Эстәлеккә күсергә

Кәримова Мәрйәм Ғатаулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кәримова Мәрйәм Ғатаулла ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 февраль 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Илтәй ауылы, Янғантау ауыл советы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2015
Вафат булған урыны Малаяҙ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы

Кәримова Мәрйәм Ғатаулла ҡыҙы (7 февраль 1935 йыл — 2015 йыл) — уҡытыусы, партия органдары хеҙмәткәре. 1973—1990 йылдарҙа КПСС-тың Салауат район комитеты секретары[1].

Мәрйәм Ғатаулла ҡыҙы Кәримова 1935 йылдың 7 фералендә Башҡорт АССР-ының Малаяҙ районы (хәҙерге — Салауат) Илтәй ауылында тыуған. Ҡыҙға 12 йәш булғанда, әсәһе вафат була. Дүрт бала, Мәрйәм һәм өс ағай-энеһе, етем тороп ҡала[2]. Мәктәпте тамамлағандан һуң Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә, уны 1954 йылда тамамлай. Йүнәлтмә менән Ҡурған өлкәһенә эшкә ебәрелә.

Тормош һәм хеҙмәт юлы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1963 йылға тиклем Шадрин районы (хәҙерге — Әлмән) Тәңрекүл мәктәбендә уҡыта. Директор урынбаҫары була, тормошҡа сыға.

Ситтән тороп Ҡурған өлкәһендәге Шадрин педагогия институтында уҡый. Ике балаһы тыуа.

19631969 йылдарҙа Салауат районы Илтәй мәктәбендә уҡытыусы, 19691972 йылдарҙа — Илтәй мәктәбе директоры. Артабан КПСС-тың Салауат район комитетына агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире итеп эшкә саҡыралар.

19731990 йылдарҙа — КПСС-тың Салауат район комитетының өсөнсө секретары.

2015 йылда вафат була.

2020 йылдың февралендә Салауат районы йәмәғәтселеге Мәрйәм Ғатаулла ҡыҙының тыуыуына 85 йыл тулыуҙы билдәләне[3].

Ике бала әсәһе.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Физакәр хеҙмәт өсөн. В. И. Ленинға 100 йәш тулыу айҡанлы» юбилей миҙалы
«Хеҙмәт ветераны» миҙалы
КПСС Үҙәк Комитеты, СССР Министрҙар Советы, ВЦСПС, БАССР Юғары Советы, ВЛКСМ, Тыныслыҡты яҡлау Совет Комитетының Почёт Грамоталары[4].

  1. Хеҙмәт ветераны М. Ғ. Кәримованың архив фонды 2021 йыл 8 май архивланған.
  2. Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.
  3. Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2020)
  4. Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2020)
  • Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.