Кочетов Иван Данилович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кочетов Иван Данилович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 9 июнь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 14 май 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (25 йәш)
Вафат булған урыны СССР
Ерләнгән урыны Фировский район[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Авиация
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Кочетов Иван Данилович (9 июнь 1917 йыл — 14 май 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған хәрби осоусы, штурм авиацияһы полкының эскадрилья командиры, гвардия өлкән лейтенанты, Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иван Данилович Кочетов 1917 йылдың 9 июнендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Урыҫ. Тулы булмаған урта белемле. 1943 йылдан КПСС ағзаһы. Стәрлетамаҡ машина-трактор станцияһында слесарь булып эшләй.

1937 йылда Стәрлетамаҡ ҡала хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға хеҙмәткә саҡырыла. 1938 йылда Ырымбур хәрби летчиктар мәктәбен тамамлай. 1941 йылдың сентябрь айынан Бөйөк Ватан һуғышы фронтында.

Һауа һуғыштарында батырлыҡ күрһәтә, 462 штурм осошо яһай. 1943 йылдың 26 ғинуарынан 70-се гвардия штурм авиацияһы полкының эскадрилья командиры (3-сө гвардия штурм авиацияһы дивизияһы, 6-я һауа армияһы, Төньяҡ-Көнбайыш фронт).

1943 йылдың 15 майында һәләк була. Градобить ауылында ерләнә. (хәҙер — Тверь өлкәһенең Фировский районы)[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1943 йылдың 24 авгусында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән лейтенанты Кочетов Иван Даниловичҡа үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
  • Ленин ордены, Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:Мемориальная доска в честь И. Д. Кочетова.jpg
Стәрлетамаҡта йорт стенаһында Кочетов хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ

Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер урам герой исемен йөрөтә, шунда уҡ Кочетов уҡыған мәктәп һәм элекке аэроклуб биналарында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979/ — Rн. 4.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Кочетов Иван Данилович. «Герои страны» сайты.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]