Эстәлеккә күсергә

Рәхимҡолов Морат Ғәлим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәхимҡолов Морат Ғәлим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 апрель 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1]
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 4 май 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (90 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим, яҙыусы, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Рәхимҡолов Морат Ғәлим улы (30 апрель 1925 йыл4 май 2015 йыл) — әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1967), тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985), СССР-ҙың Юғары мәктәп отличнигы (1982), В. П. Бирюков (1975) һәм Степан Злобин исемендәге премиялар лауреаты (1996).

Морат Ғәлим улы Рәхимҡолов 1925 йылдың 30 апрелендә Өфө ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған. 1941—1945 йылдарҙа заводта токарь-гравер булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, 1945—1950 йылдарҙа хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡорт дәүләт академия театрында дауам итә: режиссёр ярҙамсыһы, һуңынан сәхнә актёры була, бер үк ваҡытта театр студияһын тамамлай. 1951 йылда ситтән тороп урта мәктәпте бөтөргәс, К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. 1955 йылда рус теле һәм әҙәбиәте факультетын уңышлы тамамлағас, ике йыл Саҡмағош районы үҙәгендәге 1-се мәктәптә балалар уҡыта. 1957—1968 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында, Тарих, тел һәм әҙәбиәт инстиутында кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. «Башҡортостан рус әҙәбиәтендә» тигән темаға тикшеренеүҙәр үткәреп, йыйылған материалдары нигеҙендә «филология фәндәре кандидаты» дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Артабан 1968—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡыта, филология факультетының рус филологияһы һәм фольклоры кафедраһында доцент була. Бер үк ваҡытта рус телендә ижад итеүсе студенттар өсөн факультетта эшләп килгән «Тропинка» әҙәби берекмәһенең алмашһыҙ етәксеһе була. Нәҡ Морат Ғәлим улының ҡулы аҫтында ике быуат киҫешкән осорҙа Башҡортостандағы рус әҙәбиәтенә һәм журналистикаһына ныҡлап аяҡ баҫыусылар үҙҙәренең ҡәләмен тәүге тапҡыр һынап ҡарай ҙа инде.

Ғалим һәм әҙип Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы 1996 йылда булдырған Степан Злобин исемендәге әҙәби премияның беренсе лауреаты.

Морат Рәхимҡолов оҙаҡ һәм ҡаты ауырыуҙан һуң 2015 йылдың 4 майында Өфө ҡалаһында вафат була[2].

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фән кандидаты булараҡ, Морат Рәхимҡолов үҙенең ғилми эшмәкәрлек йылдарын тулыһынса тыуған яҡты һәм уны данлаған рус әҙиптәренең ижадын, шулай уҡ Башҡортостандың әҙәби бәйләнештәрен өйрәнеүгә арнаны. Уны беренсе ижад емеше — Өфөлә рус телендә 1972 йылда донъя күргән «Страницы дружбы» монографияһы булды. рус-башҡорт әҙәби-фольклор бәйләнештәрен тикшереүгә арналған был төплө хеҙмәт беҙҙең республика кимәлендә генә түгел, бөтә ил буйынса тәүгеләрҙән булды. Был китабы өсөн авторға 1975 йылғы В. П. Бирюков исемендәге Урал төбәгенең әҙәби премияһы бирелеүе быны асыҡ дәлилләй.

Башҡорт дәүләт университеты нәшриәтендә 1977 йылда баҫылған «Литературное краеведение Башкирии» исемле уҡыу әсбабы әле лә юғары уҡыу йорттарының филология факультеттары студенттары өсөн ҡулланма булып хеҙмәт итә.

1989 йылда М. Рәхимҡолов 6 томлы "Башкирия в русской литературе" исемле йыйынтыҡ сығара башлай. Беренсе томға рус яҙыусылары А.С. Пушкин, С.Т. Аксаков, Д.В. Давыдов, В.А. Жуковский, В.И. Даль, А.К. Толстой, М.В. Авдеев, М.Л. Михайлов, П.М. Кудряшев, В.С. Юматов, Т.С. Беляев, П.Е.Размахнин, Кафтанников, В.Зефиров, В.С. Лосиевскийҙарҙың башҡорттар тураһында яҙылған әҫәрҙәре, йә әҫәрҙәренең өҙөктәре индерелә. Тиражы 32 мең экземпляр була.

Икенсе том 1990 йылда тиражы 21 мең экземпляр булып сығарыла. Был томға Л.Н. Толстой, М.Е. Салтыков-Щедрин, Ф.Д. Нефедов, Д. Н. Мамин-Сибиряк, Г.И. Успенский, Р.Г. Игнатьев, М.В. Лоссиевский, П.И. Добротворский, А.И. Веретенникова, Н.В.Ремезовтарҙың әҫәрҙәре индерелә.

Өсөнсө том 1993 йылда сыға. Тиражы 12 000 була. Өсөнсө томға М. Горький, Н. Златовратский, Г. Гарин-Михайловский, А. Чехов, Н. Крашенинников, С. Черный, Л.Андреев, ,П. Радимов, А. Куприн, В. Короленко, А. Федоров, С. Рыбаков, П. Рыбаков, В. Брусянин, Г. Белорецкий,А. Туркин, Н. Степной, В. Львов, П. Инфантьев, С. Минцловтарҙың әҫәрҙәре индерелә.

Фәнни һәм әҙәби китаптары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Страницы дружбы: К проблеме русско-башкирских литературно-фольклорных связей. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1972. — 256 с. (рус.)
  • Литературное краеведение Башкирии. Русские советские писатели. Ч. 1. — Уфа: БГУ, 1977. — 76 с. (рус.)
  • Цветущий край, благословенный. Русские писатели о Башкирии. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1979. — 224 с. (рус.)
  • Встреча с Башкирией. От Пушкина до Чехова. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1982. — 224 с. (рус.)
  • Любовь моя — Башкирия: Литературно-креведческие очерки. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1985. — 392 с. (рус.)
  • Народной мудрости родник. Башкирский фольклор в русской литературе. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1988. — 184 с. (рус.)
  • Воспевшие Салавата. Образ батыра в русской литературе: Художественно-креведческие очерки. — Уфа: Китап, 1994. — 160 с. (рус.)
  • Зигзаги жизни: Воспоминания. — Уфа: БГУ, 1997. — 64 с. (рус.)
  • Салауатты данлаусылар. Әҙәби очерктар. — Өфө: Китап, 2003. — 192 бит.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 с. (рус.)
  • Рамазанов Г. Страницы дружбы и братства // Урал, Свердловск. 1962. № 12. (рус.)
  • Бараг Л. Башкирия в русской литературе // Урал, Свердловск. 1965. № 10. (рус.)
  • Канторович В. Памятник демократической русской литературы // Дружба народов. М., 1966. № 9. (рус.)
  • Галин С. Дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ тауышы // Ағиҙель. 1973. № 6.
  • Смирнов В. Страницы дружбы // Урал, Свердловск. 1973. № 6. (рус.)
  • Баимов Р. Истоки дружбы // Волга, Саратов. 1973. № 8. (рус.)
  • Смирнов В. Из литературной истории Башкирии // Урал, Свердловск. 1980. № 4. (рус.)
  • Большаков Л. Свет дружбы // Лит. Россия. М., 1980. 14 нояб. (рус.)
  • Рахимкулов М. Г. К 60-летию со дня рождения: Библиографический указатель. — Уфа: БГУ. 1985. — 40 с. (рус.)
  • Ҡолһарина И. Дуҫлыҡ илсеһе (Морат Рәхимҡоловҡа — 80 йәш) // Ағиҙель. 2005. № 4.
  • Ҡолһарина И. Крайҙы өйрәнеүсе, яҙыусы, педагог. (Морат Рәхимҡоловтың — 80 йәше айҡанлы) // Башҡортостан уҡытыусыһы. 2005. № 4.
  • Кульсарина И. Энциклопедия нерушимой дружбы // Бельские просторы. 2005. № 5. (рус.)