Рәми Ғарипов музейы
Рәми Ғарипов музейы Рәми Ғарипов музейы | |
---|---|
![]() | |
Асылған ваҡыты | 1989 йыл |
Урынлашыуы | Башкортостан Республикаһы, Салауат районы, Арҡауыл ауылы, Р. Ғарипов урамы, 60 |
Сайт | muzei-garipova.bash.muzkult.ru |
![]() |
Рәми Ғарипов музейы — Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Арҡауыл ауылында урынлашҡан йорт-музейы (тулы атамаһы — Башҡортостан Республикаһы Салауат районы муниципаль районының «Р. Ғарипов музейы» мәҙәниәт һәм сәнғәт муниципаль учреждениеһы)[1]
Тарихы һәм һүрәтләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1988 йылда, үлгәндән һуң Рәми Ғариповҡа Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә, ә 1989 йылда тыуған ауылы Арҡауылда, тыуған йорто урынында йорт-музейы асыла. Унда шағирҙың шәхси әйберҙәре, стена газеталары, портреттары һаҡлана.
Йорт эргәһендә бюсы ҡуйылған[2].
Рәми Ғарипов музейының төп маҡсаты — килем алыу түгел, ә киңерәк ҡатлам халыҡты уның тормош юлы, ижады менән яҡынданыраҡ таныштырыу.
![]() |
Рәми Ғарипов музейы Викимилектә |
---|