Мостай Кәрим

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Кәримов Мостафа Сафа улы битенән йүнәлтелде)
Мостафа Сафа улы Кәримов
Псевдонимдары:

Мостай Кәрим

Тыуған көнө:

20 октябрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны:

Келәш ауылы, Сәфәр улусы, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы[1]

Вафат булған көнө:

21 сентябрь 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (85 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө, Башҡортостан

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир, прозаик, драматург

Ижад йылдары:

1930-сы йылдар — 2005

Йүнәлеше:

социалистик реализм

Жанр:

шиғырҙар, поэма, пьеса, повесть

Дебют:

«Отряд ҡуҙғалды» шиғырҙар йыйынтығы

Премиялары:
Ленин премияһы — 1984 СССР Дәүләт премияһы — 1972 РСФСР-ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы лауреаты — 1967
Наградалары:
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1979
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Ленин ордены Ленин ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
«Почёт Билдәһе» ордены
«Белградты азат иткән өсөн» миҙалы
«Белградты азат иткән өсөн» миҙалы
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңәүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 50 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 50 йыл» юбилей миҙалы
Жуков миҙалы
Жуков миҙалы

Хата: рәсем асылмай йәки юҡ.

Салауат Юлаев ордены
Ҡултамғаһы:

[[Рәсем: BSU Internet Centre сайтынан фотография|128px|Ҡултамғаһы]]

Мостай Кәрим (тулы исеме — Мостафа Сафа улы Кәримов; 20 октябрь 1919 йыл — 21 сентябрь 2005 йыл) — шағир, драматург, тәнҡитсе, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1992). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1951–1962 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 1962—1989 йылдарҙа РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары. РСФСР-ҙың IV–XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979). Башҡортостандың халыҡ шағиры (1963). РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982). ЮНЕСКО ҡарамағындағы Х. К. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар советының Почётлы дипломы эйәһе (1978). Ленин премияһы (1984), СССР‑ҙың Дәүләт премияһы (1972), РСФСР‑ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы (1967), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1967), М. А. Шолохов исемендәге премия (1999) лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала.

«

Ҡарҙар ирер, йылы ел иҫһә,
Ҡарҙар китеп барыр, яҙ килһә;
Бәлки, үсем кәмер дошманға,
Тәнемдәге тимер иреһә.
Ун туғыҙ йыл әрней ул яра,
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.

Мостай Кәрим. "Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа..."
[2]

»

Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү көнөнәсә фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Һуғыштан ҡайтҡас, ижади һәм ижтимағи эшкә бирелә.

1930-сы йылдарҙа уҡ яҙа башлай: 1938 йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғыр йыйынтығы нәшер ителә; 1941 йылда «Яҙғы тауыштар» тигән шиғыр китабы сыға. Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китабы, 10-дан ашыу пьесаһы донъя күрә. 1940 йылда СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1951—1962 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе.

Мостай Кәримдең әҫәрҙәре бер нисә тиҫтә телгә тәржемә ителгән.

2005 йылдың 21 сентябрендә Өфөлә вафат була. Өфөнөң Мосолман зыяратында[3] ерләнгән.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • КПСС съездары делегаты итеп һайлана. 1955—1980 йылдарҙа РСФСР-ҙың 4—11-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты, БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты була.

Иң билдәле әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шиғриәт йыйынтыҡтары: «Ҡара һыуҙар», «Ҡайтыу», «Европа-Азия», «Заманалар», пьесалары: «Айгөл иле», «Ҡыҙ урлау», «Ай тотолған төндә», «Салауат. Өн ҡатыш ете төш», «Ташлама утты, Прометей!»
  • Повестары: «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өс таған», «Ярлыҡау».

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979)
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2004)
  • III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (1995)
  • Ике Ленин ордены (1967, 1979)
  • I дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1985)
  • II дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1945)
  • Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955, 1962)
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1984)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1949)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982)
  • Башҡортостандың халыҡ шағиры (1963)
  • Башҡортостан Фәндәр Академияһының почетлы академигы (1992)
  • Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге М. А. Шолохов исемендәге халыҡ-ара премия

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй почта маркаһы

Тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы саралар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2020 йыдың 27 авгусында Ҡазан ҡалаһында Мостай Кәримгә һәйкәл асылды[14].
  • 2020 йылдың мартында Екатеринбург ҡалаһының Октябрь районы урамына Мостай Кәрим исеме бирелде. Ул быға тиклем булған Сыңғыҙ Айытматов исемендәге урамдан йыраҡ түгел урынлашҡан[15].
  • 2019 йылдың 5 сентябрендә Рәсәй Банкы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған иҫтәлекле көмөш тәңкәне әйләнешкә сығарҙы[16].
  • Мостай Кәримгә арналған конверт почта әйләнешенә сыҡты, ул әҙиптең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған[17].
  • 2019 йылдың 10 апрелендә Өфөләге Ҡала мәҙәниәт һарайында Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы концерт була[18].
  • Ҡазан ҡалаһындағы бер урамға Мостай Кәримдең исеме бирелә[19].
  • Рәсәйҙең яңы круиз лайнерына Мостай Кәрим исеме бирелә[20].
  • Мостай Кәримдең 100 йыллығына уның көндәлек яҙмалары һәм хаттары донъя күрергә тейеш[21].
  • Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уның тормошо һәм ижады тураһында документаль фильм төшөрөлә[22].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Хәҙерге Башҡортостандың Шишмә районы.
  2. Мостай Кәрим. Әҫәрҙәр, I том. Өфө: Китап, 2009
  3. Өфөнөң Мосолман зыяратында Мостай Кәрим ҡәбере
  4. Мустай Карим. Башкирская гимназия № 158 им. М. Карима. Дата обращения: 22 октябрь 2015.
  5. http://img-fotki.yandex.ru/get/5624/36256508.2b/0_6d910_2925788d_orig
  6. В Уфе установят памятник поэту Мустаю Кариму. Дата обращения: 12 август 2013. Архивировано 16 август 2013 года. 2013 йыл 17 октябрь архивланған.
  7. Марат Гафаров. Памятника достоин // Край мой родимый — Мечетлинский. Сборник статей и очерков. — Уфа: Мир печати, 2010. — 272 с.
  8. Башҡортостанда Мостай Кәрим исемендәге гранттар булдырылды. «Башинформ» (20 октябрь 2015). Дата обращения: 22 октябрь 2015.
  9. В небе над Россией будет летать самолет имени народного поэта Башкирии Мустая Карима
  10. В Кабардино-Балкарии появился Пик народного поэта Башкирии Мустая Карима
  11. Улица в Алматы названа именем Мустая Карима. ИА «Башинформ», 23 января 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 ғинуар 2019)
  12. «Өфө» аэропортына Мостай Кәрим исеме бирелде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. 2019 йыл, 31 май (Тикшерелеү көнө: 1 июнь 2019)
  13. В Нижневартовске в честь Мустая Карима названа улица. ИА «Башинформ», 24 января 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2023)
  14. В Казани открыли памятник народному поэту Башкортостана Мустаю Кариму. ИА «Башинформ», 27 августа 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 август 2020)
  15. Именем Мустая Карима названа улица в Екатеринбурге. ИА «Башинформ», 2020, 23 марта (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 март 2020)
  16. Рәсәй банкы Мостай Кәримдең 100 йыллығы хөрмәтенә иҫтәлекле тәңкә сығарҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 6 сентябрь 2019 йыл (Тикшерелеү көнө: 6 сентябрь 2019)
  17. Мостай Кәримгә арналған почта конверты һатыуға сыҡты. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 5 сентябрь 2019 йыл (Тикшерелеү көнө: 5 сентябрь 2019)
  18. В столице Башкортостана пройдет концерт к 100-летию Мустая Карима. ИА «Башинформ», 2019, 9 апреля (рус.)
  19. Ҡазан урамына Мостай Кәримдең исеме бирелә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 21 март (Тикшерелеү көнө: 24 март 2019)
  20. Рәсәйҙең яңы круиз лайнерына Мостай Кәримдең исеме бирелә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 12 март (Тикшерелеү көнө: 12 март 2019)
  21. Мостай Кәримдең 100 йыллығына уның көндәлек яҙмалары һәм хаттары донъя күрергә тейеш. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 15 август 2018 йыл (Тикшерелеү көнө: 15 август 2018)
  22. Мостай Кәримдең 100 йыллығына уның тормошо һәм ижады тураһында документаль фильм төшөрөлә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 10 август 2018 йыл (Тикшерелеү көнө: 13 август 2018)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2019)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 12 март 2019)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 с. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 12 март 2019)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә ижади мираҫы
энциклопедиялар, рәсми сайттар
башҡа сығанаҡтар
видеояҙмалар



Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.