Ханов Сыңғыҙ Һаҙый улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сыңғыҙ Ханов
Исеме:

Сыңғыҙ Һаҙый улы Ханов

Тыуған көнө:

30 декабрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Златоуст өйәҙенең (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Салауат районы) Арҡауыл ауылы

Вафат булған көнө:

1941({{padleft:1941|4|0}})

Вафат булған урыны:

Волхов фронты

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Ижад йылдары:

1935—1941

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Ханов Сыңғыҙ Һаҙый улы (30 декабрь 1915 йыл 1941) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яҙыусыһы.

Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сыңғыҙ Һаҙый улы Ханов 1915 йылдың 30 декабрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙенең (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Салауат районы) Арҡауыл ауылында тыуған. 1931 йылда Өфөләге К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты) тарих-филология факультетында уҡырға инә. Үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән егетте 1936 йылда институтты тамамлағас та ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы марксизм-ленинизм классиктары әҫәрҙәрен руссанан башҡорт теленә тәржемә итеү менән шөғөлләнгән комиссияға эшкә саҡыралар. Аҙаҡтан ул Башҡортостан китап нәшриәтенең (бөгөн «Китап» нәшриәте) нәфис әҙәбиәт секторының мөхәррире һәм балалар әҙәбиәте секторының мөдире булып эшләй. 1940 йылдың июнь айында уны Ҡыҙыл Армия сафына хәрби хеҙмәткә саҡыралар. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Сыңғыҙ Ханов үҙ теләге менән фронтҡа китә һәм йәй аҙаҡтарында Волхов фронтында батырҙарса һәләк була.

Нәшер ителгән китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Фатима: Хикәйәләр. — Өфө: Башгосиздат, 1942. 34 бит.
  • Ҡаратау партизандары: Хикәйәләр / М. Ғәйнуллиндың баш һүҙе менән. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1958. 94 бит.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник. Оформление А. Королевского. Башкирское книжное издательство, Уфа, 1977, 416 стр.
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Библиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө; Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]