Эстәлеккә күсергә

Харрасов Рауил Ғүмәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Харрасов Рауил Ғүмәр улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 7 октябрь 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Ишмөхәмәт, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йырсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Харрасов Рауил Ғүмәр улы (7 октябрь 1961 йыл) — йырсы, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы. Халыҡ-ара һәм Республика вокал конкурстары лауреаты һәм еңеүсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004)[1]. Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты (2017)[2].

Рауил Ғүмәр улы Харрасов 1961 йылдың 7 октябрендә Башҡортостандың Баймаҡ районы Ишмөхәмәт (Ҡарамалы) ауылында тыуған. Күп балалы татыу ғаиләлә тәрбиәләнә. Ябай ғына күренгән ғаиләнең тамырҙары ныҡ була, Рауилдың олаталары ҡаһарман яугирҙар булһа, ҡартатаһы хажи хәҙрәт, Сталин репрессияларына эләгеп, 14 йыллыҡ михнәттәрҙән һуң да иманынан баш тартмаған көслө рухлы уҙаман була. Бәләкәй саҡтан уҡ оялсан ғына малайҙа йырға ҡыҙыҡһыныу уяна:

"Башҡорт халыҡ йырҙарын бәлә­кәйҙән яратып тыңланым. Тамыр­ҙа­рымда ла йыр­сылар булды. Атайым эштән буша­ған­да, ҡулынан гар­муны төшмәне. Шулай уҡ мандо­линала ла бик оҫта уйнай тор­ғай­ны. Әлбиттә, мине лә ошо музыка ҡо­­рал­дарында уйнарға өйрәтте. Әсәйем мәр­хүмә шул тиклем моңло итеп «Ҡара урман»ды йырлай ине. Был көй күңелемә тап әсәйем баш­ҡарыуында һеңеп ҡалған"[3].

1978 йылда Ҡарамалы урта мәктәбен тамамлағандан һуң Ленин орденлы «Йылайыр» совхозында механизатор булып эшләй. 1983 йылдан алып 1989 йылға тиклем ошо уҡ совхоз үҙәгендәге «Башаҡ» Мәҙәниәт йортонда эшләй. 1986 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына ситтән тороп уҡырға инә, 1992 йылда йылда уны уңышлы тамамлай[1]. Ошо уҡ ваҡытта, 1989—1998 йылдарҙа, совхоз-техникумында тәрбиәсе, Покровка, Сосновка (Йылайыр совхозы) мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 1998 йылда Баймаҡ ҡалаһындағы Халыҡ ижады үҙәгенә эшкә саҡырыла һәм унда 2014 йылға тиклем хеҙмәт итә. Артабан яҙмыш уны Себер тарафтарына ташлай, унда бала саҡтан эшкә өйрәнгән, ауырлыҡтарға күнеккән ир уҙаманы эш араһында йыр-моңһоҙ булдыра алмай, яҡташтары һорауы буйынса концерттарҙа ҡатнаша, йөрәгенән түгелеп сыҡҡан моң даръяһын халыҡҡа еткерә[3]. Ғүмерендә күп төрлө һөнәрҙәрҙе үҙләштергән Рауил Харрасовтың ысынында төп һөнәре — йырсы, ошо юҫыҡта уны халыҡ белә, таный, ярата.

Ижади ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рауил Харрасовҡа тәбиғәттән моңло тауыш, үҙенсәлекле тембр бирелгән, уның башҡарыуындағы йырҙар халыҡсанлығы, эске кисерештәрҙе ниндәйҙер тыйнаҡлыҡ һәм нескә тойомлау аша тамашасыға еткереүе үҙенә йәлеп итә, арбап ала. Йырсы күп кенә вокал конкурстарында ҡатнаша. 1990 йылда ул Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика үҙешмәкәр йырсылар конкурсында — лауреат; 1997 йылда — «Дуҫлык йыры» Халыҡ-ара конкурсы лауреаты, 1998 йылда — «Уралым» Республика конкурсы лауреаты; 1999 йылда «Ирәндек моңдары» Төбәк-ара конкурсы лауреаты була; 2007 йылда — «Оҙон кой» халыҡ-ара конкурсында Гран-при яулай.

2001 һәм 2014 йылдарҙа ике аудиоальбомын сығара, БСТ-ла биш видеоклибы төшөрөлә. Рауил Харрасов халыҡ йырҙарын да, композиторҙар ижад иткән йырҙарҙы ла ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Профессиональ композиторҙар араһынан Нур Дауытов, Рим Хәсәнов, Салауат Низамет­диновтарҙың йырҙарын үҙ итә, шул уҡ ваҡытта Дамир Солтанов, Азат Исҡужин, Рәмил Туйсин, Флера Шәрипова кеүек һәүәҫкәр композиторҙарҙың күңеленә ятҡан йырҙарын да башҡара[3].

Башҡорт халыҡ йырҙары

  • Буранбай
  • Сибай
  • Сәлимәкәй
  • Томан
  • Уҙған ғүмер
  • Хисам
  • Ҡаһым түрә
  • Әрме
  • Ҡолой кантон
  • Ауыл көйө
  • Сәрмән буйҡайҙары

Композиторҙар йырҙары

  • Баш йортобоҙ Уралда
  • Беҙ боронғо Бөрйәндәр
  • Ваҡыт
  • Ашыҡмасы, ғүмер (Р. Туйсин, З. Әлимғолова)
  • Илатмағыҙ сабыйҙарҙы
  • Иҙел буйы ҡайындары
  • Йәйҙең аяҙ матур таңдарында (Әхмәҙиев Ф., Йәркәй Ә.)
  • Йәнгүзәл
  • Йәшлегем эҙҙәре
  • Йәшлеккә ҡайтам әле
  • Йәшәп һыуһын ҡалманы
  • Күңел зары (Шәрипова Ф., Рәхимов А.)
  • Миләш
  • Мәңгелек мөхәббәт
  • Нимә булды? (Әхмәтов Р., Ғатауллин Р.)
  • Тау башында усаҡ яғам
  • Шундай ир-егеттәр була
  • Ҡыр ҡаҙҙары
  • Һаумыһығыҙ, яныуҙарым (Абдраҡов Ф., Назиров М.)
  • Һин юҡҡа (Хисмәтулла Дәүләтов)

Дуэт йырҙар

  • Яуығыҙ ҡарҙар (Абдуллина Нурия менән)
  • Төштәремдә һине күрҙем (Моратова Сөмбөл менән)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Оҙон кой» Халыҡ-ара конкурсында Гран-при (Туймазы ҡалаһы, 2007)[4]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004)
  • Батыр Вәлид исемендәге премияһы лауреаты (2017)
  1. 1,0 1,1 Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. икенсе баҫма, 2010 йыл
  2. Батыр Валид — певец голубого Ирендыка (к 115-летию со дня рождения башкирского поэта)
  3. 3,0 3,1 3,2 Насип Һаҡмаров. Моңдан яралғандыр был күңел
  4. http://www.bashinform.ru/news/146388-gran-pri-mezhregionalnogo-konkursa-quot-ozon-kyuy-2007-quot-zavoeval-ravil-kharrasov-iz-sibaya/Гран-при межрегионального конкурса «Озон кюй-2007» завоевал Равиль Харрасов из Сибая
  1. YouTube сайтында Видео Рауил Харрасов. Башҡорт халыҡ йыры «Сибай»
  2. YouTube сайтында Видео Сауаптарын алып ҡалайыҡ
  3. YouTube сайтында Видео Уҙа шул ғүмеркәйҙәр