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1927 йылда Совет-партия мәктәбенә уҡырға ебәрелә. Уҡыу йортон тамамлағандан һуң, ВКП-(б)-ның Бөрө кантонына ҡараған Баҙыҡ улус комитеты секретары булып эшләй.

1930—1935 йылдарҙа Дүртөйлө районы ер бүлеге мөдире булып эшләй һәм бер үк ваҡытта «Красная Башкирия» һәм «Коммуна» республика гәзиттәренең эшсе-крәҫтиән хәбәрсеһе булып эшләй.

1935 йылда Илеш район советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана һәм Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы ҡарамағындағы Юғары совет төҙөлөшө мәктәбенә уҡырға ебәрелгәнсе эшләй.

1939—1944 йылдарҙа — Салауат район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1944—1955 йылдарҙа — Ҡырмыҫҡалы район советы башҡарма комитеты рәйесе.

1955 йылдан алып 1961 йылға тиклем — Ҡырмыҫҡалы районының Будённый исемендәге (хәҙер — «Сулпан») колхозы рәйесе. Ике тапҡыр БАССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана, КПСС өлкә комитеты ағзаһы була[2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РСФСР-ҙың персональ пенсионеры.

1982 йылда Ҡырмыҫҡалы ауылында вафат булған.