Надежкин Станислав Наумович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Надежкин Станислав Наумович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 4 ноябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Бүздәк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 26 апрель 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө агроном
Биләгән вазифаһы кафедра мөдире[d] һәм декан[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Надежкин Станислав Наумович (4 ноябрь 1940 йыл — 26 апрель 2020 йыл) — ғалим-агроном. 1968—2013 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1981—1989 йылдарҙа агрономия факультеты деканы, 1983—2012 йылдарҙа аҙыҡ етештереү кафедраһы мөдире. Халыҡ-ара аграр белем академияһы академигы, ауыл хужалығы фәндәре докторы (1995), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Надежкин Станислав Наумович — 1940 йылдың 4 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Бүздәк игенселек совхозы бүлексәһе хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Комсомол ауылында тыуған.
1964 йылда Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын Миловка уҡытыу-тәжрибә хужалығының орлоҡсолоҡ буйынса агроном булып башлай.
19682013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетында : 19811989 йылдарҙа агрономия факультеты деканы, 19832012 йылдарҙа аҙыҡ етештереү кафедраһы мөдире вазифаларын башҡара[1].
Станислав Наумович күп йылдар агрономия факультетының методик комиссияһына етәкселек итә. Мал аҙығы етештереү мәсьәләләренә арналған зона семинарҙарында, район конференцияларында күп тапҡырҙар сығыш яһай. Фән үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелде[2].

Фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғалимдың ғилми тикшеренеүҙәре тәбиғи һәм культуралы аҙыҡ биләмәләрен ҡулланып мал аҙыҡтары етештереүҙең конвейер системаһын булдырыуға, мал аҙығы культураларын интродукциялау, мал аҙығы культураларын (амарант, балтырған, көнсығыш кәзә үләне, топинсолнечник һ.б.) үҫтереүҙең заманса технологиялары менән бәйле. 260-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы[1].
— Конвейерное производство кормов в Башкортостане. Өфө, 1999;
— Бобовые травы в севообороте. Өфө, 2002 (авторҙаш);
— Клевер луговой. Өфө, 2006 (авторҙаш).
Ауыл хужалығы тармағының юғары квалификациялы белгестәрен һәм ғалимдарын әҙерләгән, хәҙерге ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетында уның уҡыусылары : И. Ю. Кузнецов, Э. Р. Дауытов, М. Ю. Саттаров, А. В. Вәлитовтар эшләйҙәр[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башға бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]