Зыязитдинов Рәфис Миңлеғәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Зыязитдинов Рәфис Миңлеғәли улы (4 ноябрь 1952 йыл) – тарихсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2011), профессор. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2015), Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2002).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәфис Миңлеғәли улы Зыязитдинов 1952 йылдың 4 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Кесе Буҙат ауылында крәҫтиән-колхозсы ғаиләһендә тыуған. Бала саҡ һәм үҫмер йылдары ошо райондың Түбәнге Ибрай ауылында үтә.

1960—1970 йылдарҙа Ибрай ауылындағы башланғыс, Айтуғандағы һигеҙ йыллыҡ һәм Тәтер-Арыҫлан ауылындағы урта мәктәптәрҙә уҡый.

Урта белем алғандан һуң, 1970—1972 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә була. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә һәм уны 1978 йылда уңышлы тамамлай.

Үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген йүнәлтмә менән тыуған Стәрлебаш районының Тормай ауылындағы урта мәктәптә башлай. Тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыһы булыу менән бергә кластан һәм мәктәптән тыш тәрбиәүи эштәрҙе ойоштороусы ла була, тиҙҙән мәктәп директоры вазифаһына үрләтелә. Йәш белгес бер үк ваҡытта күп яҡлы йәмәғәт эштәре менән дә әүҙем шөғөлләнә: ауыл Советы депутаты итеп һайлана, комсомол политмәғарифе селтәрендә пропагандист була, агитколлективты етәкләй, уҡытыусылар һәм ауыл йәштәренең драма түңәрәген ойоштороп алып бара.

Ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2015)[1]
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2002)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]