Эстәлеккә күсергә

Степанов Александр Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Степанов Александр Сергеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 30 апрель 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (34 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө альпинист, ҡаяға үрмәләүсе, биатлонист
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Спорт төрө Биатлон һәм ҡаяға менеүсе[d]

Степанов Александр Сергеевич (30 апрель 1990 йыл) — спортсы, ҡаяға менеү буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (2005), үҫмер спортсыларҙың донъя беренселеге еңеүсеһе.

Александр Сергеевич Степанов 1990 йылдың 30 апредендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

Иң яҡшы һөҙөмтәләре:

  • Үҫмер спортсыларҙың донъя беренселеге — 1-се урын — тиҙлек (Пекин, 2005)
  • Үҫмерҙәрҙең Европа кубогы этабы — 2 урын — тиҙлек (Гданьск, 2006)
  • Үҫмерҙәрҙең Европа кубогы этабы — 3 урын — тиҙлек (Оло-Тырново, 2006)
  • Үҫмерҙәрҙең Европа кубогы этабы — 3 урын — икебәйге (Оло-Тырново, 2006)
  • Рәсәй кубогы — 3 урын — тиҙлек (Красноярск, 2009)
  • Бөтә Рәсәй ярышы — 1 урын — тиҙлек (Калининград, 2007)
  • Рәсәй студенттары чемпионаты — 3 урын — ҡыйынлыҡ (Екатеринбург, 2009)
  • Рәсәй Кубогы этабы «Белая река» — 4 урын — икебәйге (Өфө, 2005)
  • Рәсәй Кубогы финалы — 4 урын — тиҙлек (Калининград, 2005)
  • Рәсәй Кубогы этабы — 4 урын — боулдеринг (Дзержинский, 2006)
  • Рәсәй чемпионаты — 4 урын — күпбәйге (Өфө, 2006)
  • Рәсәй үҫмерҙәр беренселеге — 1-се урын — тиҙлек (Воронеж, 2003)
  • Рәсәй үҫмерҙәр беренселеге — 1-се урын — ҡыйынлыҡ (Екатеринбург, 2004)
  • Рәсәй үҫмерҙәр беренселеге — 1-се урын — тиҙлек (Воронеж, 2005)
  • Рәсәй үҫмерҙәр беренселеге — 1-се урын — икебәйге (Воронеж, 2007)
  • Рәсәй үҫмерҙәр беренселеге — 1-се урын — икебәйге (Киров, 2008)

2007, 2008, 2010 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы составына инә.

2004 йылдан 2009 йылға тиклем Бөтә Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы ағзаһы.

Александр Степанов спорт карьераһы дауамында 184 ярышта ҡатнаша (шул иҫәптән 29 Халыҡ-ара һәм 88 Бөтә Рәсәй ярыштарында). Ҡаяға менеү менән шөғөлләнгән осорҙа яулай:

  • 113 алтын миҙал (шул иҫәптән 8 Халыҡ-ара һәм 32 Бөтә Рәсәй ярыштарында),
  • 53 көмөш миҙал (шул иҫәптән 1 Халыҡ-ара һәм 30 Бөтә Рәсәй ярыштарында),
  • 38 бронза миҙал (шул иҫәптән 6 Халыҡ-ара һәм 24 Бөтә Рәсәй ярыштарында).

Башҡа спорт төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Шахмат — 3-сө разряд (1999)
  • Спорт гимнастикаһы — 1-се үҫмерҙәр разряды (1999)
  • 2017 йылдан алып, еңел атлетика менән шөғөлләнә, 2-се разрядҡа эйә (2019).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]