Наливкин Василий Дмитриевич
Наливкин Василий Дмитриевич | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() ![]() ![]() ![]() |
Тыуған көнө | 17 (30) апрель 1915 |
Тыуған урыны | Рәсәй империяһы, Санкт-Петербург |
Вафат булған көнө | 5 ноябрь 2000 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Рәсәй, Санкт-Петербург |
Ерләнгән урыны | Комарово ҡасабаһы зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | Геология |
Эш биреүсе | Всероссийский нефтяной научно-исследовательский геологоразведочный институт[d] |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт тау университеты |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре докторы[d] (1950) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Наливкин Василий Дмитриевич (17 (30) апрель 1915, Петроград— 5 ноябрь 2002, Санкт-Петербург) — СССР геологы, СССР Фәндәр академияһының академияһының мөхбир ағзаһы (1968), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1991), геология-минералогия фәндәре докторы, профессор, Ленин премияһы лауреаты, ике тапҡыр И.М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1960, 1986), ер аҫтын почётлы эҙләүсе (1958).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Наливкин Василий Дмитриевич 1915 йылдың[1] 17 (30) апрелендә Петроградта геолог Д. В. Наливкин һәм Анна Козьминична Зворыкина ( Владимир Зворыкиндың апаһы) ғаиләһендә тыуған. Тәүге биш йылда ғаилә Муром ҡалаһында йәшәй.
1938 йылда Ленинградта Тау институтын тамамлай
1943 йылда кандидатлыҡ, ә 1950 йылда — докторлылыҡ диссертацияһын яҡлай, эштәрендә Башҡортостанда нефть ятҡылыҡтары булыуын нигеҙләй. (Кыҙылбай, Усть-Әй һ. б.).
Урал экспедицияһының баш геолог булып эшләй (1942—1950), Волга-Урал провинцияһы һәм Көнбайыш Себер (1950—1965) секторы мөдире, фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары (1969—1991), Бөтә Союз нефть геологик-разведка институтының (ВНИГРИ) дирекцияһы ҡарамағында советник (1991—2000), «Геотектоника» журналы мөхәрририәт коллегияһының ағзаһы була.
Наливкиндың ғилми йүнәлештәре: нефть һәм газ ятҡылыҡтарының законлылығы, нефть һәм газ ятҡылыҡтарын формалаштыру.
Ул Көнбайыш Себер нефть-газ сығарыу бассейнының перспективалы булыуын дәлилләй, Иҙел-Урал өлкәһенең геологияһын һәм нефть-газ перспективаларын өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә. СССР (1961) һәм СССР (1965) Европа өлөшөндәге литологик-палеографик карталарының атластарын төҙөүҙә ҡатнаша.
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1991), ул Башҡортостан Фәндәр академияһының Ер тураһында фәндәр бүлексәһендә тора.
2000 йылдың 5 ноябрендә Санкт-Петербургта вафат була, Комаров зыяратында ерләнгән
Бүләктәре һәм премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ике Ленин ордены (1967, 1971);
- 1944 — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- 1945 — «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
- 1948 — «Почет Билдәһе» ордены
- 1953 — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- 1956 — «Почет Билдәһе» ордены
- 1957 — «Ленинградтың 250 -йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
- 1970 — «Владимир Ильич Лениндың тыуыуының 100-йыллығы уңайынан» миҙалы
- 1974 — МХР Хеҙмәт даны ордены
- 1975 — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- 1964 — Ленин премияһы
- 1951 — И.М.Губкин исемендәге премия (Э.Э.Фотиади, Л.Н.Розанов, Ю.А.Притула, В.Н.Тихий, В.А.Успенский менән берлектә, 1950 йыл өсөн)
- 1985 — ВДНХ-ның бронза миҙалы
- 1986 — Октябрь Революцияһы ордены
- 1988 — И. М. Губкин премияһы (М. Д. Белониным, Г. П. Сверчков менән берлектә, 1986 йыл өсөн)
- 1989 — ВДНХ-ның көмөш миҙалы
- 1990 — "Ер аҫты байлыҡтарын үҙләштереү һәм нефть-газ комплексын үҫтереү өсөн" миҙалы
Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
В. Наливкин — 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 11 монографияһы бар, улар араһында:
- Стратиграфия и тектоника Уфимского плато в Юрюзано-Сылвинской депрессии // Труды ВНИГРИ. Нов. Сер. 1949. Вып. 46.
- Соликамская свита — важнейший маркирующий горизонт Приуралья // Доклады АН СССР. 1950. Т. LXXII. № 1.
- Фации и геологические истории Уфимского плато и Юрюзано-Сылвинской депрессии // Труды ВНИГРИ. Нов. сер. 1950. Вып. 47.
- О морфологической классификации платформенных структур // Геология нефти и газа. 1962. № 8.
- О классификации тектонических структур // Геотектоника. 1965. № 3.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Библиотека Дамирджана - Геология нефти и газа - 2001 - №01. 15 ғинуар 2013 тикшерелгән.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башкирская энциклопедия. — Уфа, 2006.
- Камалетдинов М. А. Ученые и время. Уфа: Гилем, 2007.
- Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия. 1996.
- Дмитрий Васильевич Наливкин. Научная деятельность, воспоминания современников. СПб: Пангея, 1997.
Ссылки[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Наливкин Василий Дмитриевич РФА рәсми сайтында
- Библиографик мәғлүмәт системаһы килгән «геология һәм тау эше Тарихы» фәндәре академияһы.
- Наливкин Василий Дмитриевич (неопра.). kmay.ba. 6 июнь Дата 2017 мөрәжәғәте.
- 30 апрелдә тыуғандар
- 1915 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- 5 ноябрҙә вафат булғандар
- 2000 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- Санкт-Петербург тау университетын тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Ленин премияһы лауреаттары
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- Ер аҫтын почетлы эҙләүселәр
- СССР ФА мөхбир ағзалары