Сәлимгәрәев Рафаэль Әғләм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сәлимгәрәев Рафаэль Әғләм улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 7 октябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (70 йәш)
Һөнәр төрө рәссам

Сәлимгәрәев Рафаэль Әғләм улы (тыуған. 7 октябрь 1948 йыл) — скульптор, биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1995). 1982 йылдан алып Рәсәй Федерацияһы рәссамдары союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының махсус урта белем биреү Почетлы хеҙмәткәре (2003).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәлимгәрәев Рафаэль Әғләм улы 1948 йылдың 7 октябрендә Өфөлә тыуған.

1968 йылда 2-се Өфө педагогия училищеһының художество-графика бүлеген тамамлай, 1979 йылда — Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлай.

Өфө ҡалаһында йәшәй. Балсыҡ менән эшләй. Сәлимгәрәев Рафаэль Әғләм улы эштәренең күп өлөшө — интерьерҙы биҙәү өсөн тәғәйенләнгән декоратив күләм‑киңлекте сағылдырған композициялар.

1982 йылдан СССР (Рәсәй Федерацияһы) рәссамдар союзы, 1995 йылдан «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы.

1995–2013 йылдарҙа 2‑се Өфө педагогия колледжында, 2007 йылдан башлап Көнсығыш иҡтисади‑юридик гуманитар академияла уҡыта.

Рәссамдың эштәре Өфөлә М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Янғын һүндереү идаралығы музейында, Мәскәүҙә «Рәсәй һынлы сәнғәте» Дәүләт музей-күргәҙмә үҙәгендә, Магнитогорск картиналар галереяһында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Ҡояш ванналары» (шамот утҡа сыҙамлы балсыҡ), таштуҫтаҡ «Сәскәләр» (шамот, эмаль, глазурь), бәләкәй скульптура формалары әйберҙәре, барельефтар, декоратив таштабаҡтар, вазалар һәм башҡалар.

Күргәҙмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәлимгәрәев Рафаэль Әғләм улы — 1974 йылдан алып республика, зона, төбәк, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре Вроцлав ҡалаһында (Польша, 1993), Берлин, Дюссельдорф ҡалаларында (Германия, 1994), Өфө ҡалаһында (2007) үтә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1995).
  • Рәсәй Федерацияһының махсус урта белем биреү Почетлы хеҙмәткәре (2003).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

http://www.shrb.ru/decorative/salimgareev.htm

http://eng.bashvest.ru/eng/showinf.php?id=17439