Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай

VII саҡырылыш

Тип
Тип

бер палаталы парламент

Етәкселек
Рәйес

Толкачёв Константин Борисович, Берҙәм Рәсәй
1999

Структура
Ағзалар

110 [1]

2023 Bashkortostan legislative election diagram.svg

Фракциялар
Һуңғы һайлауҙар

10 сентябрь 2023

Сайт

www.gsrb.ru

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай[2] — Башҡортостан Республикаһының берҙән-бер юғары вәкәләтле һәм закон (ҡанун) сығарыу дәүләт органы. Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында Башҡортостан Республикаһы парламенты иң ҙуры (110 депутат), республика халыҡ һаны буйынса региондар араһында етенсе урында тора.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай статусын Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 4-се бүлеге һәм Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тураһында» Законы[2] билдәләй һәм уның эшмәкәрлеген нигеҙләй.

1917 йылда I, II һәм III Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары үтә. 1917 йылдың 10 декабрендә дәүләтселекте булдырған III Башҡорт ҡоролтайында тәүге парламент — Кесе ҡоролтай һайлана.

1920 йылдан 1937 йылғаса Советтарҙың Бөтә Башҡортостан 1 — 10 съездары үтә, улар барышында Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты һайлана.

1938 йылдан 1995 йылғаса — 1 — 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советының (1993 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы) сессиялары.

1994 йылдың 2 мартында «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тураһында»[2] Законы ҡабул ителә, уға ярашлы парламент ике палатанан — Вәкилдәр палатаһы һәм Закондар сығарыу палатаһынан тора.

2002 йылдың 30 декабрендә «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тураһында» яңы Закон ҡабул ителә[3].

  • 1995—1999 йылдар: 1-се саҡырылыш
  • 1999—2003 йылдар: 2-се саҡырылыш
  • 2003—2008 йылдар: 3-сө саҡырылыш
  • 2008—2013 йылдар: 4-се саҡырылыш
  • 2013—2018 йылдар: 5-се саҡырылыш
  • 2018—2023 йылдар: 6-сы саҡырылыш

Башҡортостан Парламенты етәкселәре[4]

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай йорто.
1 Мортазин Муса Лот улы (1891—1937) БашЦИК рәйесе (1920—1921).
2 Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы (1896—1924) БашЦИК рәйесе (1921—1922).
3 Ҡушаев Хәфиз Ҡушай улы (1888—1937) БашЦИК рәйесе (1922—1929)
4 Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы (1899—1937) БашЦИК рәйесе (1929—1931).
5 Таһиров Авзал Мөхөтдин улы (1890—1937) БашЦИК рәйесе (1931—1937).
6 Ибраһимов Рәхим Кирәй улы (1904—1971) БашЦИК рәйесе вазифаһын башҡарыусы (1937—1838).
7 Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы (1911—1989) БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе (1946—1950).
8 Зәғәфуранов Файзрахман Зәғәфуран улы (1913—1975) БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе (1950—1967).
9 Солтанов Фәйзулла Вәли улы (1922—1992) БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе (1967—1990).
10 Рәхимов Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы(1934) Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы рәйесе (1990—1993).
11 Дёмин Юрий Сергеевич (1940—2009) Рәйес вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы рәйесе (1994—1995).
12 Зайцев Михаил Алексеевич (1938—2010) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе (1995—1999)
13 Толкачев Константин Борисович (1953) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе (1999 йылдан алып).

Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы ҡарамағындағы мәсьәләләр:

  • Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын ҡабул итеү, уға төҙәтмә һәм өҫтәлмәләр индереү;
  • Башҡортостан Республикаһы хакимиәт даирәһе сиктәрендә һәм Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының берлектәге хакимиәт даирәһенә ҡараған мәсьәләләрҙе законға ярашлы көйләү;
  • Башҡортостан Республикаһы закондарын аңлатма биреү, уларҙың үтәлешен күҙәтеп барыу ;
  • Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеш программаһын раҫлау;
  • Башҡортостан Республикаһының бюджетын һәм уның үтәлешен раҫлау;
  • федераль законға ярашлы Башҡортостан Республикаһында һалым һәм башҡа йыйымдарҙы билдәләү;
  • Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль төҙөлөшөн булдырыу һәм уны үҙгәртеү тәртибе;
  • Башҡортостан Республикаһында референдум билдәләү һәм үткәреү тәртибен булдырыу , Башҡортостан Республикаһында референдум үткәреү көнөн билдәләү ;
  • Рәсәй Федерацияһы Президенты тәҡдим иткән кандидатураға Башҡортостан Республикаһы Президенты (Башлығы) вәкәләттәрен биреү тураһында ҡарар сығарыу;
  • Башҡортостан Республикаһы Президентына (Башлығына) ышаныс (ышаныс юғалтыуҙы) белдереү тураһында ҡарар сығарыу ;
  • Башҡортостан Республикаһы премьер-министрын билдәләү буйынса ярашыу;
  • Башҡортостан Республикаһы Конституция судының рәйесен, рәйес урынбаҫарын һәм судьяларын билдәләү;
  • Башҡортостан Республикаһы Прокурорын билдәләү буйынса ярашыу;
  • Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылыш Дәүләт думаһында закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғын тормошҡа ашырыу;
  • парламент тикшереүҙәрен һәм парламент тыңлауҙарын үткәреү;
  • Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил һәм Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына билдәләү һәм был вазифаларҙан азат итеү;
  • Башҡортостан Республикаһы Контроль иҫәп палатаһы рәйесе вазифаһына билдәләү һәм был вазифанан азат итеү;
  • мировой судьялар һайлау;
  • Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын, Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы исемдәрен булдырыу һәм башҡа мәсьәләләр.
Һайлауҙар
Етәкселек
Президиум

Президиумға Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайы рәйесе, уның өс урынбаҫары һәм һигеҙ комитет рәйесе инә.

Секретариат
Комитеттар
Даими комиссиялар
  • Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайының Иҫәп комиссияһы
  • Һайлауҙар барышын электрон система ҡулланып тикшереп тороу буйынса комиссия
  • Регламентты үтәү буйынса комиссия
  • Депутат этикаһы буйынса комиссия
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайҙың наградалары буйынса комиссия
  • Мандат комиссияһы
Депутаттар берләшмәләре
5-се саҡырылыш депутаттары


Депутаттар

Депутаттар һайлау буйынса округтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Алтынсы саҡырылыш депуттарын һайлау округтары[5]
  • 1-се Шайморатов һайлау округы
  • 2-се Инорс һайлау округы
  • 3-сө Беренсе Май һайлау округы
  • 4-се Черниковка һайлау округы
  • 5-се Ағиҙел һайлау округы
  • 6-сы Пушкин һайлау округы
  • 7-се Ленин һайлау округы
  • 8-се Сипайлово һайлау округы
  • 9-сы Ҡояшлы һайлау округы
  • 10-сы Үҙәк һайлау округы
  • 11-се ВАЗ һайлау округы
  • 12-се Студенттар һайлау округы
  • 13-сө Вокзал һайлау округы
  • 14-се Новиковка һайлау округы
  • 15-се Күмертау һайлау округы
  • 16-сы Комсомол һайлау округы
  • 17-се Юбилей һайлау округы
  • 18-се Девон һайлау округы
  • 19-сы Нарыш һайлау округы
  • 20-се Сәнәғәт һайлау округы
  • 21-се Быяла заводы һайлау округы
  • 22-се Сибай һайлау округы
  • 23-сө Нахимов һайлау округы
  • 24-се Ольховка һайлау округы
  • 25-се Отрада һайлау округы
  • 27-се Шихан һайлау округы
  • 26-сы Стәрлетамаҡ һайлау округы
  • 28-се Ҡыҙыл һайлау округы
  • 29-сы Талбазы һайлау округы
  • 30-сы Һаҡмар һайлау округы
  • 31-се Төньяҡ һайлау округы
  • 32-се Асылыкүл һайлау округы
  • 33-сө Бәләбәй һайлау округы
  • 34-се Белорет һайлау округы
  • 35-се Металлург һайлау округы
  • 36-сы Предуралье һайлау округы
  • 37-се Баженов һайлау округы
  • 38-се Прибельский һайлау округы
  • 39-сы Төньяҡ-көнсығыш һайлау округы
  • 40-сы Чеверев һайлау округы
  • 41-се Иҫәнғол һайлау округы
  • 42-се Ишембай һайлау округы
  • 43-сө Красный Холм һайлау округы
  • 44-се Йүрүҙән һайлау округы
  • 45-се Бельский һайлау округы
  • 46-сы Сәрмәсән һайлау округы
  • 47-се Ермолаевка һайлау округы
  • 48-се Нөгөш һайлау округы
  • 49-сы Ҡыҙылъяр һайлау округы
  • 50-се Туймазы һайлау округы
  • 51-се Өсән һайлау округы
  • 52-се Ирәмәл һайлау округы
  • 53-сө Шишмә һайлау округы
  • 54-се Рәжәп һайлау округы
  • 55-се Бөй һайлау округы

Йәмәғәт палатаһы — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың консультатив органы, граждандар йәмғиәтен ойоштороуҙа төп урындарҙың береһен биләй[6].