Эстәлеккә күсергә

Большаков Виктор Григорьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Большаков Виктор Григорьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 9 июнь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Покровка, Төмәнәк ауыл советы, Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 апрель 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Өфө
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Трудовой Славы I степени орден Трудовой Славы II степени орден Трудовой Славы III степени

Большаков Виктор Григорьевич (9 июнь 1938 йыл13 апрель 2015 йыл) — водитель. 1957—2006 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» тресы водителе. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры (1984).

Виктор Григорьевич Большаков 1938 йылдың 9 июнендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Покровка ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1957 йылда Бөтә Союз геофизика институтының Туймазы геофизика экспедицияһында шофер булып башлай. 19581961 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1961 йылда запасҡа ҡайтарылғандан һуң СССР Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү министрлығының «Востокнефтепроводстрой» тресының автотранспорт предприятиеһы водителе булып эшен дауам итә.

Виктор Большаков магистраль газ торбалары, торлаҡ һәм социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар төҙөүҙә ҡатнаша. 1961 йылдан 1980 йылға тиклем автомашинаһы менән яҡынса 28 мең тонна йөк ташый. «Уренгой — Үҙәк» газ үткәргесе төҙөгәндә ҙур күләмле эштәр башҡара. Ун беренсе биш йыллыҡ йөкләмәһен (1981—1985) 1984 йылдың 1 ғинуарына үтәй, 4,3 мең тоннанан ашыу йөк ташый.

1998 йылда хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Виктор Григорьевич Большаков Өфө ҡалаһында йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Магистраль газ һәм нефть үткәргестәр һәм халыҡ хужалығының башҡа объекттарын төҙөүҙәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн В. Г. Большаков I (1985), II (1980) һәм III дәрәжә (1975) Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнгән.
  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.