Университеттың өс миссияһы
Университеттың өс миссияһы | |
Төп тема | Юғары белем |
---|---|
Ил | Рәсәй |
Әҫәрҙең теле | инглизсә |
«Университеттың өс миссияһы» Мәскәү халыҡ-ара рейтингы ― IREG Observatory on Academic Ranking and Excellenceхалыҡ-ара ассоциацияһы ҡатнашлығында Рәсәйҙең рейтингтар төҙөүселәр ассоциацияһы эшләгән юғары уҡыу йорттарынының глобаль рейтингы. Университеты рейтингта белем сифаты, фәнни эштәр кимәле, шулай уҡ университеттарҙың йәмғиәт тормошона өлөш буйынса (аҙаҡҡы критерий башҡа халыҡ-ара вуздар араһында таралмаған). Шулай уҡ «Википедияла айырым мәҡәлә бағышланған кешеләр һаны» критерийы ла ғәҙәти түгел. Рейтинг 2017 йылдан башлап йыл һайын баҫыла.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылда Рәсәйҙә тәүге тапҡыр яңы халыҡ-ара рейтинг төҙөү планы тураһында иғлан ителә. Ул ғилми тикшеренеүҙәр һәм белем сифатын ғына түгел, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек кимәлен, шулай уҡ дистанцион белем биреүгә һәм тотороҡло үҫешкә индергән өлөш буйынса ла баһа бирә[1]. Рейтинг операторы ― коммерцияға ҡарамаған «Рейтинг төҙөүселәр ассоциацияһы» RAEX халыҡ-ара рейтинг төркөмө һәм Рәсәйҙең алдынғы рейтинг агентлыҡтары һәм рейтинг төҙөүселәре тарафынан ойошторола[2].
Пилот проект версияһы 2017 йылдың декабрендә сыға[3]. Топ-лисҡа 39 илдең иң яҡшы 200 университеты инә[4].
2018 йылдың ноябрендә рейтингтың икенсе сығарылышы баҫыла, унда 53 илдең 333 юғары уҡыу йорто инә. 2019 йылда 1200-ҙән ашыу университет эләгә, ә 2020 йылда ― 97 илдән һәм бойондороҡһоҙ территорияларҙан 1500 университет инә[5]. 2020 йыл рейтингы таблицаһы уҙған йылдар менән сағыштырғанда ҡайһы бер һиҙелерлек үҙгәрештәр булыуын күрһәтә, был университеттарҙың юғары белем биреүгә пандемия индергән үҙгәрештәр менән аңлатыла[6]. 2020 йыл рэнкингына ярашлы, Рәсәй юғары уҡыу йорттары араһында юғары урындарҙа М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты (21-се урын), СпбГУ (40-сы урын) һәм МФТИ (46-сы урын) тора[7].
Методология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Методологияны эшләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рейтинг төҙөү методологияһы 100-ҙән ашыу ойошма ― университеттар, ректорҙары советтары, рейтинг агентлыҡтары һәм эксперт ассоциациялары, атап әйткәндә, and on IREG Observatory on Academic Ranking and Excellence һәм Рәсәй ректорҙар союзы (РСР) менән хеҙмәттәшлектә эшләнә[8]. Рейтингтың Эксперттар советына Бельгия, Бразилия, Ҡытай, Һиндостан, Иран, Италия, Польша, КАР, Төркиә, АҠШ, Бөйөк Британия һәм Рәсәйҙән юғары белем өлкәһендә эшләүсе белгестәр инә[9].
Индикаторҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ағымдағы методологияһы версияһына ярашлы, рейтингта өс төркөмгә бүленгән 16 күрһәткес ҡулланыла: белем, тикшеренеүҙәр, университет һәм йәмғиәт. Дөйөм күрһәткестәр буйынса ҙур өлөштө уҡытыу ― 45 процент алып тора. Тикшеренеү ― 25 процент, университет һәм йәмғиәт ― 30 процент.
- Белем
1. Юғары уҡыу йортонда уҡыған Халыҡ-ара студенттар олимпиадаларында еңеүселәр һаны
2.Дөйөм студенттар иҫәбендә сит ил студенттары өлөшө
3. Юғары уҡыу йорто бюджетының студенттары һаны ҡарата нисәбте
4. Ғимли-педагогик хеҙмәткәрҙәр (НПР) һанының студенттар һанына нисбәте
- Тикшеренеүҙәр
5. IREG исемлегенән НПР һәм вуз сығарылыусылары алған фәнни премиялар һаны
6. Уртаса нормалләштерелгән һылтанмалар (өҙөмтәләр килтереү; глобаль кимәлдә)
7. Уртаса нормалләштерелгән һылтанмалар (өҙөмтәләр килтереү; милли кимәлдә)
8. Тикшеренеүҙәр килеменең НПР һанына нисбәте
- Университет һәм йәмғиәт
9. Юғары уҡыу йортоноң ҙур глобаль платформаларға ҡуйылған асыҡ онлайн-курстар иҫәбе,
10. Ил буйынса мәҡәләләрҙең дөйөм күләмендә юғары уҡыу йортоноң өлөшө
11. Университеттың веб-сайтының индексацияланған алдынғы эҙләү системаларындағы биттәренең дөйөм күләме
12. Вузд тураһында Википедиялағы мәҡәләне ҡарау һаны
13. Университетының социаль селтәрҙәрҙәге аккаунтына яҙылыусылар һаны
14. Юғары уҡыу йортон тамамлаусылар тураһында Википедияла булған мәҡәләләр һаны
15. Юғары уҡыу йортоноң сайтындағы интернет-аудитория күләме
16. Транспарентлыҡ
Халыҡ-ара аудит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2018 йылдың майында рейтинг PwC аудиты һөҙөмтәләре тураһында отчет ала[10]. Шулай итеп, «Университеттың өс миссияһы» Times Higher Education-дан ҡала ошо процедураны үткән икенсе глобаль академик рейтинг була[11].
Рейтингтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йылдағы пилот рейтингында 39 илдән 200 университет, шул иҫәптән Рәсәйҙән 13 вуз инә. АҠШ (41), Ҡытай (18) һәм Бөйөк Британия (14) университеттары күпләп ҡатанша һәм Топ-200 исемлеегнә инә[12].
2018 йылда рейтингта донъяның 53 иленән 333 юғары уҡыу йорто, шул иҫәптән 17 Рәсәй вузы ҡатнаша. АҠШ-тан 61 университет күрһәтелә; улар артынан эйәреп Бөйөк Британия (29 университет) һәм Германия (25 университет) килә[13].
2019 йылда 79 илдән 1200 университет рейтинг таблицаһына инә. 2020 йылдың авгусында сыҡҡан аҙаҡҡы рейтингта 97 илдән 1500 юғары уҡыу йорто ҡатнаша, шул иҫәптән АҠШ-тан — 200, Ҡытай-ҙан — 122, Рәсәйҙән 101 учреждение.
Реакция
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рейтинг ҡайһы бер рейтинг йәмәғәтселеге һәм тикшеренеүселәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, улар университеты менән йәмғиәттең үҙ-ара мөнәсәбәтен баһалау йәһәтенән рейтингтың инновацион булыуын белдерә.
Perspektywy белем биреү фонды президенты Вальдемар Сивински һүҙҙәре буйынса, рейтинг «традицион сиктәрҙән сыға, яңы социаль йүнәлешле элементтар өҫтәй»[14].
Folha de S. Paulo Бразилия баҫмаһына биргән интервьюһында IREG Observatory on Academic Rankings and Excellence халыҡ-ара ассоциацияһы президенты Луис Клаудио Коста, «Мәскәү халыҡ-ара рейтингы академик рейтингтарҙың икенсе быуынын тәшкил итә<. ..> мөһим һәм дөрөҫ һорауҙар ҡуя, уҡытыу һәм университеттың йәмғиәт менән үҙ-ара мөнәсәбәте сифатын баһалауҙың индикаторҙарын эҙләй»[15].
Юғары белемде аккредитациялау буйынса советы президенты (CHEA, АҠШ) Джудит Итон рейтингты, университеттарҙың социаль роле уның мөһим функцияларының береһе булып тора ваҡытта бик урынлы, тип билдәләй. Ул рейтингты университеттарҙы элитар ҡараштан сығып баһалауҙан ситләшеп, юғары белем биреүҙең социаль әһәмиәтле булыуына айырым иғтибар биреү тип ҡарай[16].
Гронинген университетының (Нидерланд) академик рейтингтар буйынса эксперты Жюль ван Рой рейтингты, «яҡшы идеялар» булыуға ҡарамаҫтан, [төҙөүселәр] үҙҙәре теләгән нәмәләрҙе генә баһалауын" һәм «сифатты ябай һыҙма исемлектәр буйынса ғына баһалап булмағанлығын» белдереп, тәнҡиткә дусар итә[17].
Rankings World University күҙәтеүсеһе Джек Гроув шулай уҡ рейтингҡа ышанмай, Рәсәй университеттарының айырым ҡаҙаныштары конъюнктура характерына эйә, тип билдәләй[18].
Рейтинг Times Higher Education, QS, ARWU һ.б. кеүек университеттарҙың алдынғы донъя рейтингтары менән бер рәттән бер нисә академик тикшеренеү предметы булып тора[19][20][21][22]. Иванчевица менән Луковица (2018) мәҡәләләрендә, университеттарҙың Мәскәү халыҡ-ара рейтингының «етештереүсәнлек үлсәмдәренең» барыһын да үҙ эсенә алған берҙән-бер глобаль академик рейтинг булып ҡалыуы күрһәтелә. Задорожнюк һәм уның коллегалары (2018) «университет һәм йәмғиәт» төркөмө критерийҙарын рейтингта ҡулланыу новаторлығын билдәләй. «Университеттың өс миссияһы» рейтингынан тыш, университеттың йәмғиәт тормошона индергән өлөшө баһаһы Washington Monthly College Rankings и THE Impact Rankings тарафынан ҡулланыла[23].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ New Ranking from Russia - IREG Observatory on Academic Ranking and Excellence (6 ноябрь 2016).(недоступная ссылка)
- ↑ Ассоциация составителей рейтингов :: Проекты ассоциации .
- ↑ Moscow International Ranking "The Three University Missions" released - IREG Observatory on Academic Ranking and Excellence (11 декабрь 2017). 2022 йыл 21 ғинуар архивланған.
- ↑ First Moscow International University Ranking The Three University Missions Released – Moscow International University Ranking News (11 декабрь 2017).
- ↑ Russian Three Missions Ranking Published - IREG Observatory on Academic Ranking and Excellence (2 декабрь 2018).(недоступная ссылка)
- ↑ Moscow Three University Missions Ranking 2020 - IREG Observatory on Academic Ranking and Excellence (31 август 2020).
- ↑ Рэнкинг .
- ↑ Moscow International University Ranking Methodology .
- ↑ Seminar on Moscow international "Three University Missions" ranking - IREG Observatory on Academic Ranking and Excellence .(недоступная ссылка)
- ↑ The Three University Missions Ranking passes independent audit – Moscow International University Ranking News .
- ↑ THE World University Rankings 2016-2017 passes independent audit .
- ↑ Ranking 2017 – Moscow International University Ranking .
- ↑ Ranking 2018 – Moscow International University Ranking .
- ↑ What direction next for university rankings?
- ↑ Brasileiro assume grupo ligado à Unesco que trata de rankings universitários (28 июнь 2018).
- ↑ Moscow Third University Mission Conference - IREG Observatory on Academic Ranking and Excellence (1 декабрь 2018). 2020 йыл 13 август архивланған.
- ↑ RUG drops in THE ranking (6 сентябрь 2017).
- ↑ Russian universities excel in Kremlin-backed rankings (23 декабрь 2017).
- ↑ Ivančević, V., &Luković, I. (2018). National university rankings based on open data: A case study from Serbia. Procedia Computer Science, 126, 1516—1525.
- ↑ Гайсёнак, В. А., Наумовіч, В. А., Самахвал, В. В., & Галынскі, У. М. (2018). Установы вышэйшай адукацыі Беларусі ў сусветных навукова-адукацыйных рэйтынгах: вынікі 2018 года 2019 йыл 4 август архивланған..
- ↑ Гайсенок, В. А., Наумович, О. А., & Самохвал, В. В. (2018). Корреляционные связи позиций вузов в международных рейтингах. Высшее образование в России, (12).
- ↑ Задорожнюк Иван Евдокимович, Калашник Вячеслав Михайлович, Киреев Сергей Васильевич (2018). Московский международный рейтинг вузов в глобальном образовательном пространстве. Высшее образование в России, (6), 31-40.
- ↑ Usher, Alex (April 2, 2019). A New Set of International Rankings.