Кәримов
Уҡыу көйләүҙәре
(Кәримова битенән йүнәлтелде)
Кәримов — төрки телле халыҡтарҙа киң таралған фамилия. Ғәрәп теленән алынған, башҡортсаға тәржемәлә йомарт, киң күңелле тигәнде аңлата.
- Кәримов Азат Әхмәтхан улы (1952—2017) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре.
- Кәримов Айрат Таһир улы (1941—2016) — СССР һәм Рәсәй композиторы һәм пианисы.
- Кәримов Альберт Хәмиҙулла улы (1971 й.) — Силәбе ҡала Думаһы депутаты.
- Кәримов Вил Сәғит улы (1935—2017) — режиссёр, дәүләт эшмәкәре.
- Кәримов Ғабдулла Әхмәтвәли улы (Ярлы Кәрим; 1901—1937), шағир, журналист. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы.
- Кәримов Ғәлимйән Тимербай улы (1952), партия органдары хеҙмәткәре, журналист, йәмәғәтсе.
- Кәримов Илгиз Мостафа улы (1942—2019) — тәржемәсе, журналист.
- Кәримов Ислам Әбдулғәни улы (1938—2016), Үзбәкстандың сәйәсмәне, Үзбәкстандың беренсе (1991—2016) президенты.
- Кәримов Ҡәүи Кәрим улы (1947), ғалим-тарихсы. Тарих фәндәре докторы (2000), профессор (2001).
- Кәримов Марат Нәби улы (1930), Башҡортостандың халыҡ шағиры.
- Кәримов Мостафа Сафа улы, Мостай Кәрим (1919—2005), Башҡортостандың халыҡ шағиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979). Салауат Юлаев премияһы лауреаты (1967).
- Кәримов Салауат Ғайса улы (1960), яҙыусы һәм журналист. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире.
- Кәримов Таһир Шакир улы (1912—1978), композитор.
- Кәримов Тимербулат Олег улы (1974), Рәсәй эшҡыуары
- Кәримов Фәтих Әхмәтвәли улы (1909—1945), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған шағир.
- Кәримов Хәниф Кәрим улы (1910—1983) — башҡорт шағиры.
- Кәримов Әмир Хәбибулла улы (1915—1976) — СССР-ҙың атҡаҙанған летчик-һынаусыһы.
- Кәримов Әхим Кәрим улы (1917—2015) — геохимик, геология-минерология фәндәре докторы (1969), профессор (1973).
- Кәримова Мәрйәм Ғатаулла ҡыҙы (1935—2015) — уҡытыусы, партия органдары хеҙмәткәре.
- Кәримова Нәзифә Харис ҡыҙы (1947 й.) — яҙыусы һәм журналист.
- Кәримова Роза Шәйхетдин ҡыҙы (1935 й.) — театр актёры.
- Кәримова Рәсимә Сәғит ҡыҙы — Башҡортостан телевидениеһының тәүге дикторы, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Кәримова Эльвина Хәйҙәрйән ҡыҙы (1994 й.) — Рәсәй ватерполисткаһы.
- Кәримова Әлфиә Закуан ҡыҙы (1977 й.) — опера йырсыһы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т., Биҡҡолова С. Башҡорт исемдәре. — Өфө, Китап, 2000. — 176 бит. ISBN 5-295-02729-9
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |