Эстәлеккә күсергә

Зөлҡәрнәев Артур Валерий улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зөлҡәрнәев Артур Валерий улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 9 июнь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (30 йәш)
Тыуған урыны Арыҫлан, Ҡыйғы районы, Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй
Һөнәр төрө көрәшсе
Спорт төрө Спорт көрәше[d]
Спорт дисциплинаһы Көрәш

Зөлҡәрнәев Артур Валерий улы (9 июнь 1995 йыл) — спортсы, билбау көрәше һәм милли көрәш менән шөғөлләнеүсе. Билбау көрәше буйынса Рәсәй һәм донъя чемпионы. Рәсәйҙең спорт мастеры.

Артур Валерий улы Зөлҡәрнәев Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районының Арыҫлан ауылында 1995 йылдың 9 июнендә тыуа. Өсөнсө синыфтан спорт менән шөғөлләнә башлай, уның беренсе тренеры — атаһы Валерий Зөлҡәрнәев. Ағаһы Вадим Зөлҡәрнәев та билдәле көрәшсе. Хәҙер Артур Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Роберт Исмәғилев етәкселегендә шөғөлләнә. Бөгөн уның активында бик күп етди ҡаҙаныштар бар: 2009 йылда көрәш буйынса Башҡортостан чемпионы була. 2010, 2011 һәм 2012 йылдарҙа — Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүсеһе, Бразилияла донъя чемпионатында ҡатнаша. 2012 йылда беренсе тапҡыр билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпионатында еңеп, ике тапҡыр донъя кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнаша.

  • Билбау көрәше буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры[1];
  • Милли көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры[2].

Спорт ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
МиҙалЯрышВаҡытыҮткәреү урыныАуырлыҡ категорияһы
1Башҡорт-татар көрәше буйынса Рәсәй беренселеге һәм чемпионаты11 — 12 декабрь, 2010Ҡаҙан, Татарстан Республикаһы
1Билбау көрәше буйынса донъя беренселеге11 — 14 август, 2011Әстерхан
1"Көрәш" буйынса Рәсәй беренселеге һәм чемпионаты12-14 декабрь, 2011Өфө, Башҡортостан Республикаһы75 кг-ға тиклем
1Билбау көрәше буйынса Рәсәй беренселеге24-26 февраль, 201270 кг
1Милли көрәш буйынса донъя беренселеге21-22 апрель, 2012Сан-Пауло, Бразилия75 кг
1Юниорҙар араһында билбау көрәше буйынса донъя беренселеге9 — 12 август, 2012Рязань70 кг-ға тиклем
1"Көрәш" буйынса "Урал кубогы" VI Бөтә Рәсәй турниры2 — 3 ноябрь, 2012Красноуфимск, Свердловск өлкәһе75 кг-ға тиклем
11993-1995 йылғы юниорҙар араһында билбау көрәше буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге22 март, 2013Иглин, Республика Башкортостан75 кг
1Көрәш һәм билбау көрәше буйынса ирекле стилдә студенттар араһында Бөтә Рәсәй ярыштары5 — 7 апрель, 2013Ҡаҙан, Татарстан Республикаһы75 кг-ға тиклем
2Билбау көрәше буйынса Донъя чемпионаты21 — 25 август, 2014Ульяновск70 кг
1Билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты18 — 21 сентябрь, 2014Владикавказ, Төньяҡ Осетия68 кг
2Билбау көрәше буйынса XII Донъя чемпионаты19 — 24 ноябрь, 2014Ашхабад, Төркмәнстан68 кг-ға тиклем;
2Көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты7 декабрь, 2014Өфө, Башҡортостан70 кг
120 йәшкә тиклемге юниорҙар араһында билбау көрәше буйынса Рәсәй беренселегеҮрге Тәтешле, Башҡортостан Республикаһы13 — 14 март, 2015
2Өфө ҡала хакимиәте башлығы кубогына көрәш буйынса асыҡ турнир30 октябрь, 2015Өфө, Башҡортостан Республикаһы70 кг-ға тиклем
1Көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты5 — 6 декабрь, 2015Йошкар-Ола, Марий-Эл Республикаһы70 кг-ға тиклем
2Билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты23 — 24 сентябрь, 2016Владикавказ, Төньяҡ Осетия68 кг
1Билбау көрәше буйынса XIV Донъя чемпионаты27-29 октябрь, 2016Яр Саллы, Татарстан Республикаһы
  1. Наградные приказы — Министерство спорта Российской Федерации. www.minsport.gov.ru (15 ғинуар 2015). Дата обращения: 17 май 2017.(недоступная ссылка)(рус.). www.minsport.gov.ru (15.01.2015 г.). 17 май 2017 тикшерелгән.
  2. Наградные приказы — Министерство спорта Российской Федерации. www.minsport.gov.ru (8 июнь 2015). Дата обращения: 17 май 2017. 2015 йыл 15 август архивланған.(рус.). www.minsport.gov.ru (08.06.2015). 17 май 2017 тикшерелгән.