Эстәлеккә күсергә

Бикбаев Нәсибулла Рәхмәтулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бикбаев Нәсибулла Рәхмәтулла улы
Тыуған көнө

7 октябрь 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Ырымбур өйәҙе, Үрге Бикҡужа ауылы

Вафат булған көнө

27 сентябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (39 йәш)

Вафат булған урыны

РСФСР, Мәскәү ҡалаһы

Гражданлығы

СССР

Бикбаев Нәсибулла Рәхмәтулла улы (7 октябрь 1897 йыл27 сентябрь 1937 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы, партия һәм дәүләт эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны.

Нәсибулла Рәхмәтулла улы Бикбаев 1897 йылдың 7 октябрендә Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Йомағужа улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы) Үрге Бикҡужа ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте башҡорт[1]. Рәхмәтулла һәм Сабира Бикбаевтарҙың 7 балаһы була: Нәсибулла (1897), Әхмәтшәриф (1900), Заһира, Әхмәтғариф (1914), Фәриҙә (1926), Рафиға (1929) һәм Рәшиҙә (1932)[2].

1906 йылда мәктәпкә уҡырға бара, 1909 йылда Сәйетҡол рус-башҡорт училищеһына уҡырға керә, уны 1913 йылда тамамлай һәм Ырымбур ҡалаһында төрлө эштәрҙә эшләй. 1914 йылда Ырымбур уҡытыусылар семинарияһына уҡырға инә, бында дүрт йыл дауамында уҡый һәм тамамлағандан һуң Яңы Муса ауылы мәктәбенә уҡытыусы булып эшләргә йүнәлтелә[2].

1917 йылда Башҡортостан мөхтәриәте өсөн Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла[3]. Башҡорт мәркәз шураһы эшмәкәрлегендә ҡатнаша, «Тулҡын» башҡорт йәштәре ойошмаһының ағзаһы була[2].

1918 йылдың йәйенән Башҡорт хәрби шураһының интендант бүлеге мөдире була, 1918—1919 йылдарҙа 2-се Башҡорт кавалерия полкы составында хеҙмәт итә. 1919 йылдың 21 февралендә 2-се кавалерия полкының 2-се эскадроны командиры булараҡ I Бөтә Башҡорт хәрби съезында ҡатнаша[4]. Башҡорт ғәскәрҙәре Ҡыҙыл Армияға яғына күскәндән һуң да, ҡыҙылгвардеецтар башҡорт халҡын талауҙы дауам итә, башҡорт һалдаттарын мыҫҡыллауҙар һәм атып үлтереүҙәр башлана. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер башҡорт частары, шул иҫәптән Бикбаев командалығындағы 2-се кавалерия полкының 2-се эскадроны Муса Мортазиндың 1-се Башҡорт кавалерия полкы менән бергә кире Аҡтар яғына сыға һәм Темәс ауылы тирәһендә башҡорт халҡын талаған Пенза дивизияһының Смоленск полкын тар-мар итә. 1919 йылдың 24 авгусында Асҡар ауылы тирәһендә Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы составында ҡыҙылдар яғына күсә.

1919 йылдың 1 декабренән РКП(б) ағзаһы. 1920—1921 йылдарҙа Башҡорт ғәскәрҙәрендә сәйәси идаралыҡ инспекторы була. Башҡортостан АССР-ы Бөрйән-Түңгәүер кантонында хәрби комиссар, социаль тәьминәт бүлеге мөдире вазифаларын башҡара[4].

1921 йылдың сентябрь башынан РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетында агитация-пропаганда бүлеге мөдире була. 1921 йылдың 15 ноябрендә, Шәһит Хоҙайбирҙин, Фәтхи Әхмәҙуллиндың ыңғай отзывтарына һәм Абдулла Әҙеһәмов, Әхмәҙулла Бейешевтең биографияһының дөрөҫлөгөн раҫлауҙарына ҡарамаҫтан, «Аҡтарҙың армияһында командир вазифаларын биләүсе» булараҡ партиянан сығарыла. 1925 йылдың 25 июлендә йәнә РКП(б)-ға ҡабул ителә[2].

1921 йылдың ноябрендә Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты тарафынан республикала аслыҡ менән көрәшеүсе Асығыусыларға ярҙам итеү комиссияһы (Башпомгол) сәркәтибе итеп тәғәйенләнә. 1921 йылдың аҙағында асығыусыларға иғәнә йыйыуҙы ойоштороу өсөн Төркөстанға бара һәм Өфөгә тик 1923 йылдың ғинуарында ҡайта[2].

Эшсе-крәҫтиән инспекцияһы халыҡ комиссариаты курстарын тамамлай[5]. Башҡортостан АССР-ы Эшсе-крәҫтиән инспекцияһында өлкән инспектор, ойоштороу бүлеге мөдире булып эшләй. 1930—1933 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетының ойоштороу бүлеге мөдире вазифаһын башҡара[2].

1933 йылдың июненән яңы алфавитты (яңалифты) индереү буйынса комиссия рәйесенең урынбаҫары була[5].

ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының 1934 йылдың 15 авгусындағы ҡарарына ярашлы, Мәскәү ҡалаһына СССР Бөтә Союз Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарамағындағы Милләттәр фәнни-тикшеренеү институты аспирантураһына уҡырға ебәрелә[2].

1936 йылдың 27 апрелендә ВКП(б)-нан сығарыла. 1937 йылдың 20 июнендә ҡулға алына. Советтарға ҡаршы террористик ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнә. 1937 йылдың 27 сентябрендә атыла. Мәскәү ҡалаһының Дон монастыры биләмәләрендә ерләнгән. 1958 йылдың 18 ғинуарында аҡлана[1].

1935 йылда Нәсибулла Бикбаев үҙенең хәтирәләрен нәшер итергә әҙерләй, әммә Октябрь инҡилабы тарихы һәм Рәсәй Коммунистар партияһы тарихы материалдарын туплау һәм өйрәнеү буйынса Башҡортостан комиссияһы тарафынан хәтирәләрҙе баҫтырыуға рөхсәт бирелмәй. Әлеге ваҡытта 350-нән ашыу машинопись биттән торған хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк дәүләт архивы фондында һаҡлана. Автор үҙенең хеҙмәтендә 1917 йылғы Февраль инҡилабынан һуң Башҡортостанда булған ваҡиғаларҙы — башҡорт милли хәрәкәтенең ойошторолоуы һәм үҫеше, уның урындағы һәм үҙәк власть органдары менән мөнәсәбәттәре, инҡилаб һәм Граждадар һуғышы шарттарында Башҡортостан мөхтәриәте өсөн көрәш тураһында архив документтарын ҡулланып тасуирлай[2].

Ҡатыны — Рабиға Шәнгәрәй ҡыҙы, 1938 йылдың 25 ғинуарында ҡулға алына, «халыҡ дошманы»ның ҡатыны булараҡ 8 йылға иркенән мәхрүм ителә. 1957 йылдың 15 мартында аҡлана[2].

Улы — Рауил, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәбәрһеҙ юғала[2].

  1. 1,0 1,1 Бикбаев Насибулла Рахматуллович. Федеральное государственное бюджетное учреждение науки Институт истории естествознания и техники им. С.И. Вавилова Российской академии наук (ИИЕТ РАН). Дата обращения: 11 сентябрь 2018.
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 Валишин Р. Справедливость восторжествовала // Ватандаш. — ISSN 1683-3554.
  3. Район в период революционных потрясений 1917 года и Гражданской войны. Информационный портал Кугарчинского района Республики Башкортостан (16 март 2008). Дата обращения: 11 сентябрь 2018.
  4. 4,0 4,1 Курултай утвердил список ста личностей, стоявших у истоков образования Республики Башкортостан. Всемирный курултай башкир (9 июнь 2017). Дата обращения: 11 сентябрь 2018.
  5. 5,0 5,1 Ими гордится район. Ватандаш. Дата обращения: 11 сентябрь 2018.