Кәримов Азат Әхмәтхан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кәримов Азат Әхмәтхан улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 20 июнь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Илсе, Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 26 декабрь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (65 йәш)
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто БДМУ

Кәримов Азат Әхмәтхан улы (рус. Каримов Азат Ахматханович; 20 июнь 1952 йыл — 26 декабрь 2017 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре, 1994 йылдан Учалы ҡалаһы мотлаҡ медицина страховкаһы фонды директоры.

1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Юғары Советтың Һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эштәре буйынса комиссия ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кәримов Азат Әхмәтхан улы 1952 йылдың 20 июнендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Илсе ауылында тыуған. Милләте башҡорт, юғары белемле — 19765 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1975 йылда институтты тамамлағас Учалы район больницаһында терапевт булып башлай. Артабан район туберкулез диспансеренда баш врач, ауыл амбулаторияһы баш врачы, район дуаханаһы баш врачы булып эшләй. Учалы ҡалаһы 146-сы Горный һайлау округы 1994 йылдан Учалы ҡалаһы мотлаҡ медицина страховкаһы фонды директоры. [1] Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы. [2]

Кәримов Азат Әхмәтхан улы 2017 йылдың 26 декабрендә вафат була[3]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
  3. Ушел из жизни заслуженный врач Республики Башкортостан Азат Ахматханович Каримов

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Учалы ҡалаһы, 146-сы Горный һайлау округы