Гуреев Сергей Николаевич
Гуреев Сергей Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 7 октябрь 1918 |
Тыуған урыны | Мәләүез, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, РСФСР |
Вафат булған көнө | 14 ғинуар 2013 (94 йәш) |
Вафат булған урыны | Киев, Украина |
Ерләнгән урыны | Берковецкое кладбище[d] |
Һөнәр төрө | инженер |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | лейтенант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | инженерные войска[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Гуреев Сергей Николаевич (7 октябрь 1918 йыл — 14 ғинуар 2013 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, артиллерист, лейтенант (1947). Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Серге́й Никола́евич Гуре́ев 1918 йылдың 7 октябрендә Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Мәләүез ауылында[1] эшсе ғаиләһендә тыуған.
Алты синыфты тамамлағас, 1933 йылдан 1939 йылға тиклем Мәләүез машина-трактор станцияһында вулканизация яһаусы слесарь булып эшләй. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы
Понтон отделениеһы командиры ВКП(б) ағзаһына кандидат өлкән сержант Н. С. Гуреев 1943 йылдың 12 октябрендә Украинаның Черкассы өлкәһе Канев районы Козинцы һәм Зарубинцы ауылдары һәм Переяславль пристане районында Днепрҙы һуғышып аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә. Паром начальнигы булараҡ, С. Н. Гуреев йылға аша 3-сө гвардия танк армияһы һәм 40-сы армия ғәскәрҙәрен сығара. Паромды бушатыу ваҡытында дошмандың көслө артиллерия һәм миномёт уты башлана. Өлкән сержант С. Н. Гуреев ут аҫтында тулыһынса һуғыш кәрәк-яраҡтарын бушата һәм, кисеүҙе дауам итеү өсөн, Днепрҙың һул ярына кире рейсҡа йүнәлә. Катер сафтан сыҡҡас, С. Н. Гуреев паромды ҡул көсө менән сығара.
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 10 ғинуарындағы указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн өлкән сержант Гуреев Сергей Николаевичҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 2478) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә [2].
1945 йылда С. Н. Гуреев Киев үҙйөрөшлө артиллерия училищеһын, 1947 йылда офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын тамамлай. 1950 йылдан лейтенант Гуреев С. Н. — запаста.
Хаҡлы ялға киткәнгә тиклем Киев ҡалаһында «Маяк» заводында өлкән инженер булып эшләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (1944)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы" (10 ғинуар 1944).
- Ленин ордены (10 ғинуар 1944).
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- СССР миҙалдары.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәләүез ҡалаһы
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 10 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 19 января (№ 3 (263)). — С. 1
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Герои-освободители Черкасщины. — Днепропетровск: «Промінь», 1980.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
- Славные сыны Башкирии. Книга 2. — Уфа, 1966.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гуреев Сергей Николаевич . «Герои страны» сайты.
- Гуреев Сергей Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 4 декабрь 2018)
- 7 октябрҙә тыуғандар
- 1918 йылда тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- 14 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2013 йылда вафат булғандар
- Киевта вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- СССР инженерҙары
- Алфавит буйынса инженерҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бөйөк Ватан һуғышы сапёрҙары
- КПСС ағзалары
- Башҡортостанда тыуғандар