Эстәлеккә күсергә

Кәнфит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шоколад кәнфиттәр

Кәнфит (от лат. confectum, «эшләнгән») — төрлө-төрлө, шәкәрле йәки шоколадлы кондитер изделиеһы. Уға шәкәрләнгән емештәр, пралине инә. Ҡағиҙә булараҡ, кәнфиттәрҙең составында 60-75 % шәкәр була. Улар глазурле (глазурь менән ҡапланған), глазурһеҙ һәм шоколад эслеге булған кәнфиттәргә бүленә[1]. «Кәнфит» термины — аптекала эшләүселәрҙең профессиональ жаргонынан килеп сыҡҡан. XVI быуатта был термин, дауаланыу маҡсатында файҙаланылған һәм шәкәрләнгән йәки ҡайнатма итеп эшкәртелгән емеш-еләкте аңлата. Тора-бара ул төрлө ингредиенттарҙан торған кондитер изделиеларының киңерәк теҙмәһен аңлата.

Кондитер продукцияларының төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сүриәнең баш ҡалаһы Дамаск баҙарында кәнфиттәр
  • Карамель
  • Ирис (кәнфит)
  • Шоколад кәнфиттәр
  • Лакрица кәнфиттәр
  • Трюфелдәр
  • марципан — мәҫәлән, моцарткугель
  • Пралин
  • Помадка кәнфиттәр
  • Емеш-еләкле
  • Ҡаймаҡлы
  • Ликерлы
  • Вафля нигеҙендә эшләнгән
  • Күп ҡатлы
  • Кремлы
  • Батончиктар
  • Сәтләүекле, шул иҫәптә грильяж да
  • Салмиаклы кәнфиттәр
  • Желе кәнфиттәр
  • Цукаттар
  • Имә (һура) торған кәнфиттәр
  • Туңдырманан кәнфиттәр

Был кондитер изделиеларының бөтәһе лә составы һәм стурктуралы-механик үҙенсәлектәре буйынса айырыла. Улар төрлө массанан эшләнә һәм уларға төрлө алымдар менән формалар бирелә.

  • Компэйто
  • Конфетти — боронғо карнавал традицияларына ярашлы, ысын кәнфиттәр урынына ташлау өсөн эшләнгән ялған кәнфиттәр
  • Көнсығыш тәм-томо
  • Мармелад
  • Грильяж
  1. Конфеты // Большой Энциклопедический словарь. 2000.