Гузаков Пётр Васильевич
Гузаков Пётр Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 4 ноябрь 1889 |
Тыуған урыны | Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 9 декабрь 1944 (55 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d] |
Ҡатнашыусы | VI съезд РСДРП(б)[d] |
Ойошма ағзаһы | Общество старых большевиков[d] |
Гузаков Пётр Васильевич (4 ноябрь 1889 йыл, Өфө губернаһы —9 декабрь 1944 йыл, Мәскәү) — большевик-революционер, совет дәүләт, партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1921 йылдың июнь—октябрендә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пётр Васильевич Гузаков 1889 йылдың 4 ноябрендә Өфө губернаһының Эҫем заводы ҡасабаһы (Биянка ауылы) (хәҙер Силәбе өлкәһе) Василий Гузаков ғаиләһендә тыуған (1906 йылда үлгән[1]). Эҫем заводы мәктәбен тамамлағандан һуң, һөнәрселек мәктәбендә уҡый[2]. 14 йәшендә заводта металсы булып эшләй.
Революцияға тиклем эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1905 (йәки 1909) йылдан РСДРП ағзаһы. Ағаһы Михаил менән Көньяҡ Уралдың тау заводы районында партияның революцион һәм хәрби эшмәкәрлегендә ҡатнаша.
Ҡулға алына һәм 1906 йылдан 8 йылға Өфө губернаһы төрмәһендә ултыра, 1909 йылда унан ҡаса. 1909—1911 йылдарҙа Европала (Бельгия, Италия һәм Франция) эмиграцияла була, унда Лонжюмо партия мәктәбендә уҡый (Болон социаль фәндәр мәктәбендә).
Рәсәйгә ҡайтҡандан һуң Өфө, Златоуст, Вятка, Ҡазан һәм башҡа ҡалаларҙа боевик сифатында эшмәкәрлеген дауам итә. Ҡабаттан ҡулға алына, Петропавловский ҡәлғәһендә тотола. 1912 йылдан Иркутск губернияһыда каторгала һәм һөргөндә була. Февраль революцияһы һөҙөмтәһендә амнистияға эләгә.
Бынан һуң шунда уҡ тиерлек, 1917 йылдың май айында, Эҫем тау заводы округы Советының (Өфө губернаһы) рәйесе итеп һайлана. Шул уҡ йылдың ноябрендә Эҫем тау заводы округының хәрби комиссары һәм урындағы ҡораллы отрядтың командиры була.
Граждандар һуғышы йылдарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдың башында Урал-Ырымбур хәрби округының хәрби комиссар сифатында элекке император Николай II һәм уның ғаиләһен Тубыл ҡалаһынан Екатеринбургҡа конвой менән алып барыуҙа ҡатнаша (В. В. Яковлев-Мячиндың урынбаҫары була).
Уралда Граждандар һуғышында әүҙем ҡатнаша. 1918 йылдың май айынан — Һамарҙы «аҡтарҙан» һаҡлауҙы ойоштороу буйынса Хәрби-революцион штабтың ағзаһы. Шул уҡ йылдың уртаһында Эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл армияһы 2-се армияһының командующийы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә.
1918—1919 йылдарҙа 5-се армия махсус кавалерия «партизан» отрядының командиры була: партияның Урал-Себер бюроһы заданиеһы буйынса үҙенең отряды менән фронт һыҙығын аша сыға һәм Өфө, Златоуст өйәҙҙәрендә Колчак армияһы тылында ҡораллы ихтилал ойоштора.
Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы — Дәүләт сәйәси идаралығындағы эше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1919 йылда Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияға эшкә күсә. 1919—1920 йылдарҙа — 5-се Армияның Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһының Айырым бүлеге (Көнсығыш фронты) начальнигы. 1920 йылдың феврале — 1921 йылдың мартында — Омск губернаһының Бөтә Рәсәй Ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе[3].
1921 йылдың май айынан ноябргә тиклем — Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе. Был вазифала булып, Башҡортостан өлкә комитеты РКП(б) үткәргән сәйәсәттең дошманы була: Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһының башҡа власть органдарын «милләтселектә» һәм «контрреволюцион заговорҙа» ғәйепләй[4].
1921 йылдың ноябрендә — 1922 йылдың февралендә — Курск губернаһы Ғәҙәттән тыш Комиссияһы рәйесе. 1922 йылдың феврале— 1923 авгусы— Курск губернаһының Дәүләт Сәйәси идаралығы начальнигы.
Партия һәм хужалыҡ эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1923 йылда партия эшенә күсә: 1923 йылдың майынан 1924 йылдың ноябренә тиклем — Курск губерна РКП(б) комитетының яуаплы секретары.
1924 йылда Мәскәүгә күсеп килә, унда РКП(Б) Үҙәк Комитетының эштәр менән идара итеүсеһе, был вазифала Иван Ксенофонтовты алмаштыра. Был вазифала 1927 йылға тиклем ҡала.
Һуңынан хужалыҡ эштәренә күсә. 1927 йылдың октябрендә — 1928 йылдың авгусында Бөтә союз радиотапшырыуҙар үҙәгенең етәксеһе була. 1928 йылдың авгусынан граждандар авиацияһының Баш идаралығы начальнигы һәм СССР Ауыл хужалығы Юғары Советының Химик идаралығы начальнигы, шулай уҡ СССР ауыр сәнәғәте халыҡ комиссариатының вәкиле урынбаҫары. 1936 йылдың май айында — 1937 йылдың ғинуарында урман сәнәғәтенең фәнни-тикшеренеү институтында директор булып эшләй.
1937 йылдың 27 ғинуарында ҡулға алына һәм 1938 йылдың 3 апрелендә иркенән 5 йылға мәхрүм итеүгә хөкөм ителә. Был хөкөм язаһын Колымала үткәрә. Азат ителгәндән һуң Мәскәүгә ҡайта, тиҙҙән унда (1944 йылдың 9 декабре) вафат була.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ағаһы: Михаил Васильевич Гузаков (1885—1908) — Эҫем тау округында революцион хәрәкәт етәкселәренең береһе, кирбес һәм тимерсе цех эшселәренең забастовкаһын ойоштороусы (1903); 1904 йылдан йәшерен большевиктар төркөмөн етәкләй, ә 1905 йылда Эҫем заводы эшселәренең хәрби дружинаһын ойоштора; Эҫемдә ҡораллы ихтилал етәксеһе (1906), язалап үлтерелә[5].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уральская историческая энциклопедия. — УрО РАН, Институт истории и археологии. Екатеринбург: Академкнига. Гл. ред. В. В. Алексеев. 2000.
- Плотников И. Ф. Гузаков, Пётр Васильевич 2017 йыл 4 июль архивланған. // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сергей ПЯТОВСКИЙ Герой и жертва времени // Курская Правда. — 2006. — № 380.
- ↑ ФОТОХРОНИКА (АВГУСТ 1917-МАЙ 1918) . Фонд Памяти Новомученников ИМПЕРАТОРСКОГО Дома Романовых (2014).
- ↑ Гузаков Пётр Васильевич . Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898 - 1991. www.knowbysight.info. Дата обращения: 18 октябрь 2016.
- ↑ Плотников И. Ф. Гузаков Пётр Васильевич // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.Статья в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка) (баш.)(башк.)
- ↑ Памятник Михаилу Васильевичу Гузакову. gorod-asha.ru. Проверено 18 октября 2016.