Хәсәнов Рим Мәхмүт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рим Хәсәнов битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хәсәнов Рим Мәхмүт улы
Rim1.jpg
Эшмәкәрлек төрө:
композитор
Тыуған көнө:

9 март 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (71 йәш)

Тыуған урыны:

СССР, Башҡорт АССР-ының Благовар районы Языков ауылы

Гражданлығы:

СССРРәсәй флагы

Награда һәм премиялары:
Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1976), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979)
Ғабдулла Туҡай премияһы — 2009
Башҡортостандың халыҡ артисы

Хәсәнов Рим Мәхмүт улы (9 март 1947) — башҡорт совет һәм Рәсәй композиторы, 1974 йылдан СССР Композиторҙар союзы һәм 2010 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы[1], республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1976), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979), Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2009)[2], Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2017), Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (2017)[3].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рим Мәхмүт улы Хәсәнов 1947 йылдың 9 мартында Башҡорт АССР-ының Благовар районы Языков ауылында музыканттар ғаиләһендә тыуған[4]. Алты йәштән уҡ атаһының скрипкаһында уйнарға өйрәнә, һүңынан гитара, баян, торба, балалайканы үҙләштерә. Бала саҡтан үҙе көй сығарып, уларға һүҙҙәр ҡушып йырлап йөрөй. Мәктәптә уҡығанда үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша.

1963 йылда Рим Хәсәнов Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға инә, бер йылдан һуң уҡыуын Өфө сәнғәт училищеһының дирижёр-хор бүлегендә дауам итә. Өсөнсө курста теория-композиция бүлегенә күсә һәм 1968 йылда уны тамамлағанда бер нисә етди әҫәр, шул иҫәптән «Негритянское гетто» исемле симфоник поэма, ҡыллы квартет, симфоник оркестр өсөн поэма ижад итә. Әммә был осорҙа ул башлыса йырҙар һәм эстрада ансамлдәре өсөн вокаль-инструменталь композициялар яҙа[4].

1968 йылда Өфө сәнғәт институтына уҡырға инә һәм Константин Лакин класында шөғөлләнә башлай, аҙаҡтан музыка ижад итеү серҙәрен профессор, СССР-ҙың халыҡ артисы Заһир Исмәғилев етәкселегендә дауам итә. Студент йылдарында Рим Хәсәнов фортепиано сонаталары, фортепиано менән оркестр өсөн концерт, Назар Нәжми һүҙҙәренә «Ҡайтсы, ҡыҙым, атай йортона!» («Вернись, дочь моя, в отчий дом!») вокаль циклын яҙа, бер үк ваҡытта эстрада йырҙары һәм миниатюралары жанрында ла ижадын дауам итә[4].

1973 йылда сәнғәт институтын тамалағандан һуң 1978 йылғаса Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыка бүлеген етәкләй. Был ваҡытта һәм һуңыраҡ композитор 30-ҙан артыҡ спектаклгә музыка яҙа, улар араһында «Айһылыуҙың айлы кистәре», «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар», «Әсәләр көтәләр улдарын», «Ғәлиә», «Ташлама утты, Прометей» һәм башҡа сәхнә әҫәрҙәре бар[4].

Рим Хәсәнов ижадында джаз, эстрада, классик музыкала милли көй-моңдар ныҡлы урын ала. Уҙған быуаттың 70—80 йылдарында башҡорт музыка сәнғәтен Рим Хәсәновһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай.

1994—1996 йылдарҙа Австралияла йәшәй, шағир Рон Роджерс шиғырҙарына 36 йыр яҙа. 2006 йылда Финляндияла була, уның концерттары был илдә ҙур уңыш менән үтә. Мәскәүҙә йәшәп ҡараны, һуңғы йылдарҙа Рим Хәсәнов — Өфө ҡалаһында. Австралиянан ҡайтҡас, «Социнвестбанк»ка инглиз теленән тәржемәсе булып эшкә урынлаша.

2006 йылдарҙан инглиз теленән тәржемә һәм драма әҫәрҙәре яҙыу менән шөғөлләнә. 2010 йылдан — Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы[5].

2015 йылда Благовар районында Рим Хәсәнов йырҙарын башҡарыусыларҙың «Сәскәләр уяныр» исемле тәүге асыҡ фестиваль-конкурсы үткәрелде[6]. Ойоштороусылар бәйгене киләсәктә даими ойошторорға ниәтләй, уның сираттағыһы 2017 йылға планлаштырылған[7].

Үҙенең 70 йәшлек юбилейы алдынан композитор Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең (1918-1999) тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан билдәле әҙиптең ижадына бағышланған күләмле презентация әҙерләнә, тип белдерҙе. Проект «100 йыллыҡ юбилейы уңайынан Назар Нәжмиҙең хәтерен мәңгеләштереү» тип атала. Унда ике DVD-дискта шағирҙың 100-гә яҡын әҫәрен (шиғырҙарын, поэмаларын, драмаларын), шулай уҡ Башҡортостан, Татарстан һәм Финляндия артистары башҡарыуында йырҙарын туплайбыҙ, тине Рим Хәсәнов[8].

2017 йылдың 28 апрелендә Рим Хәсәновҡа «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде[9].

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылған 70-тән артыҡ спектаклгә музыка.
  • Стәрлетамаҡ, Сибай театрҙары өсөн йырҙар, шул иҫәптән «Тапшырылмаған хаттар» (Ғәҙел Ҡотой), «Айһылыуҙың айлы кистәре» (И. Абдуллин), «Ташлама утты, Прометей!» (Мостай Кәрим), «Эй, яҙмыш, яҙмыш» (Мостай Кәрим), «Ун өсөнсө председатель» (Азат Абдуллин)
  • «Стәрлетамаҡ» телефильмына музыка
  • «Алтын атлы һыбайлы» нәфис фильмына музыка, Мосфильм, 1980
  • «Ҡурай тураһында легенда» фильм-балеты, 1997
  • «Прометей» симфоник поэмаһы
  • «Сибай» сюитаһы
  • «Башҡортостан» кантатаһы
  • 400-ҙән артыҡ йыр, шулар араһында «Өфө йүкәләре», «Юҡҡа түгелдер», «Кисер мине, әсәй, ғәфү ит», «Үҙ яғыма ҡайтһам» һ.б.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Композитор тураһында, уның менән әңгәмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Фәнис Фәтхи, Рәмзит Абуляев Рим Хәсәнов: «Беркайчан да иҗаттан туктамадым». «Азатлыҡ» радиоһы сайты, 2017, 9 март[11].
  • Романов В. Когда поет душа (К 70-летию композитора Рима Хасанова). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 9 март[12].
  • Хамматова Л. Рим Хасанов: песня «Уфимские липы-2» родилась ночью. Общественная электронная газета, 2012, 13 август[13]
  • Композитору Риму Хасанову исполнилось 65 лет (рус.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Рим Хәсәнов язучылар берлегенә кергән. «Азатлыҡ» радиоһы сайты, 2010, 29 октябрь (тат.) (Тикшерелгән 8 март 2017)
  2. Наградили лауреатов премии имени Габдуллы Тукая
  3. Риму Хасанову присвоено звание «Почетный гражданин города Уфы»
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Композитору Риму Хасанову исполнилось 65 лет. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2012, 9 март (рус.) (Тикшерелгән 18 март 2017)
  5. Сайт Союза писателей Республики Башкортостан (рус.)
  6. «Башинформ» агентлығы, 2015, 3 ноябрь (рус.)
  7. «Чәчкәләр уяныр», «Ҡыҙыл таң» гәзите 2015, 10 ноябрь (тат.)
  8. Композитор Рим Хәсәнов шағир Назар Нәжмиҙең ижадына арналған күләмле презентация әҙерләй. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2017, 9 март (рус.) (Тикшерелгән 9 март 2017)
  9. 9,0 9,1 Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. Пресс-служба. Новости. Поздравления. 2017, 28 апреля (рус.) (Тикшерелгән 28 апрель 2017)
  10. СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. 2017, 28 апреля (рус.) (Тикшерелгән 28 апрель 2017)
  11. Рим Хәсәнов: «Беркайчан да иҗаттан туктамадым». «Азатлыҡ» радиоһы сайты, 2017, 9 март (тат.) (Тикшерелгән 18 март 2017)
  12. Когда поет душа (К 70-летию композитора Рима Хасанова). Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2017, 9 март (рус.) (Тикшерелгән 9 март 2017)
  13. Общественная электрогазета. РФ, 2012, 13 август (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]