Кәримов Әхим Кәрим улы
Кәримов Әхим Кәрим улы | |
Эшмәкәрлек төрө: |
геология, минерология |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Аҡтаныш аулы [1] |
Гражданлығы: | |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Награда һәм премиялары: |
Кәримов Әхим Кәрим улы (5 декабрь 1917 йыл — 28 август 2015 йыл) геохимик, геология-минерология фәндәре докторы (1969), профессор (1973). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кәримов Әхим Кәрим улы 1917 йылдың 5 декабрендә Өфө өйәҙе Аҡтаныш ауылында (хеҙерге Татарстандың Аҡтаныш ауылы) күп бабалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1930 йылда уныъ ғаиләһе йәшәргә Үзбәкстанға күсеп китә.
1939 йылда Сәмәрҡанд университетының химия факультынын тамамлай. Ошо уҡ йылдың октябрендә Ҡыҙыл армия сафтарына алына. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Сталинград франтында танк частарында һуғышта ҡатнаша. Еңеүҙе Берлинда өлкән лейтенант званиеһында ҡашылай. 1947 йылда демобилизациялана[2].
Хеҙмәт юлын Өфө нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтында эшләй башлай[3].
1947 йылдан өлкән инженер, 1955 йылда өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
1951—54 йылдарҙа Ленинградта Бөтә Союз геология‑разведка ғилми-тикшеренеү институтында эшләй.
1959 йылдан башлап Ташкент Нефть һәм газ ятҡылыҡтары геологияһы һәм эшкәртеү интитутының бүлек мөдире вазифыһында була.
1959 йылдан алып 17 Ташкентта йәшәй, һуңынан Өфөгә ҡайта.
1975 йылдан алып Өфө нефть институтында уҡыта, 1978 йылдан Салауат киске факультетының химия кафедраһы мөдире.
1980—88 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында эшләй.
Кәримов Әхим Кәрим улы 2015 йылдың 28 авгусында Өфөлә вафат була.
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть һәм тәбиғи газдар геологияһы менән бәйле. Кәримов Ә.К. тарафынан Башҡортостандың, Үзбәкстандың нефть һәм газ перспективалары, нефть составы үҙенсәлектәре, нефттә көкөрт барлығын билдәләү методикаһы асыҡлана.
100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Ҡыҙыл Йондоҙ», «Ҡыҙыл Байраҡ» ордендары,
- «Батырлыҡ өсөн», «Сталинград оборонаһы өсөн», «Варшаваны азат иткән өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кәримов Әхим Кәрим улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Татарский энциклопедический словарь. - Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1998 - 703 с., илл
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ хәҙерге Татарстандың Аҡтаныш районы
- ↑ Новости Уфы
- ↑ Библиотека БГПУ
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 5 декабрҙә тыуғандар
- 1917 йылда тыуғандар
- 28 августа вафат булғандар
- 2015 йылда вафат булғандар
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусылары
- Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары