Эстәлеккә күсергә

Кәримов Ғәлимйән Тимербай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәлимйән Тимербай улы Кәримов
Тыуған көнө

15 март 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (72 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Мәсетле районы, Иҫәнбай ауылы

Кәримов Ғәлимйән Тимербай улы (15 март 1952 йыл) — уҡытыусы, журналист, партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1988 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы.

Ғәлимйән Тимербай улы Кәримов 1952 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Иҫәнбай ауылында тыуған.

1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын, ә 1990 йылда СССР Оборона министрлығының «Выстрел» юғары офицерҙар курсын тамамлай. Шулай уҡ Башҡортостан ауыл хужалығы, Урал социаль-сәйәси институттарында белем ала.

Хеҙмәт юлын 1968 йылда Яңы Мишәр урта мәктәбендә эштәр башҡарыусы булып башлай, артабан ошонда уҡ балалар уҡыта. 19731975 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1975—1978 йылдарҙа Яңы Мишәр урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

1978 йылдың июнь айында КПСС-тың Мәсетле район комитетына инструктор итеп эшкә алына, 1980 йылдың февраль айында райкомдың пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире итеп үрләтелә. 1984 йылдың февраленда «Әй» совхозының партия комитеты секретары итеп һайлана.

1978 йылдың май айында «Коммунист» район гәзитенең мөхәрире итеп тәғәйенләнә. 1988 йылдың ноябрь айында партия район комитеты секретары, 1991 йылда беренсе секретарь итеп һайлана. 1992 йылда «Беҙҙең тормош» гәзите мөхәрире итеп тәғәйенләнә.

20002007 йылдарҙа «Урал» телестудияһы директоры, 20072010 йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәрсеһе булып эшләй. 2010 йылда Мәсетле районы хакимиәтендә баш белгес булып эшләй.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Район һәм ауыл Советтарының бер-нисә саҡырылыш депутаты була, ваҡытында күп кенә район күләмендәге йәмәғәт ойошмаларын етәкләй.

Журналистика өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Ул яҙған мәҡәләләр, очерктар 1964 йылдан бирле район, республика гәзиттәре биттәрендә баҫылып килә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (2002)
  • «2006 йылдағы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн» билдәһе (2006)
  • Йылдар, юлдар буйлап... Әҙәби әҫәрҙәр йыйынтығы. — Өфө: Матбуғат донъяһы, 2017. — 254 бит.
  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9