Алтынова Наилә Фаяз ҡыҙы
Алтынова Наилә Фаяз ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 9 июнь 1951 (73 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | фәлсәфәсе |
Уҡыу йорто | Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты |
Ғилми дәрәжә | философия фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Алтынова Наилә Фаяз ҡыҙы (рус. Алтынова Наиля Фаязовна; 9 июнь 1951 йыл) — дәүләт хеҙмәте ветераны, ғалим-философ. Философия фәндәре кандидаты[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алтынова Наилә Фаяз ҡыҙы 1951 йылдың 9 июнендә Өфө ҡалаһында тыуа. 1976 йылда Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтын (хәҙер Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты) тамамлай. Хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт медицина институтында лаборант булып башлай, артабан Матди-техник тәьминәт идаралығында эшләй[2].
1970 йылдың майынан 1994 йылдың октябренә тиклем — Башҡортостан Республикаһы Юғары Советында яуаплы эштә[3]. 1979 йылда БАССР Юғары Советы Президиумының ойоштороу бүлеге инструкторы итеп тәғәйенләнә[4].
1994 йылдың октябрендә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары итеп тәғәйенләнә, ә 1995 йылда яңы ойошторолған Комиссия секретары итеп ҡайтанан һайлана. 2004 йылда Комиссия секретары итеп өсөнсө тапҡыр һайлана[2]. 2008 йылдың сентябренән 2011 йылдың февраленә тиклем Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының дәүләт хоҡуғы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы булып эшләй[5]. Башҡортостан Республикаһы Президентының 2011 йылдың 18 февралендәге Указы менән Наилә Фаяз ҡыҙы Алтынова Башҡортостан Республикаһының №УП-56 Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы итеп тәғәйенләнә. 2011 йылдан алып 2017 йылға тиклем Комиссия рәйесе урынбаҫары булып эшләй. Нәйлә Фаяз ҡыҙы Алтынова күп йылдар Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы секретары һәм рәйес урынбаҫары сифатында фиҙаҡәр һәм намыҫлы эш башҡара, утыҙ йылдан ашыу республикала һайлау кампанияларын ойоштороусылар рәтендә була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры[6]
Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһының Маҡтау грамотаһы
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Почёт грамотаһы
Өфө ҡалаһы ҡала округы Советының Почёт грамотаһы
«Һайлауҙарҙы ойоштороуҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» почёт билдәһе[7]
«Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн» почёт билдәһе
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Уңыш сере — хеҙмәттәшлектә
- ↑ 2,0 2,1 Алтынова Найля Фаязовна . Вестник Центральной избирательной комиссии Республики Башкортостан. Дата обращения: 26 февраль 2024.
- ↑ Алтынова Найля Фаязовна
- ↑ Найля Алтынова: «Цель у нас одна – обеспечить волеизъявление избирателя»
- ↑ Назначен новый член Центризбиркома Республики Башкортостан . Центральная избирательная комиссия Республики Башкортостан. Дата обращения: 26 февраль 2024.
- ↑ Найля Алтынова награждена Орденом Дружбы народов(недоступная ссылка)
- ↑ О награждении Н.Ф. Алтыновой почётным знаком Центральной избирательной комиссии Российской Федерации «За заслуги в организации выборов»(недоступная ссылка)
- 9 июндә тыуғандар
- 1951 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- РФ хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан) кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Философия фәндәре кандидаттары
- Проект:Халыҡ мәҙәниәте һәм ҡатын-ҡыҙ 2024