Эстәлеккә күсергә

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты
Нигеҙләү датаһы 1919
Рәсем
Рәсми атамаһы Финансовый университет при Правительстве Российской Федерации һәм Finance University under the Government of the Russian Federation
Етәксе Эскиндаров, Михаил Абдурахманович[d]
Ректор Станислав Евгеньевич Прокофьев[d]
Девиз тексы Ценим прошлое, но основываясь на достигнутом, строим будущее!
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Мәскәү, Северный административный округ[d] һәм Хорошёвский район[d][2]
Урынлашҡан урамы Ленинградский проспект[d]
Урын Мәскәү
Уҡыусылар һаны 47 712
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Хөкүмәте[d][3]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Мәскәү, Рәсәй
Алыштырған Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институты[d][3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Адрес 125993, Россия Федерациясе, Мәскәү шәһәре, ГСП-3, Ленинград проспекты, 49 йорт
Рәсми сайт fa.ru
en.fa.ru
Остановка общественного транспорта Аэропорт[d]
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты уҡытыусылары
Карта
 Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты Викимилектә

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты— иҡтисадсылар, финансистар, менеджерҙар, һалым, гражданлыҡ һәм финанс хоҡуғы буйынса юристар, мәғлүмәт технологияһы белгестәре, социологтар һәм политологтар әҙерләгән Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһе.

1918 йылдың 31 октябрендә финанс университеты тарихы башлана, РСФСР Халыҡ Комиссарҙары советы губерна һәм өйәҙ башҡарма комитеттары эргәһендә финанс бүлектәрен ойоштороу тураһында декрет ҡабул итә. Положение буйынса, финанс хеҙмәткәрҙәре махсус белемгә эйә булырға, йәғни юғары йәки махсус иҡтисади белемгә эйә булырға тейеш, тип әйтелә. Шуға күрә 1919 йылдың мартында — Мәскәү финанс-иҡтисад институты асыла, ул Мәскәү үҙәгендә, Тверь бульварында урынлаша[4].

Уның беренсе ректоры итеп Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусы, РСФСР-ҙың Финанстар комитеты урынбаҫары Д. Боголепов һайлана. Беренсе тупланма 280 кеше тәшкил итә. Финанс институты үҙенең маҡсаты итеп эшселәр һәм крәҫтиәндәр дәүләтенең финанс учреждениелары өсөн тәжрибәле, белемле хеҙмәткәрҙәр әҙерләгән беренсе юғары уҡыу йорто була. 1920 йылдар башында ул ябыла, һуңынан факультет булараҡ, ә 1930 йылдан институт булараҡ тергеҙелә. 1931 йылда Мәскәү-иҫәп иҡтисади институты эш башлай, ул 1934 йылда Мәскәү кредит һәм иҡтисад институты тип үҙгәртеп ҡорола һәм атала

1946 йылдың сентябрендә был ике уҡыу йортон берләштерәләр һәм Мәскәү финанс институты барлыҡҡа килә (МФИ). МФИ дүрт факультеттан һәм ике мең студенттан башлана: финанс-иҡтисад, иҫәп-иҡтисади, кредит-иҡтисади, халыҡ-ара иҡтисади мөнәсәбәттәр һәм саҡ ҡына һуңғараҡ, 1947 йылда, вуз ҡарамағындағы хәрби факультеттан. Институт һуғыш ваҡытында емерелгән халыҡ хужалығы өсөн квалификациялы иҡтисади кадрҙар әҙерләү бурысын хәл итергә тейеш була.

1991 йылда юғары уҡыу йорто — Дәүләт финанс академияһына, ә 1992 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс академияһы тип үҙгәртеп ҡорола. 2010 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Ҡарарына ярашлы Финанс академияһына университет статусы бирелә.

2011 йылда университетҡа Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисад институты һәм Мәскәү дәүләт информатика һәм электрон техника колледжы ҡушыла.

2012 йылда университетҡа Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығының Дәүләт университеты һәм Бөтә Рәсәй дәүләт һалым академияһы ҡушыла.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте 16.01.2014 33-сө ҡарарына ярашлы, «Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты» ФГБОУ ректоры Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан билдәләнә[5].

2014 йылдың 23 апрелендә юғары уҡыу йортонда «Финанс университеты ректоры премияһы лауреаты» конкурсы булдырыла[6].

2019 йылдың мартында Финанс университеты нигеҙ һалыныуына 100 йыл тулыуҙы билдәләне. Юғары уҡыу йортоноң юбилейына Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкы тарафынан 3 һумлыҡ көмөш тәңкә сығарылды, «Финанс университеты: Ваҡыт һәм кешеләр» документаль фильмы төшөрөлдө, юбилей киң мәғлүмәт сараларында киң яҡтыртылды.

2014—2016 йылдарҙа «Эксперт РА» агентлығы юғары уҡыу йортона әҙерлек кимәлен юғары баһаланы, уға «бик юғары» тигәнде аңлатҡан «В» рейтинг класын бирә; БДБ -ла был рейтингта «А» класын («иң киткес юғары кимәлдә») алған берҙән-бер вуз булып тора

2015 һәм 2016 йылдарҙа Финанс университеты БРИКС илдәренең иң яҡшы 200 юғары уҡыу йорто исемлегенә инә.

2016 йылда Финанс университеты QS Quacquarelli Symonds компанияһы рейтингында «QS Stars» өс йондоҙ ала.

  • Дөйөм рейтингтағы 7-се урын
  • «Социаль-иҡтисади вузы» рейтингында 5-се урын

Quacquarelli Symonds рейтингында Финанс университеты донъяла «Иҡтисад һәм эконометрика» йүнәлеше буйынса 351-се урынды биләне.

РФ ҙур университеттары факультеттарының эш биреүселәре рейтингында Финанс-иҡтисад факультеты 5-се баҫҡысты биләй.

2019 йылда «Университеттың өс миссияһы» халыҡ-ара рейтингында 501—550 урынды биләй[7].

Университет структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Филиал селтәрендә 27 филиал иҫәпләнә, уларҙың 13 филиалы юғары белем биреү программаһын ғәмәлгә ашыра; Юғары һәм урта һөнәри белем биреү программаһын ғәмәлгә ашырған 4 филиал; 4 факультеттың юғары белем биреү филиалдары һәм 58 кафедра составында урта һөнәри белем биреү программаһын ғәмәлгә ашырған 10 филиал бар​

  • Уҡытыу бүлектәре: 26 факультет, уларҙың структураһын 15 уҡытыу-ғилми һәм ғилми үҙәк, 4 институт, 7 лаборатория, 3 кафедра, 11 база кафедраһы тәшкил итә. Бынан тыш, университеттың уҡытыу-ғилми департаменты, 3 дөйөм университет кафедраһы, 4 институт, хәрби-уҡыу үҙәге һәм 2 колледж һәм лицейы бар;
  • ғилми подразделениеһы: 14 институт һәм үҙәге;
  • өҫтәмә белем биреү бүлеге: 5 юғары мәктәп, 4 институт һәм видеолаборатория.


Университеты филиалдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
2019 йылдың 3 һумлыҡ көмөш

2019 йылдың 1 февралендә Рәсәй банкы «Финанс университетының 100 йыллығы» 3 һумлыҡ иҫтәлекле көмөш тәңкәне әйләнешкә сығара[8].

  1. Directory of Open Access Journals — 2003.
  2. Яндекс Яндекс Карты (урыҫ) // (untranslated)(untranslated), 2012.
  3. 3,0 3,1 Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  4. Финансовый университет - официальный сайт. 2019 йыл 7 февраль архивланған.
  5. О порядке назначения ректоров подведомственных Правительству Российской Федерации образовательных организаций. government.ru (16 декабря 2014). Дата обращения: 25 января 2019.
  6. Об утверждении Положения о конкурсе «Лауреат премии ректора Финансового университета» 2021 йыл 20 октябрь архивланған.
  7. Рейтинг Три Миссии Университетов, 2019. mosiur.org. Дата обращения: 19 сентябрь 2019.
  8. О выпуске в обращение серебряной монеты номиналом 3 рубля «100-летие Финансового университета», Банк России