Эстәлеккә күсергә

Красильников Александр Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Красильников Александр Фёдорович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 22 октябрь 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Вафат булған көнө 12 май 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (58 йәш)
Вафат булған урыны Белорет, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы

Красильников Александр Федорович (22 октябрь 1898 йыл — 12 май 1957 йыл) — СССР-ҙың инженер-металлургы.

Александр Фёдорович Красильников 1898 йылдың 22 октябрендә Кострома губергияһының Будухино ауылында тыуған. 1929 йылда Ленинград тау институтын тамамлай.

Эш урындары: 1919 йылдан «Главкран» Кострома идаралығында өлкән контролер булып эшләй; 1926 йылдан алып — В. М. Молотов исемендәге Ленинград ҡорос прокатлау заводында цех начальнигы; 1934 йылдан — 707-се Минйәр заводында, 1935—1937 йылдарҙа — 706-сы Белорет заводында баш инженер; 1940 йылдан — Ленинград заводында ҡорос прокатлау цехы начальнигы, 1943 йылдан — «Гипрометиз» институтының баш технологы (Ленинград ҡалаһы). 1945 йылдан — 706-сы Белорет заводында директор урынбаҫары, 1950—1957 йылдарҙа — техник бүлек начальнигы.

Красильников етәкселеге аҫтында метиз етештереү технологияһы камиллаштырыла, цинкланған сым етештереүҙең яңы ысулы индерелә, продукцияның яңы төрҙәре үҙләштерелә. 1937 йылда репрессияға дусар була, 2004 йылда аҡлана.

Маҡтаулы исемсдәре һәм башҡа бүләетәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Дәүләт премияһы (1952)