Аҡылов Фәрит Яныбай улы
Аҡылов Фәрит Яныбай улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 9 июнь 1947 (77 йәш) |
Тыуған урыны | Ғәлиәхмәт, Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | технолог, уйлап табыусы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Аҡылов Фәрит Яныбай улы (рус. Акилов Фарит Яныбаевич; 9 июнь 1947 йыл) — хеҙмәт ветераны, технолог-тау байыҡтырыусы. 2011—2012 йылдарҙа Гай тау-байыҡтырыу комбинатының байыҡтырыу фабрикаһы начальнигы. СССР‐ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1988)[1], Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1984)[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәрит Яныбай улы Аҡылов 1947 йылдың 9 июнендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында тыуған. Ауыл 1927 йылда аҫаба башҡорттар ерендә Аҡъюл ауылынан күсенгән кешеләр тарафынан нигеҙләнгән. Ошо ауылда тыуып үҫеп, республикала танылыу яулаған күп шәхестәрҙең береһе ул Фәрит Яныбай улы[3].
Тыуған ауылында мәктәп тамамлағандан һуң Баймаҡ тау-механика техникумында уҡып, 1966 йылда ҡулына диплом алған[4].
1974 йылдан алып 2010 йылға тиклем (сит илдә эшләү арҡаһында өҙөклөк менән) Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй: смена мастеры, өлкән мастер була, ә 1982 йылдан алып комплекслы бригада бригадиры вазифаһында.
Беренсе булып камераларының күләме 16 кубометр булған флотомашинаны үҙләштерә, технологик процестар менән идара итеүҙең автоматик системаһын индереүҙә ҡатнаша, технологияны камиллаштырыу йәһәтенән уйлап табыуҙарына патенттар ала[5].
1990 йылда Фәрит Яныбай улын Монголияға эшкә йүнәлтәләр, унда берлектәге Рәсәй-Монголия «Эрдэнэт» тау-байыҡтырыу комбинатында байыҡтырыу фабрикаһының бүлек начальнигы урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә.
2002 йылдан тәжрибәле белгесте Учалы байыҡтырыу фабрикаһы начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр, ә 2006 йылда фабриканың төп корпусы етәксеһе дәрәжәһенә эйә була.
2010—2011 йылдарҙа «ИВС» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә (Санкт-Петербург ҡалаһы) берлектәге Урал вәкиллегенең (Учалы ҡалаһы) проект-конструкторлыҡ төркөмө төп инженер-технологы вазифаһын биләй.
2011 йылдың апреленән алып 2012 йылға тиклем Гай тау-байыҡтырыу комбинатының байыҡтырыу фабрикаһы начальнигы булып эшләй[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР‐ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1988)
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1984)
- миҙалдар
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Лауреаты Государственной премии СССР за выдающиеся достижения в труде
- ↑ Акилов Фарит Яныбаевич 2021 йыл 11 апрель архивланған.
- ↑ Төпкөлгә илһөйәрҙәр йән өрә 2021 йыл 11 апрель архивланған.
- ↑ Акилов Фарит Яныбаевич 2021 йыл 11 апрель архивланған.
- ↑ Изобретатель АКИЛОВ ФАРИТ ЯНЫБАЕВИЧ является автором следующих патентов
- ↑ Акилов Фарит Яныбаевич 2021 йыл 11 апрель архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҡылов Фәрит Яныбай улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 июнь 2021)
- Свободная энциклопедия Урала. Инженеры Урала. Акилов Фарит Яныбаевич 2021 йыл 11 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 июнь 2021)
- Сайт «Инженеры России». Акилов Фарит Яныбаевич 2021 йыл 11 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 июнь 2021)
- Кәримә Усманова. Төпкөлгә илһөйәрҙәр йән өрә. «Башҡортостан» гәзите, 23 июнь 2020 йыл 2021 йыл 11 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 5 июнь 2021)