Хәбибуллина Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы
Хәбибуллина Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 4 ноябрь 1973 (51 йәш) |
Тыуған урыны | Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | доцент[d] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] һәм профессор[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Хәбибуллина Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы (4 ноябрь 1973 йыл) ― этнограф. Доцент, тарих фәндәре докторы (2011), профессор (2012)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы Хәбибуллина 1973 йылдың 4 ноябрендә Ишембай ҡалаһында тыуған.
1995 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай (тарихсы, тарих уҡытыусыһы).
2011 йылда Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлай.
1999 йылда Этнография, этнология, антропология белгеслеге буйынса «Традицион башҡорт ризығы» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
2004 йылда Башҡортостан тарихы һәм этнология кафедраһы буйынса доцент исемен ала.
2010 йылда «Башҡортостан Республикаһында этник оҡшашлыҡты һәм этник-ара коммуникацияларҙы оптималләштереү формаһы булараҡ тарихи-мәҙәни үҙәктәр» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[2].
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1995-1998 йылдарҙа Башҡортостан тарихы һәм этнология кафедраһы аспиранты була. Башҡорт дәүләт университетында 1999 йылдан - ассистент, 2000 йылдан - Башҡортостан тарихы һәм этнология кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағындағы Башҡортостан эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге академияһы гуманитар дисциплиналар кафедраһының өлкән уҡытыусыһы булып эшләй. 2001 йылдан алып фәнни-педагогик эшмәкәрлеген Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағындағы Башҡортостан эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге академияһының гуманитар дисциплиналар кафедраһында бер үк ваҡытта алып барыусы булып дауам итә. 2006 йылдан Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағындағы Башҡортостан эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге академияһының Гуманитар дисциплиналар кафедраһы мөдире, һуңынан Башҡорт дәүләт университеты Идара итеү һәм эшҡыуарлыҡ хәүефһеҙлеге институтының Төбәктәрҙе өйрәнеү кафедраһы мөдире вазифаларын башҡара. 2012 йылдан Башҡорт дәүләт университетында докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса махсус совет составына инә[2][3].
2001 йылдан Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығында милли сәйәсәт бүлегендә эшләй. 2010 йылдан алып БР Мәҙәниәт министрлығында Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы вазифаһында, 2011 йылдың 1 февраленән - милли мәҙәниәттәрҙе үҫтереү һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге начальнигы[2].
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғилми ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе - башҡорт халҡының традицион матди һәм рухи мәҙәниәте, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә этник-ара мөнәсәбәттәр. Фәнни хеҙмәттәре башҡорттарҙың милли аш-һыуы менән бәйле туҡланыу традицияларына, йолаларға һәм ғөрөф-ғәҙәттттәргә, Башҡортостан халыҡтарының традицион милли мәҙәниәтенә, тарихи-мәҙәни үҙәктәр эшмәкәрлеген өйрәнеү миҫалында этник-ара үҙ-ара йолаларға һәм этник оҡшашлыҡҡа арналған. “Башҡортостан халыҡтары” дәүләт программаһы сиктәрендә Башҡортостан халыҡтары кадастрының мәғлүмәт базаһын булдырыу өсөн материалдар йыйыуҙа ҡатнаша. 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[2]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы грамотаһы (2007)
- Халыҡ-ара славян яҙмаһы фонды дипломы (2009),
- Башҡортостан Республикаһы Президентының Почет грамотаһы (2002).
- 2-се дәрәжә «Ватан һәм казак ҡатламы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2011).,
- Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, БР Президентының 2011 йылдың 29 сентябрендәге Указы.
- Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы (2011),
Хеҙмәттәре[4]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Традиционная башкирская кухня. Өфө, 1998;
- Башкирская кухня. Өфө, 2008;
- Историко‑культурные центры Башкортостана. Өфө, 2009;
- Историко‑культурные центры Республики Башкортостан: этническая идентичность и межэтническое взаимодействие на примере региона. Берлин, 2011.
- Этнографический музей Башгосуниверситета. – Өфө: Демиург, 2006. – 24 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хәбибуллина Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Энциклопедия ИЗВЕСТНЫЕ УЧЕНЫЕ
- ↑ Энциклопедия ИЗВЕСТНЫЕ УЧЕНЫЕ
- ↑ Хәбибуллина Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.