Карпов Михаил Яковлевич (яҙыусы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Карпов Михаил Яковлевич (яҙыусы)
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Псевдоним Горный[1] һәм Аттих[1]
Тыуған көнө 4 ноябрь 1898({{padleft:1898|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны СССР, Башҡорт АССР-ы, Ишембай районы, Петровский ауыл советы (Ишембай районы), Тимашевка
Вафат булыу көнө 16 июль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (38 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Һөнәр төрө яҙыусы
Ойошма йәки клуб ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Жанр хикәйә, Роман һәм повесть[d]

Карпов Михаил Яковлевич (4 ноябрь 1898 йыл — 16 июль 1937 йыл) — совет яҙыусыһы, Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1918 йылдан — ВКП(б) ағзаһы, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Карпов Михаил Яковлевич 1898 йылдың 4 ноябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Тимашевка ауылында тыуған. Юғары белемде Ленинград коммунистик университетында ала, унда 1922—1925 йылдарҙа уҡый[2].

1930 йылдарҙа Мәскәүҙә «Земля советская» журналының мөхәррире һәм һәм СССР-ҙың телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса Дәүләт комитеты хеҙмәткәре булып эшләй. Шулай уҡ «Звезда», «Резец», «Литературная Неделя», «Работница и Крестьянка», «Красный Журнал для Всех», «Ленинская Правда», «Красная Газета» һ. б. баҫмаларҙа эшләй

Михаил Яковлевич советтарға ҡаршы террористик ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп, СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан 1936 йылдың 4 ноябрендә ҡулға алына. 1937 йылдың 15 июлендә атыуға хөкөм ителә. Хөкөм ҡарары 1937 йылдың 16 июлендә үтәлә. Яңы Дон зыяратының 1-се һанлы ҡәберлегендә ерләнә[3].

1957 йылдың 30 апрелендә Карпов СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан аҡлана.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1925 йылда Карповтың 1921—1923 йылдар осоро араһында яҙылған дебютлы хикәйәләр һәм повестар йыйынтығы баҫылып сыға. «Апрельские прели» (1925) хикәйәләр йыйынтығы, «Карбуш» (1926) һәм «Дар Урала» (1925) повестары, «Пятая любовь» (1927) һәм Башҡортостандағы граждандар һуғышын һүрәтләгән «Непокорный» (1930) романдары, шулай уҡ баҫылып сыҡмаған «Аҙнаево» романы (айырым бүлектәре 1934 йылда Өфөлә «Литературный альманах» журналында сыға) авторы булып сығыш яһай. Бынан тыш, М. Карпов радиотапшырыуҙар өсөн «Башкирская литература» йыйынтығын төҙөй (1934).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 http://feb-web.ru/feb/masanov/man/04/man07356.htm
  2. Карпов Михаил Яковлевич (рус.). Башкирская Энциклопедия. Проверено 9 июня 2015.
  3. Карпов Михаил Яковлевич (рус.). Память о бесправии. Проверено 9 июня 2015.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Статья в Краткой литературной энциклопедии