Эстәлеккә күсергә

Ҡаймирасова Таңһылыу Ғимал ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаймирасова Таңһылыу Ғимал ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 4 ноябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Мәсәғүт кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Салауат районы
Вафат булған көнө 27 май 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1] (92 йәш)
Вафат булған урыны Алматы, Ҡаҙағстан[1]
Һөнәр төрө инженер
Ғилми дәрәжә геология-минералогия фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы

Ҡаймирасова Таңһылыу Ғимал ҡыҙы (4 ноябрь 1923 йыл27 май 2016 йыл) — тау инженеры‑геолог. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1972). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1977).

Таңһылыу Ғимал ҡыҙы Ҡаймирасова 1923 йылдың 4 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны[2] Арҡауыл ауылында тыуған.

Атаһы, Ҡаймирасов Ғималетдин, тегенсе булып эшләй, 1941 йылда вафат була. Әсәһе, Сәмиға Ҡаһарман ҡыҙы 5 бала менән ҡала.

1938 йылда Таңһылыу 8 класс тамамлап, Өфө педагогия эшселәр факультетының 2-се курсына ҡабул ителә һәм шул йылда уҡ Өфө геология-разведка техникумының геофизика бүлегенә уҡырға инә. Уҡыуын эш менән бер рәттән алып бара. Китапханасы, кер йыуыусы, техникум ятағында йыйыштырыусы булып эшләй.

1943 йылда Геология-разведка техникумын тамамлай һәм Алма-Ата ҡалаһына, Ҡаҙаҡ ССР-ының геология идаралығына ебәрелә.

1943 йылдан Ҡарағанда өлкәһенең Атасуй геофизика партияһында эшләй.

1958 йылда Ҡаҙағстан тау-металлургия институтын тамамлай. Шул уҡ йылдан геофизика тресында, Атасуй тематик партияһында тау инженеры-геолог булып эшләй.

Үҙәк Ҡаҙағстанда нигеҙендә Жайрем һәм Ушкатын ятҡылыҡтары төркөмө торған яңы минераль-сеймал базаһын разведкалауҙа һөм асыуҙа ҡатнаша. Инженер-геолог һөнәре буйынса Политехник институт тамамлаған туғаны Айһылыу менән бергә эшләй.

1977 йылда Жайрем полиметалл ятҡылығын эшкәртеүе һәм асыуы өсөн башҡа геологтар менән бергә Таңһылыу Ҡаймирасоваға СССР Дәүләт премияһы бирелә.

Ғаиләһе, эше тураһында рус телендәге иҫтәлектәре «Литературный Башкортостан» журналының 2003 йылдың 2-3-сө, 2004 йылдың 2-се һандарында баҫылып сыға[3].

Ғаиләһе: ире, Урал улы, ейәндәре, бүләләре.

Таңһылыу Ғимал ҡыҙы Ҡаймирасова 2016 йылдың 27 майында Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһында вафат була[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1977)