Эстәлеккә күсергә

Мостай Кәрим исемендәге сквер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мостай Кәрим исемендәге сквер
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы һәм Өфө
Карта
 Мостай Кәрим исемендәге сквер Викимилектә

Мостай Кәрим исемендәге скверБашҡортостандың баш ҡалаһы Өфөләге сквер. Ул 2013 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл асыу уңайы менән булдырылған.

1919 йылда Башҡортстандың Шишмә районы Келәш ауылында тыуған буласаҡ шағир Мостафа Сафа улы Кәримов 1935 йылда Өфөлә рабфакта уҡый башлай, һуңыраҡ ул бында педагогия институтын тамамлай. Студент саҡта ул буласаҡ тормош иптәше Рауза Суфиян ҡыҙы менән таныша. Мостай Кәрим уның менән Социалистик урам (хәҙерге Мостай Кәрим) буйлап йөрөргә яратуы тураһында һөйләй торған була. Фронтҡа ла ул ошо урамдан китә. Һуғыштан ҡайткас, Мостай Кәрим ғаиләһе менән Өфөлә төпләнә һәм ғүмерен әҙәби хеҙмәткә бағышлай.[1]

2013 йылдың октябрендә Киров һәм Мостай Кәрим урамдары киҫелешкән урында, Профсоюз йорто бинаһы ҡаршыһында Башҡортстандың халыҡ шағиры, әҙәбиәт өлкәһендә СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1972), Ленин премияһы лауреаты (1984), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979) Мостай Кәримгә һәйкәл асыла. Уның тирә-яғын матурлап, Мостай Кәрим исемендәге сквер булдырыла.

Сквер уртаһындағы скульптура композицияһының авторы Андрей Ковальчук һәйкәлде кешегә генә түгел, ә уның ижадына ла һәйкәл итеп ҡойған.

Бронзанан ышаныслы аҙымдар менән алға барыусы шағир һыны һүрәтләнгән.[2] Һәйкәл артында- ел осорған ҡулъяҙма биттәре, улар шағирҙың шиғри ҡанаттары кеүек күҙ алдына килеп баҫа. Был һәйкәл— күп фигуралы композиция. Горельеф сюжеттарында һәм башҡорт һәм рус телдәрендәге ҡулъяҙма текстарында шағир ижадындағы төп темалар белән танышырга мөмкин. Китап һөйөүселәр бында Мостай Кәрим әҫәрҙәренең геройҙарын таный («Ташлама утты, Прометей!», «Салауат», «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» һәм башҡа). Ҡулъяҙма текстар ҙурайтылып, бронза биттәргә күсерелгән. Бассейндағы бер аҙ алға табан ауыш ҡуйылған ҙур улаҡ— бассейндан әкрен генә һыу аға— был өҙлөкһөҙ барған торомош ағышы символы. Скульптура композицияһының дөйөм бейеклеге — 6 метр, оҙонлоғо- 15 метр.

Скверға ингән урында бер иштән гранит тумбалар урынлаштырылған, унда өс телдә: башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә «Мостай Кәрим исемендәге сквер» тигән һүҙҙәр яҙылған Һәйкәлдә— алтын хәрефтәр менән «Мостай Кәримгә — Башҡортостан халҡы» тип башҡорт һәм урыҫ телдәрендә яҙылған. Гранит постаментта— Мостай Кәрим, һәйкәл авторы һәм уның асылған ваҡыты тураһында мәғлүмәт яҙылған табличкалар. Сквер биләмәһендә ике фонтан һәм ике ҙур булмаған бассейн урынлашҡан, бында автоматик һыу һибеү яйланмалы матур сәскә түтәлдәре, заманса яҡтыртыу системаһы урынлаштырылған, халыҡҡа йөрөү өсөн уңайлы юлдар эшләнгән. Майҙан махсус таш һәм төрлө төҫтәге гранит таҡтаташтар менән биҙәлгән. Скверҙа кистәрен ял итеүселәр өсөн махсус яҡтыртыу системаһы булдырылған.

Һәйкәл янында иҫтәлекле көндәрҙә төрлө ижад кешеләре йыйыла, бында шиғри байрамдар ойошторола. Сквер ҡала халҡының яратҡан ял итеү урынына әйләнде.

Мостай Кәрим

Өфө