Халдеева Галина Викторовна
Халдеева Галина Викторовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Белорус Совет Социалистик Республикаһы Рәсәй |
Тыуған көнө | 7 октябрь 1947 (77 йәш) |
Тыуған урыны | Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | йырсы |
Уҡыу йорто | П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы |
Халдеева Галина Викторовна (7 октябрь 1947 йыл, Хотиново, Любань районы, Белорус ССР-ы) — СССР һәм Рәсәйҙең опера йырсыһы (меццо-сопрано). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1992). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1980).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Галина Викторовна Халдеева 1947 йылдың 7 октябрендә Белорус ССР-ы Любань районы Хотиново ауылында тыуа.
Гродно музыкаль-педагогия училищеһын тамамлағандан һуң П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһына инә, уны 1974 йылда тамамлай (А. С. Измайлова класы).
1974 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына эшкә саҡырыла. Был осор театрҙың сәскә атыу осоро була, көслө тауышлы, киң диапазонлы йәш солист Өфө тамашасыһының күңелен яулай. Йырсының башҡарыу манераһына хас артистизм, сәхнәлә һөйкөмлөлөгө, сағыулығы өфөләргә хуш килә.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Галина Халдеева башҡарған партиялар: Кармен (Ж.Бизеның шул уҡ исемдәге операһы; дебют, 1974), Амнерис («Аида», Дж. Верди), Любаша («Батша кәләше» Н. А. Римский-Корсаков), Ольга («Евгений Онегин», П. И. Чайковский), Көнбикә («Салауат Юлаев») һәм башҡалар. Уның концерт репертуарына ватан һәм сит ил композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре һәм операларынан ариялар, рус романстары инә. Йырсының концерт программаһында барокко осоро (И. C. Бах, Ф. Гендель, А. Страделла), вена классицизмы (Х. В. Глюк, Й.Гайдн, В. А. Моцарт), романтизмдың төрлө милли мәктәптәре (И. Брамс, Э. Григ, К. Сен-Санс, Ф. Шуберт, Р. Шуман), хәҙерге заман композиторҙары (А. Гаврилин, С. Прокофьев) әҫәрҙәре бар.
Ул һайлаған репертуарында көйгә өҫтөнлөк бирә. Г.Халдеева үҙенең концерттарында рус композиторҙарының (М. И. Глинка, С. В. Рахманинов, Н. А. Римский-Корсаков, П. И. Чайковский, иҫке рус романсы вәкилдәре П. П. Булахов, А. Е. Варламов, А. Л. Гурилев) популяр вокаль лирикаһын башҡара.
Йырсы хәҙерге заман башҡорт композиторҙарының ижадын (З. Исмәғилевтең, Р. Мортазиндың, Н. Сабитовтың һәм башҡаларҙың йырҙарын һәм романстарын) иғтибар үҙәгендә тота, уларҙың әҫәрҙәрен популярлаштыра. Г. Халдеева Германия, Польша, Сүриә, Белоруссия, Үзбәкстанда гастролдәрҙә була, уның яңғыҙ программалары Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ҡазанда һәм башҡа ҡалаларҙа ҙур уңыш менән үтә.
Галина Халдеева Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыкаһы фестивалендә (Өфө, 1985), «Башҡортостан—Галле» дуҫлыҡ аҙналарында (ГДР, 1977, 1979) ҡатнаша.
Һәр саҡ камиллыҡҡа ынтылған Галина Халдеева 1986 йылда СССР Ҙур театрында стажировка үтә (етәксеһе А. Ф. Ведерников), Мәскәү консерваторияһының Бетховен залында сығыш яһай.
1990-сы йылдар башында Галина Викторовнаның тормошо ҡырҡа үҙгәрә. Саҡырылған солист почётлы статусында Мария театрының (Санкт-Петербург) бер нисә спектаклендә ҡатнаша, СССР-ҙың халыҡ артистары А. Ф. Ведерников, Е. С. Мирошниченко, А. Б. Соловьяненко, З. Л. Соткилава менән бергә сығыш яһай. Халдеева Мария театрында Дж. Вердиҙың «Аида»һында Амнерис, А. Бородиндың «Кенәз Игорь» операһында Ҡоншаҡ ҡыҙы, Н. Римский-Корсаковтың "Батша кәләше"ндә Любаша, Прокофьевтың "Һуғыш һәм солох"онда Элен Безухова партияларын йырлай
1992 йылда ул Дамаск Юғары музыка институты (консерватория) саҡырыуын ҡабул итә, унда 2000 йылға тиклем вокал уҡыта, ә 2000—2015 йылдарҙа Санта-Сприт университетында һәм консерваторияһында уҡыта, Өфөгә лә ҡайтҡылап тора.
2006 йылда Литвала Друскининкай ҡалаһында «Музыка без границ» VI Халыҡ-ара конкурс-фестивалендә сығыш яһай һәм беренсе урынды яулай. Конкурста ире, Өфө сәнғәт институты доценты Рөстәм Ғөбәйҙуллин аккомпаниатор була.
Галина Халдеева «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» (1992) һәм «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы» (1980) тигән исемдәргә лайыҡ була.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ире — пианист, Өфө сәнғәт институты уҡытыусыһы Рөстәм Ғөбәйҙуллин. Улы — Марат Ғөбәйҙуллин — композитор һәм пианист, халыҡ-ара конкурстар һәм Сүриәнең «Академик сәнғәтте үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» дәүләт премияһының лауреаты. Өфө сәнғәт училищеһы һәм Өфө сәнғәт институты уҡытыусыһы, Рәсәй ҡалаларында һәм сит илдәрҙә яңғыҙ концерттар менән сығыш яһай.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Халдеева Галина Викторовна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 октябрь 2022)
- Соло для меццо-сопрано. Галина Халдеева 2021 йыл 14 апрель архивланған.
- Поклонники творчества Галины Халдеевой
- Романсы в исполнении Галины Халдеевой
- Юбилейный вечер Галины Халдеевой, концерт