Кәримова Нәзифә Харис ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кәримова Нәзифә Харис ҡыҙы
Тыуған көнө 1947
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], Мамадыш районы[d]
Һөнәр төрө яҙыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Кәримова Нәзифә Харис ҡыҙы (Кашапова) (22 май 1947 йыл, ТАССР, Мамадыш районы, Арташ) — яҙыусы һәм журналист. 1993 йылдан Азатлыҡ Радиоһына Мәскәү татарҙары тормошонан хәбәрҙәр ебәреп тора[1]. 1998 йылдан «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығының Мәскәүҙәге хәбәрсеһе. 1993 йылдан Мәскәү «Татар зыялылары клубы»н (рәсми исеме — «Клуб интеллектуал») ойоштороусы [2]. 1995 йылдан Татарстан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Н.Х.Кәримова 1.jpg
Азатлыҡ Радиоһы хәбәрсеһе Н. Кәримова Мөхәммәт Миначева интервью ала

Нәзифә Харис ҡыҙы Кәримова 1947 йылдың 22 майында Татарстан Республикаһы Мамадыш районының Арташ ауылында тыуған. Урта Кирмән мәктәбен тамамлағас, Алабуға ҡалаһында Татарстан республика мәҙәни-ағартыу техникумын (2013 йылдан Алабуға мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы) тамамлай. «Мәҙәни-ағартыу эше белгесе» дипломы менән Минзәлә районы Мәҙәниәт йортона методист итеп ебәрелә, һуңыраҡ әлеге мәҙәниәт йортоноң директоры булып эшләй. 1969 йылдан Бөтә союз ижади эстрада сәнғәте оҫтаханаһында (рус. ВТМЭИ, Мәскәү) уҡый. Башҡорт дәүләт университетының татар теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлаған (1978).

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бер нисә хикәйәһе Ҡазанда русса «Запах мята» (1976) йыйынтығында донъя күрә. Балалар әҙәбиәте өлкәһендә эшләй. Хикәйәләре, әкиәттәре тупланған «Җәнлекләр кайта» китабы 1986 йылда баҫыла. «Өермә» йыйынтығына (1992) «Карурманнан чыккан юлчылар» повесы индерелгән. 2003 йылда Мәскәүҙә («Ҡарурмандан сыҡҡан юлсылар»), 2004 йылда ҠазандаСагынасыңмы, дип сорыйлар») үҙ йыйынтыҡтары баҫылып сыға. 2017 йылда «Йолдыз ява» (Т.: Татмедиа. ISBN 978-5-85247-910-5) китабы донъя күрә. Драматургия өлкәһендә лә ҡәләмен һынап ҡарай: Саллы татар театрында «Үп мине, Зәйтүнә!» пьесаһы ҡуйылған. Н. Кәримова тәржемәһендә төрөк яҙыусыһы Азиз Нәсиндың «Эт койрыгы» (1991) хикәйәләр йыйынтығы донъя күрә. Нәзифә Кәримова шиғырҙарына йырҙар яҙылған : «Бер күрешү үзе бер гомер», «Без татарлар», «Без уяндык», «Соңлады язлар», «Алтыны» һ. б.

Бүләктәре, маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1993 Татарстан Республикаһы Яҙыусылар союзының Ш. Маннур исемендәге әҙәби премияһы
  • 1993 Татарстан журналистарының «Гәлсәр ҡәләм» бүләге
  • 2000 Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ире — яҙыусы, тәржемәсе Илгиз Мостафа улы Кәримов. Балалары: ҡыҙы Айгөл, улы Нияз.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Әдипләребез: биобиблиографик белешмәлек. 2 томда (төзүчеләре Р. Н. Даутов һәм Р. Ф. Рахмани). К.: ТКН, 2009.
  2. Кайда да йөрәктә. Татарстаннан читтә яшәүче татар әдипләренең иҗаты (төзүчеләр И. М. Ибраһимов, Р. Г. Хәннанов; кереш сүз Р. З. Закиров). К.: «Идел-Пресс», 2012. ISBN 978-5-85247-611-1

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Азатлык Радиосында Нәзифә Кәримова хәбәрләре тезмәсе
  2. Илсөяр Хәйруллина. Мәскәү зыялылары нигә берләшкән ? «Ватаным Татарстан», 29.11.2013