Вәхитов Риф Хәйрулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Вәхитов Риф Хәйрулла улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 4 сентябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (78 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Салауат районы
СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Салауат районы, Арҡауыл ауылы
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре

Вәхитов Риф Хәйрулла улы (4 сентябрь 1940 йыл) — комсомол, партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. КПСС-тың Салауат район комитетының беренсе секретары (1982 —1990), Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе (19952000). Башҡорт АССР-ының ХII саҡырылыш Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Риф Хәйрулла улы Вәхитов 1940 йылдың 4 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Малаяҙ (хәҙерге Салауат районы) Арҡауыл ауылында колхоз төҙөүҙә актив ҡатнашҡан Хәйрулла менән Мәнзүмә Вәхитовтарҙың ғаиләһендә тыуған. Хәйрулла Вәхитов «Игенсе» колхозының тәүге рәйесе вазифаһын башҡарған.

Арҡауыл урта мәктәбен тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын 1958 йылдың сентябрендә «Йүрүҙән» колхозының Арҡауыл МТС-ы (һуңынан Малаяҙ РТС-ы) токары булып башлай.

Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, 1962 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына уҡырға инә. Юғары һөнәри белем алған йәш белгес тыуған ауылына ҡайтып, «Һарғамыш» совхозында агроном булып эшләй башлай. Шулай уҡ совхоз партия комитетының сәйәси мәғрифәт кабинетын етәкләй.

1967—1974 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Салауат район комитетының беренсе секретары.

1974—1976 йылдарҙа — Свердловск юғары партия мәктәбе тыңлаусыһы. КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының ойоштороу-партия эштәре бүлегендә инструктор. 1979 йылдан — хеҙмәтсәндәр депутаттарының Салауат районы башҡарма комитеты рәйесе. 1982 йылдан — КПСС-тың Салауат район комитетының беренсе секретары. Риф Хәйрулла улы Вәхитов Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 12-се саҡырылышы халыҡ депутаты итеп һайлана.

1995 йылдың апреленән — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариатының ойоштороу бүлеге мөдире була, һәм шул уҡ йылдың май айынан 2000 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариатын етәкләй. Вәхитов Риф Хәйрулла улы, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һаман да тыуған республика һәм тыуған районы тормошонда әүҙем йәмәғәтсе булып ҡала. Оҙаҡ йылдар етәксе вазифаларҙы биләһә лә, халыҡ күңелен ябайлығы менән яулаған. Республика етәкселәре, РФ субъекттарындағы коллегеалары, депутаттар араһында ҙур абруй менән файҙалана. «Салауаттар» яҡташтар төбәк берекмәһенең әүҙем ағзаһы ла.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]